Иҫке Гәнжә

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Гәнжә
Дәүләт
Майҙаны
  • 14 ± 2 км²
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес и Балсыҡ
Архитектура стиле Арранская архитектурная школа[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Иҫке Гәнжә (әзерб. Köhnə Gəncə) — археологик комплекс, урта быуат Гәнжә ҡаласығы[1]. Был урында XVII быуатҡа тиклем ҡала булған. Хәҙерге ваҡытта Иҫке Гәнжә харабалары Әзербайжандың заманса Гәнжә ҡалаһынан 6-7 километр төньяҡ-көнсығыштараҡ[2][1].

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәнжә урынлашҡан ер Иҫке Гәнжә ҡаласығыныҡынан бер нисә минутҡа ғына айырыла. Ҡайһы бер урта быуат сығанаҡтарында шул заман Гәнжәһенең географик мәғлүмәттәре күрһәтелгән. Мәҫәлән, XIV быуаттың фарсы тарихсыһы һәм географы Хәмдаллаһ Ҡазвини былай яҙған:

« Гәнжә бишенсе климатҡа ҡарай. Урынлашҡан оҙонлоҡ 80°, киңлек 40°34'.[2] »

Ғәрәп тарихсыһы һәм географы Әбү-л-Фиҙа (XII—XIV бб.) Гәнжәнең урынлашҡан ерен 78° көнсығыш оҙонлоҡ һәм 41°20' төньяҡ киңлек тип билдәләгән. Унан һуң географ Садиҡ Исфағани (XVII быуат) үҙенең хеҙмәтендә, башҡа сығанаҡтарға ла таяныптыр, Гәнжәне 88° көнсығыш оҙонлоҡҡа һәм 41° 15' төньяҡ киңлеккә ҡуйған[2].

Урта быуат географтары оҙонлоҡто «Бәхет утрауҙары» тип аталған урындарҙан билдәләгән, ә киңлектәрҙе экватор һыҙатынан һанаған. Шуға ла барлыҡ авторҙар тиерлек үҙ-ара яҡын һанда күрһәткән, ә оҙонлоҡ ярайһы айырыла, сөнки теүәл эшләгән астрономик приборҙар булмағанға күрә дөрөҫ иҫәп мөмкин булмаған[2].

Өйрәнеү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

19351937 йылдарҙа Кировобад тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондтарын тулыландырыу өсөн (хәҙер — Гәнжә тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы) Гәнжә архитектура ҡомартҡылары зонаһында уң яҡ яр буйы цитаделенән төньяҡҡа табан өлөшләтә ҡаҙыныу эштәре башҡаралар[3]. Керамика, быяла, фаянс, һөйәк киҫәктәре табыла һәм урта быуат Гәнжәһе экспозицияларына индерелә[4]. Табыштарҙың береһе — ҡалын ҡабырғалы хужалыҡ көбөһө (керамика кувшин), яндырылған, ҡыҙылға буялған, урыны менән шымартылған, өс юллы ҡабарынҡы яҙма биҙәкле[4]. Һуңғараҡ даими ҡаҙыныуҙар ваҡытында шундай һауыттарҙың ярсыҡтары күпләп табыла. Күп ярсыҡтарҙа яҙмалар сюжетлы биҙәктәр менән сиратлаша, уларҙа йола, ғибәҙәт ҡылыу, хужалыҡ эштәре күренештәре һүрәтләнә. Әммә ҡаҙыныу эштәре системалы булмай һәм шул арҡала фәнни йомғаҡлау ҙа эшләнмәй, археологик ҡомартҡыларға баһа бирелмәй[4].

19381940 йылдарҙа Иҫке Гәнжә майҙандарын өйрәнеү маҡсатында ҡаҙыныуҙар башлана. Эштәр етәксеһе Исхағ Джафарзаде "Иҫке Гәнжә тураһында тарихи-археологик очерк"ында ҡаланың археологияһын өйрәнеүҙәрен яҙа[4]. Тап 1938—40 йылдарҙа Иҫке Гәнжәнең ҡәлғә диуарҙарын өйрәнеүҙәр, архитектур-археологик ҡаҙыныуҙар уның архитектура күренеше тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә[5].

19811982 йылдарҙа Иҫке Гәнжә майҙандарында ҡаҙыныу һөҙөмтәһендә IX—XVII бб. ҡараған культуралы ҡатлам табыла, унда бик күп сәнғәт әҫәрҙәре өлгөләре асыҡлана. Улар араһында иероглифлы Ҡытай фаянс һауыт-һабаһы була[6].

Ҡыҫҡаса тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монголдарҙан һуңғы осор тарихсыһы Хәмд-Аллаһ Моставфи хәбәр итеүенсә, ҡала 659 йыл — 660 йылдарҙа барлыҡҡа килгән, авторы билдәһеҙ «Ширвана һәм Дербент тарихы»нда («Дербенднамә») бәйән ителеүенсә, Гәнжә 859 йылда төҙөлә башлаған. Фарсыса ҡала атамаһы «хазина» тип тәржемә ителеүе уның боронғораҡ, исламға тиклемге тарихы булғанға ишара итә[7]. Был урындарҙа баҡыйҙан йәшәгәндәренә Иҫке Гәнжә тирәһендә күпләп осраған боронғо ҡәберлектәр, кургандар ҙа дәлил булып тора[5]. Ҡала ярайһы тиҙ үҫешә һәм X быуатта уҡ әһәмиәте артып Шәддәдиҙәр баш ҡалаһына әүерелә. 1063 йылда ҡаланы ҡәлғә диуарҙары менән уратып алалар, һәм тимер ҡапҡалар ҡуйып, буйынан-буйына соҡор ҡаҙып сығалар[8].

Гәнжәнең XI быуат ҡапҡаһы, ҡаланы яулап алған грузиндар ҡубарып алған. Хәҙер Кутаиси ҡалаһы янындағы Гелат монастырендә һаҡлана

1139 йылда Гәнжәлә ныҡ ер тетрәй һәм ҡалаға ҙур зыян килтерелә. Бик күп сығанаҡтарҙа был ер тетрәү тураһында мәғлүмәттәр ҡалған, емереклектәр генә түгел, тектоник үҙгәрештәр ҙә хасил булған. Кяпазтауы ишелеп, Гөйгөл («күк йөҙө күле») күле барлыҡҡа килә (Гёйгёль)[9]. Ер тетрәү арҡаһында грузин ғәскәрҙәре Гәнжәне яулап ала һәм ҡапҡаларын емерә. Бер ҡапҡаның ярты яғы Гелат монастырендә һаҡлана (Грузия).

Артабан ҡала ер тетрәү эҙемтәләренән арына һәм мәҙәни, иҡтисади яҡтан үҫешкән Илдегизидтәр дәүләтенә әүерелә[9].

1231 йылда оҙайлы ҡамау һәм көслө яуҙарҙан һуң ҡаланы монголдар баҫып ала, был ҡаланың артабанғы яҙмышы өсөн үлемесле булып сыға. Монголдар менән һуғыштан һуң ҡала бик яй аяҡҡа баҫа. Ҡаланы тергеҙеү элекке урындамы, әллә яңыламы — һаман әле асыҡ түгел. Бер мәл ҡала яңы урынға XVII быуатта, Осман империяһы осоронда сефевид һуғыштары ваҡытында күсенгән тигән фараз да була. Яңы урында электән ҡайһы бер ҡаралтылар булған булыуы ла мөмкин[9].

XIV быуат ахырында, XV башында Гәнжә Аҡһаҡ Тимер (Тамерлан) ҡулы аҫтында була. 1588 йылда ҡаланы төрөктәр яулап ала, ә XVII быуатта сефевид шаһы Аббас I төрөктәрҙән ҡаланы тартып ала[5].

Ҡаланы яңы урынға күсереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Яңы Гәнжә» урынында XVI быуатта төҙөлгән ҡәлғәнең һаҡланып ҡалған өлөшө

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, шаһ Аббас I 1606 йылда Гәнжәне яулап алғас, ҡаланы икенсе урынға күсерергә ҡушҡан. М. М. Альтман фаразы буйынса, яңы Гәнжә 7 км көньяҡ-көнбайышҡараҡ һалынған, был урында 1588 йылда осман полководцы Фәрхәд-паша ҡәлғә төҙөткән булған [10] Альтман әйтеүенсә, «шаһ Аббас уғаса уҡ башланған яңы урынға күсенеүҙә бары тиҙләткән генә». Күсенеү ваҡытын автор күрһәтмәй, был хаҡта беҙгә бары шаһ Аббастың һарай тарихсыһы Мулла Кямал Мүнәжжим мәғлүмәте генә билдәле. Мулла Кямал Мүнәжжимде шаһ Аббас яңы урында ҡала төҙөүгә етәкселек итергә ебәргән була. Был йондоҙнамә буйынса Ҡыҙ йондоҙлоғо ваҡыты, кесаҙна, Рабиәс-сани айының 21-се көнө, Һижрә буйынса 1025 йыл була (8 май, 1616 йыл)[11].

Күсенеүҙәр һөҙөмтәһендә баштағы осорҙа (һәр хәлдә XVII быуаттың беренсе сиреге ахырынаса) Гәнжәлә бер мәлгә иҡтисадтың түбән төшөүе күҙәтелә. Хатта быуаттың икенсе сирегендә лә әле ҡала элекке дәүмәлгә күтәрелә алмай. Фараз итеүҙәренсә, Иҫке Гәнжәнең ҡала сиге төньяҡтан «Имам-задә» төрбәһенә тиклем барып еткәндер, сөнки архитектура йәһәтенән бай культ ҡоролмаһы кеше әҙ йәшәгән урында ҡуйылыуы бик шикле [11].

Архитектураһы һәм ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Археологик мәғлүмәттәр һәм беҙҙең көндәргәсә килеп еткән иҫтәлектәр буйынса Гәнжә Гәнжәсәй йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан булған. Ҡаланың һәр өлөшөн диуарҙар һәм ҡәлғәләр уратып алған. Ике ярҙағы халыҡ Гәнжәсәй аша һалынған өс күпер аша сығып йөрөгән. Ул күперҙәр хәҙер емерелгән. Береһе генә XIX быуат фотографияһы буйынса билдәле. Фотографиянан күренеүенсә, был күпер таң ҡалырлыҡ архитектура ҡоролмаһы булған. Башҡа мәғлүмәттәр менән сағыштырып, күпер йылға ағымы буйынса һалынған өсөнсөһө тип фаразлайҙар [8]. Күпер XII быуатта төҙөлгән, Гәнжәнең сәскә атҡан осрона тура килә [12]. Ярҙың ике яғындағы өлөштәр үҙ-ара яҡынса тигеҙ булған. Улар бик ныҡлы диуарҙар һәм йыш ҡуйылған ҡәлғәләр менән уратылған. [12].

Архитектура-археологик ҡаҙыныуҙар (1938—1940 йылдарҙа), Иҫке Гәнжәнең ҡәлғә диуарҙарын өйрәнеү уның архитектура күренеше тураһында мәғлүмәттәр тупларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, ҡаҙыныу һөҙөмтәләре буйынса халыҡ Гәнжәсәй йылғаһы ағыҙып килтергән материалдар менән киң ҡулланғанын күрһәтә [5].

Иҫке Гәнжәнән емерек диуарҙар, ҡәлғәләр, һайыҡҡан соҡорҙар, яр буйы диуарҙары сарпыһы, ике ярҙы бәйләгән өс күпер ҡалдыҡтары тороп ҡалған. Ҡала диуарҙары эсендә төрлө һауыт-һаба ватыҡтары күпләп табыла, улар араһында ябай ғыналары ла, глазурь менән ҡапланған, сәнғәти кимәлдә нәфис итеп эшләнгәндәре лә бар. Бик күп глазурләнгән кирбес, декоратив плитка, биҙәкле гипс пластинкалар табылған[5].

Соҡор янлап һалынған диуарҙар төрлө рәүештәге күпмөйөштәр хасил итә. Уң яҡта өс рәт ҡәлғә диуарҙары булғаны күренә. Ҡала эҙмә-эҙлекле үҫешкән, эске яғында цитадель булғанға оҡшаған[13].

Ҡала территорияһы төрлө яҡтан ауылдар, зыяраттар менән уратып алынған. Ҡала ситендәге ҡоролмалар менән иҫәпләгәндә дөйөм майҙаны 12-16 км² тәшкил иткән[14].

Ҡәлғә диуарҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫке Гәнжәнең ҡәлғә диуарҙары яндырылмаған кирбестән һәм һуҡҡан балсыҡтан һалынған, ә тышынан таш һәм кирбес менән көпләгән. Өрән-Ҡәлғә тигән урында шулай эшләнгән, мәҫәлән. Кирбес менән таштан ғына торған диуарҙар ҙа бар. Диуар ҡалынлығы урыны менән 3-6 метрға етә. Диуарҙы ныҡлы эзбиз иҙелмә менән һалғандар[5]. Иҙелмә көлһыу йә һары охра төҫөндә булған. Йыш ҡына шыршы рәүешле итеп биҙәкләп һалыу күҙәтелә. Ҡайһы саҡ ябай таш менән кирбес сиратлап һалынған булған[15].

Төҙөлөш материалын бик ҡупшы итеп һәм ныҡлы уйлап һалғандар. Мәҫәлән, ҡабырғаһына ҡуйылған кирбесте рамка һымаҡ итеп, эсенә суйырташ ҡуйып ҡалдырғандар. Суйырташты былай ҡуйыу уны ҡәлғә диуарына ярайһы ныҡлы беркетергә мөмкинлек биргән. Ошондайыраҡ алымдар Дербент диуарҙарында ла күҙәтелә [15].Иҫке Гәнжәнең суйырташты ошолайтып кирбес эсенә ҡалдырып һалынған диуарҙары әле лә емерелмәй тора, ә бына таштан ғына һалынған урындарында көптәре айырылып төшөп бөткән тиерлек [15].

Ваҡыты менән билдәле тәртиптә тотошлай һалынған суйырташтар араһында дүртмөйөшләп юнылған ҡыҙыл һәм аҡ таштар осрай. Улар араһына биҙәкләп дүрткел кирбестәр тултырылған була. [15].

Иҫке Гәнжә харабалары
Бөгөнгө Гәнжәнән 6-7 км төньяҡ-көнсығыштараҡ
Xan sarayı qalıqları 2.JPG
Gəncə qalası (daxili divar qalıqları) 2.JPG
Qala bürcü.JPG
Цитадель ҡалдыҡтары. Суйырташ рәттәре араһында кирбес ҡатламдар күренә. Суйырташтан һалынған диуар ҡалдыҡтары Ҡәлғә башняһы ҡалдыҡтары. Кирбес менән суйырташ ҡатламы күренә.

Яр буйы башнялары һәм диуарҙары ярҙы һыу йыуҙыртыуҙан да, ҡаланы баҫҡынсыларҙан һаҡлау бурысын да үтәгән, шуға күрә уларҙы уғата ентекле итеп һалғандар. Ҡәлғәнең буйынан-буйына материал бик дөрөҫ итеп һалынған. Ошондай ентекле, бөхтә эш Гәнжәсәй һыуы быуаттар буйы йыуып тороуына ҡарамаҫтан был диуарҙарҙың яҡшы һаҡланыуына булышлыҡ иткән. Хәҙерге ваҡытта улар һаман үҙенең тәүге төп бурысын үтәүен дауам итә: ярҙарҙы йылға йыуыуынан һаҡлай[15]. Диуар мөйөштәре башнялар ярҙамында тоташтырылған һәм һаҡланған. Диуарҙарҙа һәм башняларҙа атышыр өсөн махсус ярыҡтар ҡалдырылған [16].

Гәнжәнең барлыҡ диуарҙары төрлө ваҡытта, ҙур ҡаланың биҫтәләре үҫә барған һайын өҫтәлеп төҙөлгән [17].

Ҡоролмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

40-сы йылдар башында Иҫке Гәнжә торлаҡтарында ҡаҙыныу эштәре архитектура тураһында һүҙ йөрөтөрлөк әллә ни бирмәгән, әммә дөйөмләштереп шуны әйтергә була: өй нигеҙҙәрен суйырташтарҙан, диуарҙарҙы яндырылмаған йәки яндырылған кирбестән һалғандар, эс яҡтан өй ҡабырғалары 2-3 см ҡалынлыҡта һыланған, ә штукатуркаға йоҡа ғына алебастр һөрткәндәр [15]. Иҙәндәр балсыҡты тапап эшләнгән, ҡайһы бер урындарҙа яндырылған дүрткел кирбестән һалынған. Ҡамыш ҡушып баҫып, бүлмә бүлгәндәр. Икмәк һалырға тандыр яһағандар, бешеренергә усаҡ булған [15]. Ҡалаға таҙа шишмә һыуы килеп торған, уны тышынан ҡалын итеп көл һалынған балсыҡ торбалар ярҙамында биргәндәр [15].

Ҡәлғә диуарҙары өлөштәрен, күперҙәрҙе, башняларҙы тикшергәндә төҙөлөш техникаһы һәм оҫталығы үҙ заманы өсөн юғары кимәлдә булғаны асыҡланған. XII быуаттың маһир оҫталары һәм ташсылары тураһында урындағы материал — Гәнжәсәй суйырташын, Кесе Кавказдың итәгенән алынған таштарҙы файҙаланып Иҫке Гәнжәнең төрлө ысулдар менән төҙөлгән, зауыҡлы һәм нәфис ижад ителгән биҙәкле матур ҡәлғә диуарҙары һөйләй. Оҫталар сифатлы иҙелмәләрҙе белгән һәм ҡулланған [18].

Иҫке Гәнжә биләмәләрендә бай архитектуралы, матур биҙәлгән биналар күп булған, был хаҡта мул булып таралып ятҡан биҙәкле кирбестәр, глазурь һөртөлгән плиткалар, алебастр биҙәктәр һөйләй. Иң яратып ҡулланылған төҫтәр: зәңгәр, зөбәржәт йәшел, миләүшә төҫкә күсә барған ҡарағусҡыл күк [18]. Ҡәлғә диуарҙары артында глазурлы төҫлө кирбестәр менән биҙәлгән төрлө биналар, зиннәтле һарайҙар, каруанһарайҙар, торлаҡтар, мәсеттәр теҙелеп киткән[16].

Иҫке Гәнжә биләмәһендә Низами Гәнжәүи төрбәһенең харабалары 1925 йыл

Иҫке Гәнжә биләмәһендә күренекле фарсы шиғриәте классигы Низами Гәнжәүи йәшәгән. Уның ҡәбере Гәнжәнән 5-6 км алыҫлыҡта, Гәнжә-Герән юлы буйында, боронғо почта һәм сауҙа юлы яғында. Иҫке Гәнжә ташланғас, яңы юл өсөн XVII быуатта Гәнжәсай аша яңы Гәнжә яғынан 6 бүлемле күпер төҙөлә. «Хан күпере» тип аталған был күпер XIX быуатта емертелә[19]. Низами ҡәбере өҫтәндә бәләкәй генә төрбә һалынған булған. Тбилисиҙағы 1903-1905 йылдарҙа Усейн-Хан Риза-задәнең натуранан төшөргән һүрәтенән күренеүенсә, төрбә тыштан көмбәҙле куб рәүешле итеп эшләнгән булған. Төньяҡ ҡабырғаһында сите ябай һыҙатлы тар ғына ишек [20]. Ҡаҙыныу эштәре XIII быуатта эшләнгән төрбәнең баштан һалынған ҡалдығы ер аҫтында тәрәндә ҡалыуын күрһәткән. Ә 1925 йылға хәтлем һаҡланған өҫкө өлөшө һуңғы йылдарҙа төҙөкләндереп эшләнгәне асыҡланған [21]. 1922 йылда Низами ҡәберен асҡандар, уның һөйәктәрен яңы табутҡа һалып Гәнжәгә күсергәндәр, әммә Баҡынан уны элекке урынына ҡайтарырға бойороҡ килгән. 1932 йылда шағирҙың ҡәбере өҫтөндә ваҡытлыса ғына һәйкәл ҡуйыла (был ваҡытҡа элекке төрбәнән бер ни ҙә тиерлек ҡалмаған була). 1947 йылда Низами ҡәбере өҫтөндә яңы төрбә ҡуйыла [20].

Иҫке Гәнжәлә «Имам-задә» төрбәһе, XIV быуат, реставрациянан һуң

Иҫке Гәнжә биләмәһендә йәнә йәнә ике архитектура ҡомартҡыһы — «Гөй-Имам» һәм «Йомарт Ҡассаб» төрбәләре бар. Беренсеһе «Имам-заде» төрбәһе тип тә аталғаны Иҫке Гәнжә харабаларынан төньяҡтараҡ урынлашҡан. 1878-79 йылдарҙа генерал-майор Едигаров Исрафил-бек (Исрафил бәк Ядигарзадә) инициативаһы менән төрбә тергеҙелә. Реставрация тураһындағы яҙманан күренеүенсә ул 1878 йылда тергеҙелгән. XVIII быуаттың Әрмән тарихсыһы Чамчян Микаэл һәм XIX быуат сәйәхәтсеһе В. С. Джалалян яҙыуҙарынса, халыҡта "Гөй-имам"дыҡы тигән ҡәберҙә 1393 йылда монгол илбаҫарҙары ҡулынан һәләк булған ниндәйҙер Хосров ята, йәғни, ҡомартҡыны XIV быуатҡа бәйләйҙәр. Әрмән яҙмаһы менән мәғлүм ителгән хәбәр ҙә ниндәйҙер гәнжә Хосровының аяныслы, вәхшиҙәрсә үлтерелеүен бәйән итә [22].

Иҫке Гәнжәнең уң ярҙағы көньяҡ диуарҙарынан бер километр самаһы алыҫлыҡта икенсе ҡомартҡы — Йомарт Ҡассаб («Джомард-Кассаб») төрбәһе, ул кирбестән эшләнгән. Тарихсы И. П. Щеблыкин хәбәр итеүенсә, ул йәнәһе тыуған ҡалаһын илбаҫарҙарҙан һаҡлаған ваҡытта ҡаһармандарса һәләк булған итсегә бағышланған. Халыҡ хәтере был ҡомартҡыны IX быуатҡа ҡайтарып ҡалдыра. Был килеш уны, Щеблыкин һүҙҙәренсә, боронғораҡ ваҡытҡа индерерлек нигеҙе юҡ [22]. Көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ ҡабырғаларында уйымдар бар, был төрбәнең ни ҡәҙәрҙер ротонда рәүешлерәк булыуын күрһәтә [23].

Кәсептәр һәм сауҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Быяла һәм керамика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәнжә оҫталары ул заман өсөн ҡыйбат торған быяла ла эшләй белгән. Улар стакандар, бокалдар ҡойған, муйынсаҡ, беләҙек, йөҙөк кеүек биҙәүестәр эшләгән. Йоҡа ғына үтә күренмәле, төҫлө таҫма кеүек һыҙаттар менән биҙәлгән быяла менән бер рәттән ябай ғынаһы ла сығарылған. Оҫтаханалар янында шулай уҡ быяла шлактары ла табылған [24].

Гәнжәнең төп кәсептәренең береһе — керамика етештереү булған. Ҡаҙыныу эштәре барғанда табылған һауыттар һәм өлөштәре керамика һауыт-һабаның төрлө булыуын күрһәтә: кувшин, сеүәтә, туҫтаҡ, сыраҡ, конус кеүек һауыттар сифаты һәм тәғәйенләнеше буйынса күп һанлы булған. Яндырылған балсыҡтан тыш һауыт-һабаның ҡыйбатырағы ла етештерелгән: буяулы керамика һәм полихром ҡулланылған. Гәнжә янындағы археологик табыштар араһында люстра керамикаһы һәм сәнғәти фаянс та бар. М. Альтман әйтеүенсә, бындай һауыт-һабаны бай ҡатлам ҡулланған [24].

Гәнжә керамикаһының биҙәктәре бик бай — үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, кеше һындары һәм халыҡ риүәйәттәренән күренештәр бик зауыҡлы итеп төшөрөлгән [24]. Шулай уҡ, Гәнжәнең керамика оҫтаханаларында глазурләнгән кирбес һәм, хәҙергесә әйткәндә, кафель етештерелгән. Уларҙы зиннәтле һарайҙар, мәсеттәр, төрбәләр, байҙарҙың йорттарын биҙәү өсөн файҙаланғандар [25]. Иҫке Гәнжә майҙандарында археологик эҙләнеүҙәр ваҡытында уларҙың һыныҡтары бик күп табылған [25].

Иҫке Гәнжәнән балсыҡ әйберҙәр өлгөләре
Qədim Gəncə gil qab 3.JPG
Qədim Gəncə kuzə şirli.JPG
Qədim Gəncə gil qab 2.JPG
Балсыҡ һауыт Гәнжә тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы. (Гәнжә) Фаянс һауыт-һаба Гәнжә тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы. (Гәнжә) Балсыҡ һауыт-һаба. Әзербайжан атабәктәре осоро, Мөхәммәт Джаһан Пехлеван исеме яҙылған. Гәнжә тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы. (Гәнжә)

Металл эшкәртеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәнжәнән йыраҡ түгел урынлашҡан мәғдән, баҡыр, көмөш һәм әсеүташ ятҡылыҡтары ҡаланың үҙендә уларҙы эшкәртеү менән шөғөлләнергә мөмкинлек биргән. Гәнжәнән йыраҡ түгел мәғдән сығарылғанын Хәмдаллаһ Казвининың «Нузхат әл-ҡулуб» яҙмаһында күрергә була, ул «Тимер… арран Гәнжәһе янында» тип яҙып ҡалдырған[26].

Гәнжәлә ҡаҙыныу эштәре барышында табылған тимерлек күреге, тимер һәм металл шлактары ҡаланың үҙендә металл эшкәртеүсе оҫтаханалар булыуын күрһәтә, тимерселәр, оҫталар һауыт-һаба, уҡ, сөй, тимер ырғаҡтар һәм элмәктәр, башҡа нәмәләр етештергән [27].

Гәнжәлә һәм тирә-яғында бик күп баҡыр аҡса табыла, уларҙы етештереү ҙә был металды эшкәрткәндәрен дәлилләй. Табылдыҡтарҙан күренеүенсә, сығарған урыны яҙылмаһа ла, монеталар күпселектә Гәнжәнең тәңкә һуғыу йортонда һуғылған тип әйтергә сәбәп бирә. Тәңкәләр шул тиклем күп, был тәңкә һуғыуға бәйле оҫталар ҙа (баҡырсылар, ҡырҡыусылар, һуғыусылар һ.б. .) күп булыуын күрһәтә [27].

Мәғлүмәт ҡалдырыусылар (мәҫәлән, Ибн әл-Джәузи) күрһәтеүенсә, Гәнжә оҫталары араһында биҙәүестәр генә түгел, ҡыйбатлы көмөш һауыт-һаба эшләүсе зәрҡәрҙәр ҙә булған. Был һауыт-һабаны байҙар һатып алған һәм баҫып алыусыларҙың да ҡиммәтле табышына әйләнгән [27].

Иҫке Гәнжәнең металл әйберҙәре өлгөләре
Qədim Gəncə qızıl boyunbağı.JPG
Qədim Gəncə gümüş sırğa.JPG
Antropomorf mis bəzək, Gəncə.JPG
Bronze idol from Ganja.JPG
Илдегизидтар осороноң алтын бетеүе. Гәнжә тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы. (Гәнжә) Әзербайжан атабәктәре осороноң көмөш һырғалары. Гәнжә тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы.(Гәнжә) Антропоморф баҡыр биҙәүес, Әзербайжан атабәктәре осоро. Әзербайжан Тарих музейы (Баҡы) Бронза балбал. Әзербайжан Тарих музейы (Баҡы)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Насирли, 1990, с. 6
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Альтман, 1949, с. 8
  3. Ахмедов, 1988, с. 5
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Ахмедов, 1988, с. 6
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Щеблыкин, 1943, с. 44
  6. Arazova R. Alpan çayı sahilindən olan görkəmli albanşünas (әзерб.) // Azərbaycan Arxeologiyası : журнал. — 2001. — No 3. — S. 1-4.
  7. C. Edmund Bosworth. Ganja (инг.) // Encyclopædia Iranica. — 2000. — Vol. X. — P. 282-283.
  8. 8,0 8,1 Саламзаде и др., 1979, с. 122
  9. 9,0 9,1 9,2 Саламзаде и др., 1979, с. 124
  10. Альтман, 1949, с. 94
  11. 11,0 11,1 Гейдаров, 1982, с. 118
  12. 12,0 12,1 Саламзаде и др., 1979, с. 123
  13. Мамед-заде К. М. Строительное искусство Азербайджана (с древнейших времён до XIX века) / Научный редактор aкадемик АН Азерб. ССР А. В. Саламзаде. — Баку: Элм, 1983.
  14. Щеблыкин, Горчакова, 1947, с. 60
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 15,6 15,7 Щеблыкин, 1943, с. 46
  16. 16,0 16,1 Щеблыкин, 1943, с. 48
  17. Альтман, 1949, с. 37
  18. 18,0 18,1 Щеблыкин, 1943, с. 47
  19. Щеблыкин, 1943, с. 49
  20. 20,0 20,1 Щеблыкин, 1943, с. 50
  21. Альтман, 1949, с. 38
  22. 22,0 22,1 Альтман, 1949, с. 39
  23. Щеблыкин, 1943, с. 51
  24. 24,0 24,1 24,2 Альтман, 1949, с. 42
  25. 25,0 25,1 Альтман, 1949, с. 43
  26. Альтман, 1949, с. 44
  27. 27,0 27,1 27,2 Альтман, 1949, с. 45

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Альтман М. М. Исторический очерк города Ганджи. — Б.: Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1949.
  • Ахмедов Р. Дж. Гянджа средневековья (археологическое изучение). — Б.: Элм, 1988.
  • Гейдаров М. Х. Города и городское ремесло Азербайджана XIII-XVII веков. Ремесло и ремесленные центры. — Б.: Элм, 1982. — 280 с.
  • Насирли Х. М. Гянджа. Архитектурно-планировочное развитие. — Б.: Элм, 1990. — 125 с.
  • Саламзаде А. В., Авалов Э. В. и Салаев Р. Д. Проблемы сохранения и реконструкции исторических городов Азербайджана / Под ред. М. А. Усейнова. — Б.: Элм, 1979.
  • Щеблыкин И. П. Памятники азербайджанского зодчества эпохи Низами (материалы) / Под ред. И. Джафарзаде. — Б.: Издательство АзФАН, 1943.
  • Щеблыкин И. П., Горчакова Н. Г. Ганджа XII века // Архитектура Азербайджана. Эпоха Низами. — Б.: Государственное архитектурное издательство, 1947.