И. Ф. Крузенштерн һәйкәле
И. Ф. Крузенштерн һәйкәле | |
Административ-территориаль берәмек | Василеостровский районы[d] |
---|---|
Дәүләт | |
Файл:1238. St. Petersburg. Monument to the navigator I. F. Krusernshturn.jpg | |
Бағышланған | Крузенштерн Иван Фёдорович |
Нигеҙләү датаһы | 1873 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Василеостровский район (улицы А-Л)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | набережная Лейтенанта Шмидта, напротив дома 17 |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Иван федорович Крузенштерн һәйкәле — Рәсәйҙә урыҫ диңгеҙсеһе, адмирал Крузенштерн Иван Федоровичҡа ҡуйылған сульптура һәйкәле. Скульптура һәйкәле Санкт-Петербург ҡалаһының Лейтенант Шмидт яр буйындағы Диңгеҙ корпусы бинаһы ҡаршыһында урынлаштырылған. һәйкәл1873 йылда скульптор И. Н. Шредер һәм архитектор И. А. Монигетти проекты буйынса эшләнгән. Был һәйкәл федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты тип һанала[2].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1869 йылда адмирал И. Ф. Крузенштерндың (1770—1846) тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы һәйкәл ҡуйыу өсөн халыҡ араһында аҡса йыйыу башланып китә. Рәсәйҙә подписка буйынса 7 мең һум аҡса йыйылған булһа, тағы ла 3140 һумы Рәсәй Диңгеҙ министрлығы тарафынан бүленә[3]. Һәйкәл урынлаштырыу өсөн урынды Нева ярында, И. Ф. Крузенштнрн уҡыған һәм һуңынаныраҡ корус директоры булған Диңгеҙ кадет корпусы бинаһы ҡаршыһында, һайлайҙар[4].
1870 йылдың 8 ноябрендә Иван Федорович Крузенштерндың тыуыуына йөҙ йыл тулған көндө һәйкәлгә беренсе таш һалалар. 1871 йылда Николай һәм Иван Бариновтар оҫтаханаһында һәйкәлдең гранит постаменты йышып эшләнә. 1872 йылдың аҙағында А. Морандың бронза ҡойоу заводында И. Ф. Крузенштерындың кәүҙәһен һүрәтләгән скульптура ҡойола. Рәсәй империяһының Санкт-Петербург ҡалаһында 1873 йылдың алтынсы ноябрендә диңгеҙсе- сәйәхәтсе И. Ф. Крузенштерн һәйкәлен асыу тантанаһы үтә[3].
1970 йылда һәйкәлдәге бронза кортикты урлайҙар, һуңынан был бронза кортикты суйындан эшләнгән күсермәһе менән алмаштыралар. 1999 йылда был үҙенсәлекле төп нөсхә бронза кортик табыла һәм яңынан һәйкәлдә урынлаштырыла[3].
Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гранит постаментта бронза Крузенштерн баҫып тора, ул бик ныҡ уйланып башын аҫҡа табан эйгән. Диңгеҙ гиҙергә яратҡан сәйәхәтсе И. Ф. Крузенштерн адмирал мундирында, бил ҡырына кортик аҫҡан. Крузенштерндың ҡулдары күкрәгендә ҡаушырылған, һул ҡулында төрөлгән карта бар. Постаментта ҙур булмаған барельеф, унда негр менән малайзия кешеһе һүрәте һәм: «Беренсе булып ер йөҙөн урап йөҙөп сыҡҡан рус адмиралы Крузенштерн Иван Федорович»- тигән яҙма бар[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Крузенштерну И. Ф., памятник
- ↑ 4,0 4,1 Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники деятелям науки и культуры, выполненные в конце XIX начале XX века // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.