Йондоҙҙар картаһы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Йондоҙҙар картаһы
Ҡайҙа өйрәнелә celestial cartography[d]
Рәсем

Йондоҙҙар картаһы — йондоҙло күктең йәки уның өлөшөнөң һүрәте, картала шартлы тамғалар системаһы ярҙамында күк йөҙөндә урынлашҡан объекттар (йондоҙҙар, планеталар, кометалар һәм башҡа есемдәр) күрһәтелә. Географик карта кеүек үк, йондоҙҙар картаһы күк йөҙө координаттарының экватораль системаһында координаттар селтәре менән тәьмин ителә. Йондоҙло күк йөҙө карталарыныңы рәсем итеп ҡулдан эшләнелгәндәре лә йәки фотографияға төшөрөлгәндәре лә була.

Күктәге сиктәш участкалар индерелеп эшләнгән йодоҙҙар карталары йыйылмаһы күк йөҙө атласы тип атала.

Йондоҙҙар картаһы күктәге астрономик объекттарҙы каталогтарҙағы объекттар менән тиңләү, координаттары буйынса уларҙы эҙләү өсөн тәғәйенләнә.

Картографик проекциялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күктең Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙары өсөн айырым, ғәҙәттә, стереографик проекцияла дөйөм күҙәтеү йондоҙҙар карталары төҙөлә. Һүрәт төшөргәндә Күктең экваториаль билбауын төшөрөү өсөн цилиндрик проекциялар ҡулланыла. Күк йөҙөнөң Ҡотоп райондары азимуталь проекцияларҙа, ә ике аралағылары конус проекцияларында һүрәтләнә .

Күк көмбәҙе тулыһынса күрһәтелгән йондоҙҙар карталарында көнбайыш менән көнсығыштың урындары алмаштырыла, сөнки бындай карталар, күҙәтеүсе уларға реаль күккә ҡараған кеүек аҫтан өҫкә ҡарай, тигән фараз менән эшләнгән (әйтәйек, Төньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан күҙәтеүсе йөҙө менән көньяҡҡа ҡарап баҫырға тейеш).

Йондоҙҙар карталарын һәм күк йөҙө атластарын төҙөү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Голланд картографы Фредерик де Виттың XVII быуаттағы йондоҙло күк картаһы.
Небраның күк дискыһы

Бик боронғо заманда мамонттың һуҡҡы тешенән Азиянан Европаға күсенгән кешеләр семәрләп эшләгән йондоҙҙар картаһы иң боронғо булырға тейеш. Ул 1979 йылда Германияла табыла. Артефактҡа 32 500 йыл, унда һырлап эшләнгән биҙәк Орион йондоҙлоғона оҡшаған[1].

Францияның Ласко мәмерйәһе стенаһындағы график һүрәт йондоҙҙар йыйылмаһы Плеяданы хәтерләтә. Ул 33 мең йылдан алып 10 мең йылға тиклем элек төшөрөлгән. Тикшеренеүсе Майкл А. Раппенглюк, ул мәмерйәләрҙәге ҡош, бизон башлы кеше һәм ағас башындағы ҡош башы һүрәттәре бергә ул заманда циркумполяр йыйылма булған Йәйге өсмөйөштө хәтерләтә, тип фаразлай[2]. Раппенглюк шулай уҡ Испанияның төньяғында Эль-Кастильо мәмерйәһендә Төньяҡ Тажы йондоҙлоғо һүрәтен таба, ул да Ласко мәмерйәһендәге һүрттәр менән бер дәүерҙә эшләнгән.

Францияның La Tête du Lion мәмерйәһендә 21 мең йылдан ашыу элек төҙөлгән йондоҙҙар картаһы табыла. Был һүрәттәге Үгеҙ Буға йондоҙлоғон һүрәтләүе ихтимал. Буғанан өҫтә Плеяда биҙәге төҫмөрләнә.

Һиндостандың Кашмир өлкәһендә 5 мең йыл элек төшөрөлгән карта табыла, унда шулай уҡ кешелек тарихында беренсе тапҡыр үтә яңы Йондоҙҙар картаһы һүрәтләнә[3][4].

Небранан күк дискыһы — диаметры 30 см-ға тигеҙ булған, аквамарин төҫөндәге патина менән ҡапланған, Ҡояш, Ай һәм 32 йондоҙҙо, шул иҫәптән Плеяда йыйылмаһын һүрәтләгән алтын өҫтәмәләр ҡуйылған бронза диск. Художество һәм археология күҙлегенән ҡарағанда — уникум[5][6]. Ситләтелгән билдәләре буйынса ул Үҙәк Европалағы унетиц мәҙәниәтенә (б. э. т. XVII быуат тирәһе) ҡарай, тип танылған. Әгәр диск ҡояш торошо мәлдәрендә Ҡояштың сығыу һәм байыу нөктәләре араһындағы мөйөштө иҫәпләү өсөн ҡулланылған, тигән гипотеза ҡабул ителһә, уны шундай төрҙәге иҫәпләүҙәр өсөн файҙаланылған бик боронғо күсмә ҡоролма тип танырға кәрәк. Дискының уң яҡтағы һәм һул яҡтағы ситенә дуғаға оҡшаш алтын пластиналарҙың өҫтәләүе уның астрономик функцияны башҡарыуына ишара, әммә пластиналарҙың алтыны Ҡояш, Ай һәм йондоҙҙар эшләүҙә ҡулланылған алтындан айырылып тора. Дуғалар 82 градуслы мөйөштө ҡаплай, был мөйөш ҡояштың Небра киңлегендә йәйге һәм ҡышҡы ҡояш торошо мәлдәрендәге торошон һүрәтләй. Дискылағы тағы ла бер һүрәт ҡояш кәмәһен (ишкәктәрҙе һүрәтләгән күп һанлы арҡыры һыҙаттар ҙа бар), Ҡош юлын, йәки йәйғорҙо һынландыра.

Теүәл датаһы асыҡланған иң боронғо карта беҙҙең эраға тиклем 1534 йылда боронғо Мысыр астрономияһында хасил була[7]. Бик боронғо замандан билдәле булған йондоҙҙар картаһы б. э. тиклем 2-се мең йыллыҡ дәүерендә, Кассита осоронда (яҡынса б. э. т 1531—1155 йй.), Месопотамияның боронғо Вавилон астрономдары тарафынан төҙөлә[8]. Ҡытай астрономияһының иң боронғо яҙмалары Үҙ-ара һуғышыусы Дәүләттәр (беҙҙең эраға тиклем 476—221 йй.) дәүеренә ҡарай, ләкин астрономдар Ши Шэнь һәм Ган Деның һәм беҙҙең көндәргә килеп еткән ҡытай йондоҙҙар каталогтары иң боронғо каталогтар тип таныла, ул каталогтарҙы Көнбайыш Ханьцы тарихсыһы Сим Цянь тарафынан б. э. тиклем II быуатта яҙып ҡалдырған осорона ҡарай, табылған, каталогтарҙы ваҡытында ҡытай әммә иң тәүге ши һаҡлау беҙҙең эраға тиклем 2-се быуатында таба[9]. б. э. тиклем V быуатта И Цзэня кәшәнәһенән табылған лаклы ҡумтасыҡ тышына төшөрөлгән төнгө күктең график һүрәте иң боронғо ҡытай артефакты тип таныла. һүрәттә күк йөҙөндәге айырым йондоҙҙар һүрәтләнмәгән, әммә ҡытай йондоҙлоғоноң урынлашҡан урыны теүәл күрһәтелгән[10].

Атлант Фарнезе

Атлант (Атлас) Фарнезе — Атланттың (грек мифологияһындағы Титан) эллинистик скульптураһы, беҙҙең эраның икенсе быуаты менән билдәләнә, әлеге ваҡытта Неаполь Милли археология музейы коллекцияһында һаҡлана, ул — боронғо грек йондоҙлоҡтарының беҙҙең көндәргә килеп еткән иң боронғо һүрәте. Прецессия һөҙөмтәһендә ваҡыт үтеү менән йондоҙлоҡтоң торған урыны әкренләп үҙгәрә. Йондоҙлоҡтоң 41-се положениеһын селтәр ҡулсалары менән сағыштырып, тәүге күҙәтеүҙәр үткәрелгән дәүерҙе асыҡларға мөмкин. Ошо мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, б. э. тиклем 125± 55 йылдарҙа йондоҙлоҡтар каталогы төҙөлгән, тип әйтергә була. Был дәлил б. э. тиклем II быуатта грек астрономы Гиппархтың йондоҙҙар каталогы файҙаланылыуын раҫлай[11]. Ҡайһы бер белгестәр был фекер менән риза түгел, улар билдәләүенсә, глобустағы һүрәттәрҙе ентекләп күҙҙән үткәргәндә, Гиппарх мәғлүмәттәренә тап килеүгә ҡарағанда, скульптураның айырмалыҡтары күберәк[12][13].

Дендер Зодиагын реконструкциялау

Дендер Зодиагы скульптурала — Дендер ҡалаһындағы Хатор ғибәҙәтханалар комплесы түшәмендәге Осирисҡа арналған мысыр барельефы, унда зодиактың Буға һәм Үлсәү һүрәттәре бар. Был часовня Птоломейҙарҙың һуңғы дәүерендә төҙөлә, ә төкәтмәне император Тибрей төҙөтә . Тап ошо факт Жан-Франсуа Шампольонға рельефтың грек-рим дәүерендә эшләнеүен билдәләргә ярҙам итә. Зодиак — горизонталь яҫылыҡҡа проекцияланған йондоҙҙар картаһы ул. Карта зодиак билбауының 12 йондоҙлоғон күрһәтә, 10-ар көндән торған 36 декан (тәүге дәүмәл йондоҙҙары төркөмө) һәм планеталарҙы формалаштыра. Зодиакты ҡулса формаһында эшләү Боронғо Мысыр сәнғәте өсөн яңылыҡ була, сөнки быға тиклем ул тура мөйөшлө яҫылыҡта эшләнгән була. Күк көмбәҙе диск формаһында күрһәтелә, ул ҡатын-ҡыҙ һынына оҡшатып эшләнгән дүрт колонна өҫтөнә ҡуйылған, улар араһына ыласын башлы йәндәр (духи) урынлашҡан. Беренсе түңәрәктәге 36 йән боронғо Мысыр йылының 360 көнөн символлаштыра. Эске түңәрәктә зодиак билдәләрен хасил иткән йондоҙлоҡто күрергә мөмкин. Уларҙың ҡайһы берҙәре шул уҡ грек-рим иконография образдарында (мәҫәлән, Ҡуҙы, Буға, Саян һәм Ылаҡ), йәки һуңғы ғәрәп һәм көнбайыш йолалары буйынса һүрәтләнә, ә башҡалары боронғо мысыр формаһында күрһәтелә: Һыуғояр, мәҫәлән, ташҡындар аллаһы Хапи кеүек һынландырыла, уның ҡулдарындағы ике вазанан һыу эркелеп ағып тора[14][15][16].

Рәсем итеп төшөрөлгән карталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баштараҡ йондоҙло күкте мөмкин тиклем анығыраҡ һүрәтләү өсөн йондоҙҙар глобусы эшләнә. Билдәле йондоҙҙар карталарының иң боронғолары XIII быуатта төшөрөлгән. 1603 йылда «Уранометрия» — хәҙерге заман тибындағы тәүге йондоҙҙар атласы донъя күрә, уны немец астрономы Иоганн Байер эшләй. Был атласта тәүге тапҡыр, уларҙың яҡтыраҡ йәки баҙығыраҡ булыуына ҡарап, йондоҙҙарҙы билдәләү системаһында грек алфавиты хәрефтәре ҡулланыла .

XVIIXIX быуаттарҙа атлас барлыҡҡа килә. поляк астрономы Ян Гевелий (1690), инглиз астрономы Джон Флемстид (1729), немец астрономдары Иоганн Элерт Бод (1782), Фридрих Аргеландер (1843), Эдуард Хейстарҙың (1872) атластары донъя күрә. Тәүге урыҫса йондоҙҙар картаһы 1699 йылда Петр I бойороғо буйынса баҫтырып сығарыла.

Хәҙерге заманда XX быуатта совет астрономдары Александр Михайлов һәм чех астрономы Антонин Бечварж эшләгән йондоҙҙар атласы киң ҡулланыла.

Фотографик карталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1887 йылда Халыҡ-ара астрономия конгресында фотографик «күк картаһын» төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Был эш төрлө илдәрҙең обсерваторияларында башҡарыла. Тотош күктең 22 мең биттән торған фотографик атлласы булдырылырға тейеш була, әммә эш тамамланмайынса туҡтала.

Тәүге фотографик йондоҙҙар атласы 1967 йылда АҠШ-та эшләнә. Уны төҙөү буйынса эште 1954 йылда Милли география йәмғиәте һәм Паломар обсерваторияһы башлап ебәрә. Атлас күк йөҙөндәге йондоҙҙарҙы асыҡ итеп күреү мөмкинлеген биргән күк һәм ҡыҙыл төҫтәге нурҙар ҡулланып эшләнә. XХ быуатта шулай уҡ йондоҙҙар карталары баҫтырыла (Британия Король астрономик йәмғиәте астрономдары Иоганн Пализа, Максимилиан Вольф һ. б.), уларҙа градус селтәре өҫтәп төшөрөлгән фотографиялар репродукциялары бирелә.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Whitehouse, David. 'Oldest star chart' found, BBC (21 ғинуар 2003). 29 сентябрь 2009 тикшерелгән.
  2. Lucentini, Jack. Dr. Michael A. Rappenglueck sees maps of the night sky, and images of shamanistic ritual teeming with cosmological meaning, space. 29 сентябрь 2009 тикшерелгән.
  3. http://www.tifr.res.in/~archaeo/papers/Prehistoric%20astronomy/Oldest%20Supernova%20record%20in%20Kashmir.pdf
  4. SoundCloud — Hear the world’s sounds
  5. The Nebra Sky Disc (Germany) (ингл.) (pdf). UNESCO. Дата обращения: 23 февраль 2013. Архивировано 27 февраль 2013 года.
  6. The Sky Disk of Nebra: Evidence and Interpretation (ингл.). Megaliths.net. Дата обращения: 23 февраль 2013. Архивировано 27 февраль 2013 года.
  7. von Spaeth, Ove. Dating the Oldest Egyptian Star Map // Centaurus. — 2000. — Т. 42, № 3. — С. 159—179. — DOI:10.1034/j.1600-0498.2000.420301.x. — Bibcode2000Cent...42..159V.
  8. North, John. The Norton History of Astronomy and Cosmology. — New York and London: W.W. Norton & Company, 1995. — ISBN 0-393-03656-1.
  9. Sun, X.; Kistemaker, J. The Chinese Sky During the Han: Constellating Stars and Society. — Koninklijke Brill, 1997. — С. 21—22. — ISBN 90-04-10737-1.
  10. Sun, X.; Kistemaker, J. The Chinese Sky During the Han: Constellating Stars and Society. — Koninklijke Brill, 1997. — С. 18—19. — ISBN 90-04-10737-1.
  11. Schaefer B. Discovery of the lost star catalog of Hipparchus on the Farnese Atlas
  12. Duke D. The Farnese Globe 2006 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған.
  13. Rawlins D. Farnese Atlas Celestial Globe: Proposed Astronomical Origins
  14. ompkins, Peter. Secrets of the Great Pyramid. Harper & Row. pp. 172-73. ISBN 0-06-090631-6
  15. Zodiac of Dendera, epitome. (Exhib., Leicester Square). J. Haddon, 1825.
  16. Saulnier, Sébastien L. Notice sur le voyage de M. Lelorrain en Egypte: et observations sur le zodiaque circulaire de Denderah. — Chez l'auteur, 1822.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]