Йоханна Матинтало
Спорт төрө | Саңғы ярыштары и бег на средние дистанции[d] |
---|---|
Һөнәр төрө | участница лыжных гонок, бегун на средние дистанции |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Ҡатнашыусы | чемпионат мира по лыжным видам спорта 2017[d], 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары, чемпионат мира по лыжным видам спорта 2019[d], Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2021[d] и Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2023[d] |
Спорт командаһы ағзаһы | Pöytyän Urheilijat[d] |
Файл:20190226 FIS NWSC Seefeld Ladies CC 10km Johanna Matintalo 850 4518.jpg | |
Тыуған көнө | 11 декабрь 1996[1] (27 йәш) |
Ауырлығы | 62 килограмм[2] |
Гражданлығы | |
Бейеклеге/буйы | 177 сантиметр[2] |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Йоханна Катариина Матинтало (фин. Johanna Katariina Matintalo; 11 декабрь 1996 йыл, Пеутюй, Финляндия) — Финляндия спортсыһы, саңғысы һәм элекке еңел атлет.Финляндия командаһы составында саңғы спорты буйынса донъя чемпионатында 4×5 километрлыҡ эстафетала 2021 йылда бронза миҙал яулаусы.
Спорт карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Еңел атлетикалағы карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Саңғыла йүгереү менән шөғөлләнеүҙән тыш, Йоханна Матинтало йәштән үк етди рәүештә еңел атлетика менән шөғөлләнә: урта дистанцияларға йүгереү буйынса үҙ йәшендәгеләр категорияһында бер нисә тапҡыр милли рекорд ҡуя, үҫмерҙәр һәм юниорҙар донъя чемпионатында ҡатнаша. 14 йәшендә Финляндияның өлкәндәр өсөн чемпионатында 800 метрға йүгереүҙә финишҡа икенсе булып килә, шул уҡ ваҡытта үҙенең шәхси рекордын 6 секунд самаһына яңырта[3]. Бер йылдан һуң спортсы үҙенең көмөш уңышын ҡабатлай, ә 2013 йылда ошо уҡ дистанцияла ил чемпионы була[4].
Артабан Матинталоның еңел атлетикалағы үҫеше туҡталып ҡала — сәбәбе булып спортта күп йәрәхәттәр алыуы тора. 2016 йылда ул барлыҡ иғтибарын саңғы ярышына йүнәлтә. Финляндия ил саңғы командаһының юғары кимәлдә сығыш яһауы һәм был спорт төрөндәге илдең спорт традициялары уға был спорт төрөн һайлауға булышлыҡ итеүсе көс була.
Саңғысы карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йоханна Матинтало 2013 йылда Ҡышҡы Европа үҫмерҙәр Олимпия фестивалендә Финляндия командаһы составында сығыш яһай һәм ундағы 5 км-ға классик стиль менән шыуыу ярышында һигеҙенсе һәм ҡатнаш эстафетала дүртенсе урынды яулай.
2015 йылда юниорҙар араһындағы донъя чемпионатында 20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында скиатлон буйынса 16-сы урынды яулай[5]. шунан һуң 2016 йылда спортсы тулыһынса саңғы менән шөғөлләнергә ҡарар итеп, Рованиемиға күсеп килә[6], был уның һөҙөмтәләрен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Балтырының йәрәхәтенә ҡарамаҫтан, 2017 йылда юниорҙар араһындағы донъя чемпионатында 23 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Матинталоға скиатлонда көмөш миҙал яуларға насип була[6].
Йоханна үҙенең иң беренсе Донъя Кубогындағы ярышын 2014 йылдың ноябрендә үҙ илендә үткән Рука ҡалаһында үткәреүенә ҡарамаҫтан, ул Финляндияның төп командаһында бары тик 2017 йылдың февралендә генә нығына ала, ул саңғы ярыштары миҙгелен тамамлау алдынан йәрәхәттәр алған Риит-Лииса Ропонен урынында сығыш яһай[6]. Отелялағы 10 км-ға ярыш ваҡытында, үҙ ватандаштарының барыһынан да алдараҡ килеп, унан бер кем дә яҡшы һөҙөмтәләр көтмәгәндә 12-се урынды биләй[7]. Шундай юғары һөҙөмтә күрһәтеүе сәбәпле спортсы 2017 йылда Лахти ҡалаһында үткәреләсәк донъя чемпионатына үҙе өсөн берҙән-бер саңғыла йүгереү төрө — скиатлон — буйынса Финляндия командаһы составына индерелә һәм ошо ярышта 29-сы урынды биләй[8].
Йоханна Матинтало 2018 йылда Олимпиада буласаҡ Пхенчханға барыусы фин делегацияһы составына алына. Үҙенең олимпиадалағы дебюты ярышында — скиатлон буйынса — 24-се урынды яулай[9], ярымфинал стадияһында спринтта сығышын тамамлай[10], ә 30<span typeof="mw:Entity" id="mwTg"> </span>км «классика» марафонында 18-се урында була[11].
2018/2019 йыл миҙгелендә саңғысы Донъя Кубогында — норвег Бейтостелендә үткән эстафетала фин ҡатын-ҡыҙҙар саңғысылары командаһы составында өсөнсө урында подиумға күтәрелә[12]. 2019 йылда Зефелдә үткән донъя чемпионатында спортсының формаһы йыл башында ауырыуы сәбәпле бик үк яҡшы булмай[13]. Ул донъя беренселегенә ике ярышта ҡатнаша: скиатлонда бары тик 32-се генә һөҙөмтәһене күрһәтә, шуның менән үҙ ватандаштары араһында еңелә[14], ә «разделка» 10<span typeof="mw:Entity" id="mwXg"> </span>км-ға булған ярышта 17-се урынды яулай[15].
2021 йылдағы Оберстдорфтағы донъя чемпионаты Матинтало өсөн бик уңышлы башлана — ул квалификация өсөн спринт ярыштарында өсөнсө ваҡыт күрһәтә. Әммә сирек финалда йығылыу арҡаһында артабанғы көрәштә ҡатнашыу мөмкинселегенән мәхрүм була[16]. Скиатлонда ла уға шулай уҡ юғары урындар өсөн көс һынашырға насип булмай — уның йомғаҡлау һөҙөмтәһе бары тик 30 -сы ваҡытты ғына күрһәтә[17]. Алдағы дистанцияларҙа һөҙөмтәләре бик уртаса ғына булыуына ҡарамаҫтан, Йоханна 4×5<span typeof="mw:Entity" id="mwaw"> </span>км эстафетаһына йүгереүсе командаға алына, Йоэнсуу Ясми, Риита-Лииса Ропонен һәм Криста Пярмякоска менән берлектә ул донъя беренселегендә «бронза» призер була[18]. Чемпионаттың һуңғы ярышында — 30<span typeof="mw:Entity" id="mwcg"> </span>км-ға классик стиль менән марафонда — спортсы 13-сө һөҙөмтәне күрһәтә[19].
Һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Олимпия уйындарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Олимпия уйындары | Спринтта | Команда спринтта |
10 км айырым старт |
7,5+7,5 км скиатлон |
30 км масс-стартта |
Эстафета |
---|---|---|---|---|---|---|
2018 Пхенчхан | 19 | — | — | 24 | 18 | — |
Саңғы спорты буйынса донъя чемпионаттарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Донъя чемпионаты | Спринтта | Команда спринтта |
10 км айырым старт |
7,5+7,5 км скиатлон |
30 км масс-стартта |
Эстафета |
---|---|---|---|---|---|---|
2017 Лахти | — | — | — | 29 | — | — |
2019 Зефельд | — | — | 17 | 32 | — | — |
2021 Оберстдорф | 26 | — | — | 30 | 13 | 3 |
Донъя Кубогында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 25 марта 2021 года ҡарата
- Результаты сезонов
Миҙгел | Йәше | Зачет төрө | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Дөйөм зачетта | Ярыш | Спринтта | U23 | Nordic Opening |
Де Тур Ски |
Туры Ски 2020 |
Кубок Финалы Донъяла | ||
2015 | 18 | н/п | н/п | — | н/п | — | — | н/д | н/д |
2017 | 20 | 73 | 54 | — | 12 | — | — | н/д | — |
2018 | 21 | 70 | 50 | 72 | 12 | 50 | — | н/д | 30 |
2019 | 22 | 70 | 56 | 59 | 12 | 43 | — | н/д | — |
2020 | 23 | 67 | 41 | н/п | н/д | 35 | — | — | н/д |
2021 | 24 | 23 | 27 | 35 | н/д | 35 | 17 | н/д | н/д |
- Подиум
- 3 подиум
#. | Миҙгел | Дата | Уҙғарыу урыны | Ярыш | Урын | Партнер буйынса эстафета |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | 2018/19 | 2018 9 декабрь | Бейтостелен, Норвегия | 4 эстафета×5 км | 3 | Пярмякоска, Ропонный, Пииппо |
2 | 2019/20 | 1 мартта 2020 | Лахти, Финляндия | 4 эстафета×5 км | 2 | Нисканен, Мононен, Пярмякоска |
3 | 2020/21 | 6 февралдә 2021 | Лахти, Финляндия | 4 эстафета×5 км | 3 | Нисканен, Мононен, Пярмякоска |
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Johanna Matintalo // http://www.iaaf.org/athletes/athlete=267603
- ↑ 2,0 2,1 Olympedia (ингл.) — 2006.
- ↑ Pekka Holopainen. Hopeaa vasta 14-vuotiaana - uskomaton juoksijalupaus! (фин.) (6 август 2011). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Mikael Grönroos. Silver och brons för Sara Kuivisto (фин.) (27 июль 2013). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Matintalo pääsi tavoitteeseensa nuorten MM-yhdistelmäkilpailussa (фин.) (6 февраль 2015). Дата обращения: 8 март 2021.(недоступная ссылка)
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Matintalo fick bekräftelse för grenbytet (фин.). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Pärmäkoski otti uransa ensimmäisen henkilökohtaisen MM-mitalin, Björgen oli vahvempi kultataistossa (фин.). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Finland wins bronze in opening Olympic skiathlon event (ингл.) (10 февраль 2018). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Johanna Matintalo: Pieni töniminen ja kolhiminen kuuluu sprinttiin (фин.) (13 февраль 2018). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Johanna Matintalo sai uskoa jatkoon: "Aika erilaista kuin Lahden MM-kisoissa" (фин.) (25 февраль 2018). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Kasperi Kunnas. Suomen naiset palkintopallille! 20-vuotias Eveliina Piippo ankkuriosuuden sankari! (фин.) (9 декабрь 2018). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Santtu Silvennoinen. Nuori suomalaishiihtäjä kertoi rajusta taudista – tavara lensi molemmista päistä ja paino putosi kilotolkulla: ”Mikään ei pysynyt sisällä” (фин.) (23 февраль 2019). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Juho-Veikko Hytönen. Naisten yhdistelmähiihto Johaugin ylivoimaa – Pärmäkoski taipui kahdeksanneksi (фин.) (23 февраль 2019). Дата обращения: 8 март 2021.(недоступная ссылка)
- ↑ Santtu Silvennoinen. Suomalaishiihtäjä äimisteli tallikaverinsa hurjan kovia yllätystuloksia: ”Ei voi kuin ihailla” (фин.) (26 февраль 2017). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Roope Visuri. Katso, miten Johanna Matintalon unelmahiihto MM-avausmatkalla tuhoutui viime hetkien kaatumiseen – "Kaiken piti olla kunnossa" (фин.) (25 февраль 2021). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Santtu Silvennoinen. Johanna Matintalolle murskaava pettymys – kyynelehti minuuttikaupalla kilpailun jälkeen (фин.) (27 февраль 2020). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Olli Kivioja. Kaikkensa antanut Jasmi Joensuu luuli jännityksen hellittävän avausosuutensa jälkeen – toisin kävi (фин.) (4 март 2021). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ "Tästä ei koskaan nauti" – Krista Pärmäkoski tärisi Ylen haastattelussa, Suomen ensikertalaisella kramppasi vatsa ja konkarilla ojentajat (фин.) (6 март 2021). Дата обращения: 8 март 2021.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йоханна Матинтало — статистика на сайте FIS (англ.)
- Йоханна Матинтало — профиль на сайте IAAF (англ.)