Йыланлы бағана

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Йыланлы бағана
Дәүләт
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза[1]
Жанр паблик-арт[d]
Урынлашыу
Нигеҙләү датаһы около V быуат б.э.т.[1]
Административ-территориаль берәмек Истанбул
Бағышланған Аполлон[d][1]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Рәсем
Кем хөрмәтенә битва при Платеях[d][1]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Йыландың бер башының өлөшө Истанбулдың археологик музейында

Йыланлы бағана - (рус. Змеиная колонна), (грек. Τρικάρηνος Όφις, төр. Yılanlı Sütun) — Истанбулдың төп майҙаны Солтанәхмәт майҙанында торған антик осоро бронза колоннаһы.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беҙҙең эраға тиклем 479 йыл элек грек-фарсы һуғышы ваҡытында Платеила һәләк булған фарсы яугирҙарының ҡоралдарынан ҡорбан килтереү өсөн ҡойолған өстағандан ҡалып, һаҡланған өлөш.

Башта Дельфыла ҡуйылған булған, һуңғараҡ Бөйөк Константин I Рим империяһының яңы баш ҡалаһы Константинополгә (хәҙерге Истанбул) күсертеп ҡуя. Башта 8 метрлыҡ бағананы 3 йылан башы ослаған булған. 1700 йылда ул өлөшләтә емерелгән була. Йыландың бер башы Истанбул археологик музейында һаҡлана.

Яһалыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Платеила ышаныслы еңеүҙән һуң, фарсыларҙың ғәскәре тар-мар ителгәс, эллиндарҙың ҡулына ҙур байлыҡ килеп инә. Табыштың унынсы өлөшөн үҙҙәренең илаһтарына бағышлайҙар, атап әйткәндә, Дельфылағы Аполлон ғибәҙәтханаһына бирелә. Геродот яҙыуынса[2],

« Шул унынсы өлөштән Дельфыла өс башлы баҡыр йылан өҫтөндә алтын өстаған эшләнгән, һәм алтарь янына ҡуйылған »

Колоннаны төҙөгән ваҡытта янъял килеп сыға. Платеи яуында эллиндарҙың хәрби етәксеһе булған полководец Павсаний өстағанда ошондай яҙыу уйҙырта[3]:

« Эллиндар юлбашсыһы һәм етәксеһе Павсаний Феб илаһ хөрмәтенә
Мидиялылар ғәскәрен ҡырып, ошо һәйкәлде ҡуйҙыртты
»

Гректар Павсанийҙың бар еңеү данын үҙенә генә алыуына ғәрләнә, сөнки еңеүҙә уларҙың барыһының да өлөшө бар ине. Спарталылар яҙыуҙы юнып, яугирҙар биргән ҡалаларҙы яҙып сығалар. соскабливать алмаштырыу, ғәскәре менән алышта ҡатнаша. Диодор Сицилиялы яҙып ҡалдырыуынса, бағанаға билдәле грек шағиры Симонидтың ике юллығын ырыйҙар[4]:

« Бында ҡуйылған бүләк йәйрәп ятҡан Элладаны ҡотҡарыусыларҙан
Уның дәүләтен хурлыҡлы ҡоллоҡ бығауҙарынан алып ҡалыусыларҙан
»

Артабанғы тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1582 йылғы ғосман миниатюраһы. Һүрәтләнгән бағанала өс йылан башы төшөрөлгән

Йыландың өс башына ҡуйылған алтын өстағанды б.э.т. 345/344 йылдарҙа Дельфы ҡорамын фокидалылар талаған саҡта ысҡындырып алғандар[5] Был ваҡиға Филипп Македониялы II өсөн эллиндар өсөн изге урынды яҡлап, фокидалыларға ҡаршы походҡы сығырға шәп сәбәп була, Өсөнсө Изге Һуғыш асып, уның барышында барышында үҙ йоғонтоһон көсәйтә.

Б.э. т. 324 йылда Йыланлы бағана Рим империяһының яңы баш ҡалаһы Константинополгә күсереп ҡуйыла.

Бағананың өлөшләтә ватылыуына бәйле бер нисә риүәйәт бар. Береһендә төрөк солтаны Мехмед II Константинополь ҡалаһын яулағас, имеш, гректарҙың еңеү символын емерергә бойорған. Әммә бынан һуңғы һүрәттәрҙә йыландың баштары төшөрөлгән. Иҫерек поляк аристократы емергән тигән фараз да бар. Ысынбарлыҡҡа иң яҡыны османлы тарихсы Мехмеда Аги (инг.)баш.булһп кәрәк[6], ул 1700 йылдың 20 октябрендә билдәһеҙ вандалдар емергән тип яҙған.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 https://scholarworks.iu.edu/journals/index.php/tmr/article/view/23588
  2. Геродот. История IX. 81
  3. Фукидид. История I. 132
  4. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека 11.33
  5. Павсаний. Описание Эллады. Фокида XIII. сайт hronologia.narod.ru. Дата обращения: 3 март 2012. Архивировано 14 сентябрь 2012 года.
  6. V. L. Menage (1964). «The Serpent Column in Ottoman Sources». Anatolian Studies (Anatolian Studies, Vol. 14) 14: 169–173. DOI:10.2307/3642472.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]