КХО Хәрби клиник госпитале (Дондағы Ростов)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы «Рәсәй Федерацияһы Оборона Министрлығының 1602 хәрби клиник госпитале» (ФГКУ «1602 ВКГ» МО РФ)
Дондағы Ростов госпитале 1602.jpg
КХО хәрби клиник госпитале
Ил Рәсәй
Урыны Дондағы Ростов
Төҙөлгән ваҡыты 1941
Бөгөнгө хәле яҡшы

КХО Хәрби клиник госпитале — Ростов өлкәһе Дондағы Ростов ҡалаһындағы госпиталь.

Адресы: Дондағы Ростов, Дача урамы, 10

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы «Рәсәй Федерацияһы Оборона Министрлығының 1602 хәрби клиник госпитале» (ФГКУ «ВКГ 1602» МО РФ) 1941 йылдың 23 июнендә булдырыла. Әлеге ваҡытта ул күп профилле медицина учреждениеһы. Көньяҡ хәрби округының хәрбиҙәре госпиталдә дауаланырға килә. Көньяҡ хәрби округы составына Адыгей, Дағстан, Ингушетия, Төньяҡ Осетия-Алания республикаһы, Чечен, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡалмыҡ, Ҡарасай-Черкес республикалары; Краснодар һәм Ставрополь крайҙары, Ростов, Волгоград һәм Әстерхан өлкәһе инә.

«1602 ВКГ» МО РФ госпиталендә яҡынса 50 дауалау-диагностик бүлектәре, клинико-диагностик лабораториялар һ. б. бар. Бында 209 табип һәм провизорҙар эшләй, улар араһында 2 фән докторы һәм 10 медицина фәндәре кандидаты бар.

Госпиталь, башҡа күптәр кеүек, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Дондағы Ростов ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегенең мобилизациялау планы буйынса булдырылған. Бындай госпиталдәр һуғыш аҙағында тарҡатылып бөтөрөлә, 1602 СЭГ ғына һаҡланып ҡала. Элекке хәрби госпиталь 1602 һанлы округ госпитале статусы аҫтында ТКХО Хәрби-санитар идаралығы составына индерелә. Госпиталь 400 койкаға иҫәпләнгән.

Әлеге ваҡытта госпиталь төрлө биналарҙа урынлашҡан. Һуғыштан һуң ул Ростов өлкәһе Пролетар районы дауаханаһы бинаһында эшләй. 1952 йылда хәрби госпиталь өсөн төп дауалау корпусы тергеҙелә. Унда 1953 йылдарҙа төп дауалау бүлектәре күсерелә. 1955 йылда инфекция һәм туберкулез бүлексәләре өсөн 2 ҡатлы яңы корпус төҙөлә. 1957 йылда — 2 ҡатлы госпиталь идаралығы бинаһы, 1961 йылда — психиатрик бүлексә өсөн барак тибындағы бина һалына. Цоколь ҡатында 1962 йылда физиотерапевтик бүлексә һыу менән дауалай башлай. 1964 йылда казарма корпусында отоларингология һәм күҙ ауырыуҙары бүлексәһе урынлаштырыла. 1966 йылда 300 урынлыҡ ашхана төҙөлә.

1968 йылда госпиталдә китапхана булдырыла. 1974 йылда 4 ҡатлы 200 койкалыҡ хирургия корпусы төҙөлә. 2008 йылда актовый заллы булған 245 койкалык ете ҡатлы корпус төҙөлә.

Медицина хеҙмәте полковнигы Павел Евгеньевич Крайнюк госпиталь начальнигы була.

Төп бинаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өс ҡатлы төп бина дорик ордерлы алты колонналы , өс мөйөшлө портиклы, сарҙаҡ тәҙрәле итеп төҙөлгән. Бинаның беренсе ҡаты рустовкалы. Штукатурланған кирбес бинаның ҡаттары араһында кәрниздәр бар , өҫкө ҡаты шулай уҡ кәрниз менән ослайып тамамлана. Бинапилястрҙар менән, ә тәҙрәләре йоҙаҡ формаһындағы ғы таштар менән биҙәлгән. Үҙәк инеү ишеге тапҡырындағы өсөнсө ҡаттың ярым циркулле тәҙрәләре шулай уҡ йоҙаҡ таштар менән биҙәлгән. Бина һары төҫкә буялған, ваҡ архитектура деталдәре һәм колонналары аҡ төҫтә. Бинаның ярым подвалы һәм бер нисә төкәтмә бүлмәһе бар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]