Кавказ аръяғы тау тәкәһе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Кавказ аръяғы тау тәкәһе
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон муфлон[d]
Халыҡ-ара ғилми атамаһы
Таксономия рангыһы подвид[d]
Рәсем
Таксондың халыҡ атамаһы Armenian mouflon, հայկական մուֆլոն, گوسفند وحشی ارمنی, Armenian wild sheep, Armenian red sheep, Transcaucasian mountain sheep, Transcaucasian sheep и Anatolian mouflon
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Кавказ аръяғы тау һарығы (шулай уҡ кавказ аръяғы тау тәкәһе) [1][2](также закавказский баран)[3] и арменийский муфлон[1] (лат. Ovis orientalis gmelinii) — Әрмән ҡалҡыулығында, Төркиә, Әзербайжан, Иран, Әрмәнстан, Ираҡ территорияһындағы Загрос таулы райондарында йәшәгән ҡыуыш мөгөҙлөләр ҡуш тояҡлылар ғаиләһенә ҡараған һөтимәр ҡырағай хайуан. Әрмәнстан, Нахичевань Автономиялы Республикаһы һәм Төньяҡ-Көнбайыш Иран территорияларында әрмән муфлонының [4]. ярым төрө осрай. Был төр юғалыу сигенә еткән, Тәбиғәтте һаҡлау халыҡ-ара союзының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һарыҡ уртаса күләмдә. Ғәҙәттә мунда бейеклеге 70 сантиметрҙан артмай, әммәөлкән иркәктәрҙең бейеклеге 88-94-кә лә етеүе мөмкин. Тышҡы ҡиәфәте менән алтай һарығына ла оҡшаған. Орғасылар иркәктәрҙән кәүҙәгә күпкә кәмерәк. Һомғол тәкәләр  сағыштырмаса оҙон, тар аяҡлылар.

Иркәктәрҙең мөгөҙҙәре сағыштырмаса ҙур. Бөгәлендә уларҙың оҙонлоғо 70 сантиметрҙан артмай. Төбөндә улар нәҙек һәм баш һөйәгенән ситкә һәм үргә тарбаҡланған да остары артҡа һәм эскә бөкләнгән, ә иң осонда бер аҙ үргә бөкләнгән (кире бөгөлөшлө — гетероним мөгөҙҙәр). Мөгөҙҙөң маңлай яҫылығы тышҡы яҡҡа салшайған. Ғәҙәттә тышҡы ҡабырғаһы аҙ беленә. Орғасыларҙың ғәҙәттә бәләкәй генә мөгөҙҙәре була, әммә улар ҡайһы берҙә туҡал да була.

Ҡышын йөнөнөң төп төҫө — ерән-һары, ерән-һоро һәм ҡуңыр-ерән була. Барыһының да уртаҡ төҫө - тар, шәмәхә-аҡ эйәр формаһындағы таптар менән аралаш, ҡыҙғылт-һарғылт төҫ. Кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө, аяҡтарының һәм морононоң аҫҡы өлөшө аҡ төҫтә. Алғы аяҡтарының фронталь өлөшөндә тар ғына ҡабырға буйҙары һәм көрән төҫ беленә. Ҡыш көнө муйынының аҫҡы өлөшөндә һәм күкрәгендә ҡыҫҡа ҡара һаҡалға оҡшаған аҫылма подвес үҫеп сыға. Түшендә аҡ төҫлө «күкрәксәһе» юҡ [5].

Таралышы [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әрмәнстан, Нахичеван Автономиялы Республикаһы, Әзербайжандың [6] көньяғында, Төркиәнең көнсығышында һәм төньяҡ-көнсығыш Ираҡта; шулай уҡ Ирандың төньяҡ-көнбайышында осрай: Тәбриздән көнсығышҡа һәм Загрос тауҙарының үҙәк өлөшөнөң  көньяғында тереклек итә. СССР-ҙа ареалдың ҙур булмаған төньяҡ участкаһы урынлашҡан була[5].

Азиянан ситтә кавказ тау аръяғы һарығы АҠШ-тың һунар хужалыҡтарына интродуцирланған. 50-се  йылдар аҙағында әле тау аръяғы һарыҡтары Әрмәнстандың көньяҡ райондарындағы стацияларҙа йәшәгән, унда 200 баштан торған көтөүҙәр осрай торған булған.

1970 йылда Әрмән ССР-ында берәмектәр һаны 400, Нахичеван АССР-ында — 1000—1200 баш булған[5].

1974 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Әрмән ССР-ы территорияһында йәйге миграция осоронда һарыҡтарҙың һаны йөҙ баштан артмаған, ҡыш көнө бары тик бер нисә тиҫтә ултыраҡ һарыҡ тәкәһе генә  ҡала. Иң аҙ һанлы көтөү 9 һарыҡтан тора.

Ҡайһы бер авторҙар билдәләүенсә, XIX быуаттың аҙағынан бирле, муфлон, бәлки, Ираҡта, Төркиәнең күп өлөшөнән юҡҡа сыҡҡан, Үҙәк Анатолиялағы ҙур булмаған кәртәләнгән массивта (Конья-Боздаг - 2 меңгә яҡын) бер популяция ғына һәм Ван күле менән Иран сиге араһында 3 мең берәмек һаҡланған. Шулай уҡ авторҙар, һуңғы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, был баһалау артыҡ оптимистик рухта ти, һәм, иң яҡшы осраҡта, йөҙләгән  хайуан тураһында һүҙ бара .

Әзербайжан биләмәләрендә кавказ аръяғы муфлоны бөгөнгө көндә бары тик Нахичеван Автономиялы Республикаһында ғына осрай. Йәй көнө муфлондар Әрмәнстан сигендәге ситләтеү һыҙатында тыныс ҡына тереклек итә, йәйге көтөүлектәрҙә осрай, ә ҡыш тау араһы үҙәндәрендә һәм уйһыулыҡтарҙа туплана. Ялан тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса, 2011-2012 йылдарҙа был төрҙөң иҫәбе Әзербайжанда 750-800 берәмек тәшкил итә[7], Нахичеванда эшләгән  экспедиция һөҙөмтәләре буйынса 1239 баш теркәлгән . Әзербайжандың ҡыҙыл китабына муфлон һирәк осрай торған һәм юғалыу ҡурҡынысы аҫтындағы төр булараҡ индерелгән.

Муфлон бөтә көнсығыш Иранда йәшәүенә ҡарамаҫтан, был илдә уларҙың дөйөм һанын баһалау юҡ. Тик Ҡабудан утрауында ғына  (Урмия күле), яҡынса 100 йыл элек ошонда килтерелгән 2000-2500 муфлондың тереклек итеүе билдәле, һәм хәҙерге мәлдә был популяция Ирандағы иң ҙуры тип һанала[6]..

Һаҡлау статусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәбиғәтте һаҡлау халыҡ-ара союзының исемлегендә йомшаҡ Ovis orientalis[8].төрөнөң ярым төрө булараҡ ҡарала. Шулай уҡ Әрмәнстандың Ҡыҙыл китабына  һәм Әзербайжандың Ҡыҙыл китабына индерелгән[7].

Кавказ тау аръяғы һарығы Әзербайжандың Хөсрәү Хосровский ҡурсаулығы һәм Ордубад милли паркында һаҡлана. Әрмәнстанда кавказ аръяғы һарығын үрсетеү өсөн питомник булдырылған.

Таксономия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аrmeniana (Көнсығыш Төркиә) һәм urmiana (Ҡабудан утрауы, йәки Урмия күлендәге Гойон Дагх, йәки Ирандың төньяҡ-көнсығышындағы Резайе) төрҙөре бар.

Әрмән муфлоны тәңкәләрҙә һәм  почта маркаларында [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Красная книга Армении

Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Красная книга СССР: Редкие и находящиеся под угрозой исчезновения виды животных и растений. Том 1 / Главная ред. коллегия: А. М. Бородин, А. Г. Банников, В. Е. Соколов и др. — 2-е изд. — М.: Лесная промышленность, 1984. — С. 80. — 392 с.
  2. Габриэлян Э. Ц., Файвуш Г. М. Шикахохский заповедник // Заповедники СССР. Заповедники Кавказа / под общ. ред. В. Е. Соколова, Е. Е. Сыроечевского. — М.: Мысль, 1990. — С. 356. — 365 с. — ISBN 5-244-00432-8.
  3. Банников А. Г., Флинт В. Е. Отряд Парнокопытные (Artiodactyla) // Жизнь животных. Том 7. Млекопитающие / под ред. В. Е. Соколова. — 2-е изд. — М.: Просвещение, 1989. — С. 505—507. — 558 с. — ISBN 5-09-001434-5.
  4. Ա. Մալխասյան (Малхасян А./ Malkhasyan A.). Հայկական մուֆլոն (Армянский муфлон/Armenian mouflon - Ovis orientalis gmelinii (Blyth, 1841)) (билдәһеҙ). Հայաստանի Կարմիր գիրք (Красная книга Армении/ The Red Book of the Republic of Armenia). Дата обращения: 8 ғинуар 2018. Архивировано 19 ғинуар 2017 года. 2017 йылдың 19 ғинуар көнөндә архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 Закавказский баран Ovis ammon gmelini Blyth, 1841 (II, 483) (ингл.). myzooplanet.ru. Дата обращения: 5 декабрь 2017.
  6. 6,0 6,1 Современное состояние популяции закавказского муфлона (ovis orientalis gmelin) в Азербайджане. articlekz.com. Дата обращения: 5 декабрь 2017.
  7. 7,0 7,1 С.М.Кулиев, Э.К.Аскеров. Современное экологическое состояние млекопитающих (парнокопытные – Artiodactyla), предложенных для включения во второе издание Красной книги Азербайджана // The Journal of V.N.Karazin Kharkiv National University. Series: biology. — 2012.
  8. Ovis orientalis (ингл.). The IUCN Red List of Threatened Species. IUCN. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.