Казанская станицаһы (Ростов өлкәһе)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Станица
Казанская
49°48′ с. ш. 41°08′ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Ростов өлкәһе
Муниципаль район Верхнедонской
Ауыл биләмәһе Казанский
Тарихы һәм географияһы
Тәүге телгә алыу 1647
Сәғәт бүлкәте UTC+3
Халҡы
Халҡы 4 721 кеше (2010)
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды +7 86364
Почта индексы 346170
Код ОКАТО 60 208 812 001
Код ОКТМО 60 608 412 101
Казанская станицаһы (Ростов өлкәһе) (Рәсәй)
Точка
Казанская
Red pog.svg
Мәскәү
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Казанская — Рәсәй Федерацияһының Ростов өлкәһендәге станица.

Ростов өлкәһенең Үрге Дон (Верхнедонской) районы административ үҙәге һәм Ростов өлкәһенең Казанский ауыл биләмәһе административ үҙәге.

Халҡы — 4 721 кеше (2010).

Географиһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дон йылғаһының һул ярында, Вёшенская станицаһынан юғарыраҡ, Воронеж өлкәһе менән сиктәш урынлашҡан. Казанская станицаһы — казак ултыраҡтарының Дон йылғаһының иң үрендәгеһе. Ростов өлкәһенең төньяғында Дондағы Ростовтан 360 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пётр I батшаның илсеһе — Ригельман, Дон Ғәскәре өлкәһен тикшереүсе, Казанская станицаһына нигеҙ 1647 йылда һалынған тип иҫәпләгән. Иван Яуыз (Грозный) батшаның Ҡазан ханлығын яулап алыуында казактар хәл иткес роль уйнағанлыҡтан, ул казактарға дон биләмәләрен биргән. Был ерҙәр балыҡҡа бай булған, игенселек, виноградсылыҡ (йөҙөмсөлөк), сауҙа шәп үҫешкән.

1690 йылда Пётр I тәҡдиме менән казактар ултыраҡтарын Дон йылғаһының үрге ағымына күсерергә ҡарар иткән. Әммә хәҙерге урынына Казанская станицаһы тик 1740 йылда ғына күсеп ултырған. Ул Донда иң боронғоһо булған. Үҙенең атамаһын Дон йылғаһының һул яҡ ярында, станицанан үрҙәрәк, урынлашҡан Казанец тигән ҡойо атамаһынан алған.[1]

Станица Дон Ғәскәре өлкәһенең Донецкий округына ингән булған[2].

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса температура, °C −8,4 −6,8 −1 9,0 16,2 19,5 22,0 20,6 14,6 7,4 1,5 −4,5 7,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 55,5 32,7 41,8 29,7 46,7 53,1 39,3 46,9 26,8 33,4 50,5 62,7 519,6
Сығанаҡ: World Climate

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Казанская станицаһы күренеше, ХХ быуат башы
Баҙар көнө, Казанская станицаһы сиркәүенән һүрәт, ХХ быуат башы
Халыҡ иҫәбе
2002[3]2010[4]
49544721
Численность населения, чел.
1959 1970 1979 1989 2002 2010[5]
2 436 3 779 4 427 5 215 4 954 4 721

Станицала тыуған билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кумов Роман Петрович (1883—1919) — рус яҙыусыһы.
  • Пешков Тимофей Иванович — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, казак полкы вахмистры.
  • Цыганков Иван Власович (1908—1988) — совет математигы.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Станица территорияһында Изге Троицкий храмы, станица үҙәгендә Александр Сергеевич Пушкин исемен йөрөткән станица урынлашҡан.
  • Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға бағышланған Билдәһеҙ һалдат һәйкәле.
  • Станицаның Мәҙәниәт йорто.
  • Бөгөнгө көндәргә саҡлы яҡшы һаҡланған Владимир Ильич Ленин һәйкәле.
  • Дон йылғаһы буйындағы тарих-крайҙы өйрәнеү музейы (Пионер урамы, 1-се йорт)[6]. Музей бинаһы янында күҙәтеү манараһы, частоколы һәм суйын пушкаһы, таш балбалдары һәм скиф осорондағы скульптуралары булған боронғо казак ҡәлғәһе (заставаһы) урынлашҡан. Музейҙа казак көнкүреше предметтары, тотош ағас олонон соҡоп эшләнгән кәмә, ҡышҡы сана, боронғо йыһаз (мебель), һауыт-һаба, ҡорал, кейем, станицалар һәм утарҙар кешеләренең фотографиялары ҡуйылған.

Музей бинаһындағы экспонаттар осорҙарға бүленгән: казактарға тиклемге осор, революцияға тиклемге осор, икенсе донъя һуғышы осоро, һуғыштан һуңғы һәм СССР түңкәрелеүенә тиклемге совет эпохаһы.

Археология зонаһында төрлө осор, ташбыуаттан башлап урта быуаттарға тиклемге осор, һәйкәлдәре үрнәктәре, таш ҡоралдар һәм курильницаһы менән катакомба мәҙәниәте ҡәберлектәре күрһәтелгән. Бөтөн күрһәтелгән экспонаттар — Үрге Дон (Верхнедонской) районы территорияһында табылған ташбыуат осоро кешеһенең хеҙмәт ҡоралдары, әүәләп эшләнгән керамика, күсмә һуғышсан ҡәбиләләрҙең биҙәүес әйберҙәре һәм ҡоралдары. Айырым залда фронт хаттары, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларының фотографияһы, уларҙың шәхси әйберҙәре, хәрби трофейҙар ҡуйылған. Тышҡы экспозицияның байтаҡ экспонаттары һөнәрҙәргә һәм йорт хужалығына, тимерселек, туҡыусылыҡ һөнәрҙәренә, ауыл хужалығына һ.б. бағышланған.

Казак заставаһы — пушкалы бастионлы, хәүеф ҡыңғыраулы, усаҡлы, ат бәйләү урынлы һәм ҡойоло манараһы (вышка) менән «Ихата» экспозицияһы.

  • Дон йылғаһы аша күтәрмәле күпер.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. История Верхнедонского района 2018 йылдың 19 декабрь көнөндә архивланған.
  2. Казанская, станица Области Войска Донского // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  4. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
  5. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам по результатам переписи 2010 2013 йылдың 2 июль көнөндә архивланған.
  6. Фильм о музее

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Историко-краеведческий музей (Россия, ст. Казанская)