Кайнуу өлкә музейы
Кайнуу өлкә музейы | |
Административ-территориаль берәмек | Каяани[d][1][2] |
---|---|
Дәүләт | |
Адрес | Asemakatu 4, 87100 Kajaani[2] |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
Почта индексы | 87100[2] |
Рәсми сайт |
kajaani.fi/kulttu… (фин.) kajaani.fi/en/tax… (инг.) |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Кайнуу өлкә музейы (фин.Kainuun museo) — Кайнуу төбәгендә тарих музейы Каяани ҡалаһында урынлашҡан (Финляндия).
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кайнуула беренсе музей 1930 йылда барлыҡҡа килә. 1977 йылда ул Каяани ҡалаһына күсерелә. Шул ваҡытҡа уның коллекцияһында 3 024 экспонат иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа музей экспозицияһы ҙурая һәм унда 19 700 әйбер иҫәпләнә[3].
Башта күргәҙмәләр залы музей бинаһының өс ҡатында урынлаша. Әммә 2007-2008 йылдарҙа музей күләмле реконструкцияға дусар була, шунан һуң ике күргәҙмә залы ғына тороп ҡала. 2008 йылдың йәйендә ремонт тамамлана[4].
Экспозицияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музейҙың төп экспозицияһы Кайнуу провинцияһының тарихын һәм мәҙәниәтен, Каяани ҡалаһының тарихын сағылдыра. Күргәҙмә ағас ҡулланыу, ыҫмала етештереү һәм канал буйынса уны ташыуҙы, төбәктең хәрби тарихын һәм Элиас Леннорттың тормошон тәҡдим итә. Ваҡытлы күргәҙмәләр база экспозицияһын тулыландыра һәм төрлө тематика тәҡдим итә. Кайнуу музейында шулай уҡ 306 000 фотоһүрәттән торған коллекция, төрлө архив материалдары һәм белешмәләр бар.
Музей коллекцияһында сәнғәт әҫәрҙәре күп. Тәүгеләрен уларҙың 1934 музейға рәссам Луи Спарре тапшырған. Музей Каяани ҡалаһына күсерелгәс, музей фонды ҡала халҡы һәм һәүәҫкәр рәссамдар тарафынан тулыландырыла[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Finnish Museum Statistics — Finnish Heritage Agency.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 http://www.museot.fi/museohaku/index.php?museo_id=21263
- ↑ Museonjohtaja Antti Mäkinen: Kainuun museo
- ↑ 4,0 4,1 Kirsi Haapea: Kainuun museo pääsi paketista
[