Карев Дмитрий Степанович
Ғилми дәрәжә | юридик фәндәр докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Вафат булған көнө | 31 декабрь 1977[1] (72 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | профессор |
Эш урыны | |
Заты | ир-ат |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 14 ноябрь 1905[1] |
Тыуған урыны |
Дмитрий Степанович Карев (14 ноябрь 1905 йыл — 31 декабрь 1977 йыл) — юрист, енәйәт һәм халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса белгес; совет хоҡуғының Мәскәү институтын тамамлай (1931); юридик фәндәр докторы (1951), профессор (1951) һәм МДУ юридик факультетында енәйәт процесы кафедраһы мөдире (1953—1978), юридик факультет деканы (1956—1965); 1960 йылда хоҡуҡи белемдәрҙең Мәскәү ҡала халыҡ университетының ректоры; РСФСР -ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дмитрий Карев 1905 йылдың 14 ноябрендә Рәсәй империяһының Тамбов губернаһында тыуған; Мәскәү индустриаль педагогия институтында уҡый. 1931 йылда совет хоҡуғының Мәскәү хоҡуҡ институтында юғары белем ала (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Хәрби-юридик академияһын тамамлай). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Икенсе донъя һуғышы башланыу алдынан «Организация суда эксплуататорских государств» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай — 1939 йылда юридик фәндәр кандидаты була.
Карев СССР Генераль прокуратураһында прокурор булып эшләй: ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул 1947 йылда СССР Генераль прокуроры ярҙамсыһы булып тора. 1945 йылдан 1946 йылға тиклем баш ғәйепләүсе ярҙамсыһы була. Германияла процесстар тамамланғандан һуң, 1949 йылда Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында эшләй башлай. 1951 йылда «Военные суды и военная прокуратура темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә. Шул уҡ йылда ул Мәскәү дәүләт университетының профессоры була, енәйәт процесы кафедраһында эшләй; ике йылдан һуң енәйәт процесы кафедраһы мөдире була — был урында 1978 йылға тиклем ҡала
1956 йылда Карев Мәскәү дәүләт университетының юридик факультеты деканы була: был вазифала 1965 йылға тиклем эшләй. Бынан тыш, ул 1960 йылда хоҡуҡи белемдең Мәскәү ҡала халыҡ университеты ректоры була. Карев СССР Юғары судының фәнни-консультация советы һәм РСФСР Юғары судының ағзаһы була; СССР һәм РСФСР ҡарамағында булдырылған методик советтарға инә. «Правоведение» журналының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы булып тора, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре; Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә. 1977 йылдың 31 декабрендә вафат була.
Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Карев Дмитрий енәйәт һәм халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса совет белгесе; СССР закондар сығарыу эшмәкәрлегендә енәйәт-процессуаль закондарҙы һәм айырым совет республикаларының енәйәт-процессуаль кодекстары нормаларын эшләүҙә ҡатнаша (СССР составына ингән һигеҙ республиканың Юғары Советы почет грамоталары менән бүләкләнә). Суд эштәрен алып барыу һәм судҡа ҡағылышлы йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы һәм авторҙашы[2]:
- «Военная юстиция СССР и стран народной демократии» (1950)
- «Демократические основы организации и деятельности советского суда» (1951)
- «Судоустройство и уголовный процесс стран народной демократии» (1959)
- «Об уголовно-процессуальном законодательстве союзных республик» (1962)
- «Предварительное расследование» (1962)
- «Участие общественности в расследовании и судебном разбирательстве уголовных дел» (1963)
- «Возбуждение и расследование уголовных дел» (соавт., 1967)
- «Борьба с правонарушениями несовершеннолетних» (1971)
- «Нюрнбергский процесс» (1976)
- «Военные суды и военная прокуратура» (соавт., 1940)
- «Организация суда и прокуратуры в СССР» (1954)
- «Советский уголовный процесс» (соавт., 1975)
- «Образцы важнейших уголовно-процессуальных актов» (соавт., 1940)
- «Правовая охрана детства» (соавт., 1968)
- «Изучение вопросов государства и права в курсе „Обществоведение“» (соавт., 1972)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Dmitrij Stepanovič Karev // https://autority.snk.sk/cgi-bin/koha/opac-authoritiesdetail.pl?marc=1&authid=207886
- ↑ Хачатурян Д. А. Теоретические и практические аспекты выявления наркопритонов, 2017.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Звягинцев Александр Григорьевич. Дмитрий Степанович Карев // Руденко. Генеральный прокурор СССР. — ОЛМА Медиа Групп, 2012. — С. 82. — 576 с. — ISBN 9785373046213.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Карев Дмитрий Степанович . Летопись Московского университета, Аналитическая служба МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.
- 31 декабрҙә вафат булғандар
- 1977 йылда вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- 14 ноябрҙә тыуғандар
- 1905 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- Юридик фәндәр докторҙары
- Рәсәй юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар