Кастел ҡәлғәһе
Кастел ҡәлғәһе | |
Административ-территориаль берәмек | Баня-Лука |
---|---|
Дәүләт | |
Мираҫ статусы | Босния һәм Герцеговинаның милли ҡомартҡыһы[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Кастел ҡәлғәһе (сербохорватский: Кастэла Tvrdjava / Кастел Тврђава) — мөһим тарихи объект. Босния һәм Герцеговина уртаһында торған Баня-Лука ҡалаһында урынлашҡан. Урта быуатҡа ҡараған ҡәлғә, элекке нығытмалар урынында тора, ул хатта Боронғо Римға барып тоташа. Врбас йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан Баня-Лука ҡалаһының үҙәгендә торған был ҡәлғә сағыштырмаса яҡшы һаҡланған һәм ул ҡаланың төп иҫтәлекле урындарының береһе булып һанала.[1]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
17-се быуат аҙағы һәм 18-се быуат башында Требине ҡалаһы ғосмандар (төрөк солтандары династияһы) өсөн мөһим стратегик пунктҡа әйләнә. Уларҙы Бока Каторский ҡултығынан төньяҡҡа ҡыҫырыҡлайҙар. Яңы сик һыҙығын нығытыу талап ителә. Требищница йылғаһының һул яҡ ярында торған Требине ҡалаһы бик ҙур булмай; уң яҡ ярҙа ҙур булмаған форт тора. Фортты ҙур ҡәлғәгә әйләндереү кәрәклеге асыҡлана.
Ҡәлғә төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был бурысты Ғосман-аға Расулбеговичҡа йөкмәтелә. Яңы ҡәлғә төҙөү өсөн Ғосман-аға Дубровник ҡалаһынан бөтә төбәккә ҡәлғә төҙөүҙә билдәле булған оҫталарҙы саҡыра. Төҙөлөш 1706 йылда башлана. Ете метр бейеклектәге ҡәлғә ҙур ғына биләмәне уратып ала, һөҙөмтәлә ул Требине ҡалаһының яңы үҙәгенә әйләнә. Башта ишек берәү — көнбайыш яғында була. Уның башында башня тора, капи-кула. Төньяҡ, көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш йүнәлештәрен өс бастион һаҡлай. Требине ҡалаһындағы ҡәлғә, асылда, Баня Лука ҡалаһының Кастел ҡәлғәһе кеүек артиллерия нығытмаһы була.
Ҡәлғә соҡоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1715 йылда ҡала стенаһы буйлап соҡор ҡаҙыла башлана. 1722 йылда эштәр тамамланғанда соҡорҙоң оҙонлоғо 460 метр, тәрәнлеге 5 ә киңлеге 10 метрҙан була. Соҡор өҫтө таш менән көпләнә. Соҡорға һыу Требишница йылғаһынан инә. Соҡор юҡ хәҙер, сөнки 19-сы быуат аҙағында Требишница йылғаһының кимәле түбәнәйә, бигерәк тә йәй көнө кәмей, шуға ла соҡор эсендәге һыу оҙаҡ тороп, антисанитар хәл тыуа. 1914 йылда Требин ҡалаһының табибы Рудольф Леви соҡорҙо күмеүҙе талап итә.
Реставрация эштәре башҡарған ваҡытта, соҡор үҙәне яҡшы һаҡланғаны асыҡлана. Соҡорҙо таҙартыу һәм һыу менән тултырыу проекты эшләнә. Һыу тороу осраҡтары булмаһын өсөн, проектҡа ярашлы, насостар ҡуйыу планлаштырыла.
Ҡәлғә биналары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәүҙә ҡәлғә эсендә биналар бик аҙ була: Ғосман-аға үҙенә өсөн резиденция һәм ике-өс башҡа административ бина төҙөтә. Шулай уҡ гарнизон өсөн бик ҙур булмаған мәсет һалдыра, ә һуңынан икенсеһен — ҙур һәм оҫталыҡ менән биҙәлгәнен төҙөтә. Икенсе мәсете эшләү өсөн тағы ла Дубровник ҡалаһынан оҫталар саҡыра, улар шул ваҡытта сәғәт башняһын да төҙөйҙәр.
Һул яҡ ярҙан ҡала халҡы стена яҡлауы аҫтына күсенә, һөҙөмтәлә йылғаның һул ярындағы Требин бөлгөнлөккә төшә. Ҡәлғә стеналарына терәлеп яңы квартал — варош барлыҡҡа килә. Көнбайыш стена янында баҙар барлыҡҡа килә, ул эле лә эшләй. Коммуникацияларҙы үткәреүгә уңайлылыҡ булһын өсөн көньяҡтан тағы бер ҡапҡа асалар.
Австрия дәүере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1878 йылдан алып 1918 йылға тиклем Босния һәм Герцеговина Астро-Венгерия империяһы власы аҫтында була. Требин төрөктәргә лә, австрия халҡы өсөн дә мөһим стратегик пункт һанала. Австрия халҡы ҡала тирәһендәге тауҙарҙа 11 нығытма ҡороп ҡуя. Требин ҡалаһында ҙур ҡазарма һәм хәрби лагерь төҙөлә, ҡәлғә стенаһында иһә — офицерҙар өсөн йорт. Көньяҡ ҡапҡа һүтелә, капи-кула урынына яңы бина төҙөлә, уның үтерлек юлы тоннель формаһында.
Бөгөнгө Кастел[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәҙерге ваҡытта элекке офицерҙар йортонда Герцеговина Музейы урынлашҡан.
Хәҙер иҫке Требин ҡалаһында элекке ғосман ваҡытын хәтерләүсе биналар бар, шулай уҡ австро-венгер дәүерендә һәм унан һуңғы осорҙа һалынғандары ла һаҡланған. Требишницаның һул ярындағы Таш күперҙән ҡалаға матур күренеш асыла.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Commission to Preserve Monuments in Bosnia and Herzegovina (билдәһеҙ). Government of Bosnia and Herzegovina. Дата обращения: 17 май 2016.(недоступная ссылка)