Таганрогта сауҙа үҫешкәнлек арҡаһында булдылар Европалағы сит илдәрҙән кешеләр ҡалаға килә башлағандар.1860 йылда төрлө флагтар аҫтында 20 - гә яҡын илдән ҡала диңгеҙ порты причалдарына туғыҙ йөҙ карап килеп туҡтаған.Шунлыҡтан ҡалала сит илдәрҙең консуллыҡтары асылған. Был ваҡытта уларҙың һаны ун алты булған: улар Австрия, Бельгия, Бөйөк Британия, Греция, Испания һәм Парма, Мекленбург-Шверин, Неаполитания, Нидерланды, Ольденбург Португалия, Россия, Сардина , Тоскана, Төркиә, Франция һәм Швеция консуллыҡтары. Ҡалала төрлө дингә ҡараған кешеләрҙең булыуы бында төрлө дини йорттар һалыуҙы талап иткән.
Таганрогта йәшәүсе католиктарҙың элек үҙ сиркәүҙәре булмаған. Ҡала башлығы барон Б. Б. Кампенгаузен үтенесе буйынса император Александр I католиктар өсөн ҡаҙна иҫәбенә Рим-Католик сиркәүен төҙөргә рөхсәт алынған. Император Александр I сиркәүҙе дөйөм төҙөлөш комитеты сығанаҡтарына төҙөргә ҡуша һәм был йорт төҙөү өсөн католик динендәге кешеләрҙән махсус рәүештә аҡса йыймаҫҡа бойора.