Кашвети
Кашвети | |
груз. ქაშვეთის ეკლესია | |
Административ-территориаль берәмек | Тбилиси |
---|---|
Дәүләт | |
Нигеҙләү датаһы | 1904 |
Архитектура стиле | Византия архитектураһы |
Рәсми сайт | kvashveti.ge |
Святой покровитель | Георгий Победоносец[d] |
Епархия | Мцхетская и Тбилисская епархия[d] |
Хөрмәтенә аталған | Георгий Победоносец[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Кашвети сиркәүе (Изге Георгий сиркәүе ) (груз. ქაშვეთის წმინდა გიორგის სახელობის ტაძარი) — Тбилиси үҙәгендә православие сиркәүе, Руставели проспектында (9-сы йорт.) Грузия Парламенты бинаһы ҡаршыһында урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кашвети сиркәүе 1904 йылдан 1910 йылға тиклем өлгө өсөн урта быуат Самтависи соборын алған Тифлис архитекторы Леопольд Бильфельд проекты буйынса төҙөлгән. Сиркәү бында Амилахвари ғаиләһенең заказы буйынса 1753 йылда төҙөлгән һәм туҙған икенсе сиркәү урынында ҡорола. Сиркәү фрескаларын 1947 йылда Ладо Гудиашвили башҡара. Христос ҡиәфәтендә ул шул йылдарҙа башлаусы скульптор Б. Авалишвилиның портрет һыҙаттарын биргән тип иҫәләнә[1]
Сиркәүҙең «кашвети» атамаһы грузин ква («таш») һәм шва («тыуҙырыу») һүҙҙәренән килеп сыға. Легенда буйынса, VI быуатта Тбилисила бер ҡатын-йөклө булыуына Давид Гареджийскийҙы ғәйепләй. Әгәр ул таш тыуҙырһа уның хаҡһыҙлығы асыҡланасаҡ тип күҙаллай Давид. Ошо хәл булғандан һуң, был урын «к(в)ашвети» исемен ала.
Сиркәүҙә генерал Григол Орбелиани ерләнгән, ә сиркәү янында ирле-ҡатынлы Сараджишвилилар ерләнә [2]. Д. З. Сараджишвили — билдәле грузин эшҡыуары һәм меценат.
Бина Гамсахурдияның милли гвардияһы һәм оппозиция көстәре араһында барған һуғыштар ваҡытында 1991 йылдың декабрендә — 1992 йылдың ғинуарында зыян күрә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Беридзе, В. «Кашвети». Грузинская Советская Энциклопедия. Т. 10, Тбилиси, 1986, с. 495
- Архитектура Тбилиси / Квирквелия Т. Р. — М.: Стройиздат, 1984. — 311 с. — 17 500 экз.