Каяани боҙ һарайы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Каяани боҙ һарайы
Административ-территориаль берәмек Каяани[d]
Биләүсе Hokki[d]
Дәүләт
Һыйым 2372
Рәсем
Урынлашыу
Рәсми асылған ваҡыты 1989

Каяани боҙ һарайыФинляндияның Каяни ҡалаһында спорт һәм мәҙәниәт һарайы 1989 йылда. төҙөлгән.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1968 йылда ҡалала шайбалы хоккей буйынса Каяани Хокки командаһы ойошторола. 1989 йылда уның өсөн махсус яңы боҙ комплексы төҙөлә, ул Каяани Боҙ һарайы тигән исем ала һәм команданың үҙ стадионы була.

Боҙ һарайы комплексында 2008 йылда реконструкция үткәрелә, ул саҡта команда Финляндия чемпионатының шайбалы хоккей буйынса икенсе дивизионына күсә. 2011 йылда шулай уҡ һуңғы реконструкция үткәрелә[1].

Бөгөнгө көндә боҙ аренаһының майҙаны 29Х60 метр тәшкил итә, дөйөм һыйҙырышлығы 2 372 тамашасыға иҫәпләнгән, шуларҙан 1591 ултырыу урыны һәм 781 баҫып тороу урыны бар. Һырғалаҡта күмәк саралар ваҡытында кафе эшләй. Холлдың дөйөм майҙаны 3 952 кв.м. тәшкил итә, был спортҡа ҡағылышы булмаған сараларҙы үткәреүгә лә мөмкинлек бирә.

Боҙ комплексы һырғалағы хоккей, фигуралы шыуыу, туп менән хоккей буйынса ярыштар, күнекмәләр үткәреү өсөн, шулай уҡ ҡала халҡының күмәк шыуыуы өсөн ҡулланыла[2]. Бынан тыш йәй көндәрендә концерт һәм йәрминкәләр үткәрелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]