Квадрантидтар

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Квадрантидтарметеорҙар ағымы, уның радианты - Волопас йондоҙлоғонда (Геркулес һәм Аждаһа йондоҙлоҡтары сигендә). Йыл һайын 28 декабрҙән алып 7 ғинуарға тиклем күҙәтелә, максимумы 3-се һәм 4-се ғинуарға тура килә (шул ваҡытта бер сәғәт эсендә 45-тән алып 200-ға тиклем метеор күҙәтеп була).

Радианты ғәҙәттә альфа 229°, дельта +49° координаталы нөктәлә була (Волопас йондоҙлоғо), әммә ҡайһы бер ваҡытта уның урыны үҙгәреп тора – быға, бәлки, Юпитерҙың гравитацион йоғонтоһо сәбәпле. Метеорҙары күкһел төҫтә, уларҙың уртаса йондоҙ ҙурлығы - 2.8.