Кенсингтон руник ташы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Кенсингтон руник ташы
Административ-территориаль берәмек Миннесота[d]
Дәүләт
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Кенсингтон руник ташы — йөҙө һәм ҡабырғаларына рун яҙмаһы теркәлгән тура мөйөш формаһындағы таш плита. Плита 1362 йылда (Христофор Колумб сәйәхәтенә тиклем күпкә алдараҡ) скандинавия сәйәхәтселәре Төньяҡ Американың урта өлөшөнә барып еткәнлеген иҫбатлаусы мәғлүмәт булып тора. Плита граувакка ултырма тау тоҡомдарынан тора, ул 1898 йылда АҠШ-тың Миннесота штаты Кенсингтон ҡалаһы янында табылған.

Хәҙерге ваҡытта таш Алегзандрия ҡаласығы музейында ҡуйылған, һәм бындағы экспозицияның нигеҙе булып тора[1].

Табыш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Швед сығышлы америка фермеры Улоф Эман (швед. Olof Öhman [ˈuːlɔf ˈøːman]) 1898 йылда, ерҙе эшкәртер алдынан урманлы участканы ағастарҙан һәм төпсөктәрҙән таҙартҡанда, тирәк ағасы тамыры аҫтында тупаҫ эшкәртелгән таш табыуын белдерә.

Шаһиттарҙың күрһәтмәләренә ярашлы, йәше кәм тигәндә 10 йыл булған ағас ҙур булмаған убала үҫкән, уның тамырҙары яҙмаһы түбәнгә ҡаратылып ерҙә ятҡан ташты сырмап үҫкән. Фермерҙың ун йәшлек улы ташҡа уйылған тамғаларға иғтибар итә, фермер был хәлдән һуң, улы менән "индей альманах"ын табыу ихтималығын фаразлай. Плита күләме 76 × 41 × 15 см, ауырлығы яҡынса 90 килограмм тәшкил иткән, тип баһалана.

Табыш бер аҙҙан урындағы банкка (Улоф шуның өсөн аҡса алырға тырышыуы буйынса бер ниндәй ҙә дәлил юҡ) ҡуйыла.

Табыштың тексы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таштың йөҙ яғындағы яҙыуҙа (таш емерелеү сәбәпле ҡайһы бер һүҙҙәр юҡ) былай тиелә:

8 göter ok 22 norrmen paa opthagelse farth fro winlanth of west Wi hathe läger weth 2 skylar en thags norder fro theno sten wi war ok fiske en thag äptir wi kom hem fan X man rothe af bloth og ded AVM frälse af illum.

Башҡортса тәржемәһе (инглиз теле-урыҫ телдәре аша):

Көнбайыш аша Винландтан разведка сәйәхәте ваҡытында 8 гёт һәм 22 норманға ярашлы, ошо таштан төньяҡҡа бер көнлөк юл араһында ике ҡаялы утрауҙа лагерь ҡорҙоҡ. Лагерҙан сығып, бер көн балыҡ тоттоҡ. Беҙ ҡайтыуға 10 иптәшебеҙҙең ҡыҙыл ҡанға батҡан мәйетен таптыҡ. Аве Мәрйәм, яуызлыҡтан ҡотҡар.

Таштың ҡабырға яғында түбәндәге яҙыу бар:

har X mans we hawet at se äptir wore skip 14 thag rise from theno odh Ar wars Herra 1362.

Тәржемә:

Ошо утрауҙан 14 көнлөк юлда беҙҙең партиянан карабыбыҙҙы күҙәтергә диңгеҙ буйында ҡалған 10 кеше бар. 1362 йыл.

Ошо текстың инглиз теленә тәржемәһен скандинав лингвисы К. М. Нильсен 2001 йылда тәржемә итә (хәҙерге заманда йәшәгән ябай швед уның мәғәнәһен аңламаҫ ине). AVM (Ave Maria) аббревиатураһы тарихи яҡтан аҡлана, сөнки шул осор скандинав тикшеренеүселәре католик булған. Ғәҙәттә иртә тәржемәләр skylar һүҙен риф һымаҡ (йәки бәләкәй, ҡаялы утрауҙар) интерпретациялаған, әммә тикшереүсе Нильсен был мәғәнәнең дөрөҫ булыуы ихтималлығы аҙ, тип иҫәпләй.

Лингвистик бәхәс миҫалы булып «opthagelse farth» (сәйәхәт йә тикшеренеү) һәм «updagelsfard» швед терминдары тора, һәм уларҙы ҡулланыу XIV—XV быуаттарҙағы иҫке швед, иҫке дат, урта нидерланд, урта түбәнге немец телдәрендә лә табылмаған. «Upptäcktsfärd» һүҙен ҡулланыу дөрөҫөрәк булыр ине. Әммә 1911 йылда, иҫке швед һүҙлеге лексикографы Содеруолл (Soderwall) (Эмандан таш һатып алған) Һоланд менән һөйләшкәндә, уның эше формаль һәм тәбиғи булмаған телдә яҙылған юридик документты ҡотҡарыу менән генә сикләнгәненә һәм «opdage» һүҙенең тамыры немец теленән үҙләштерелеүе мөмкинлегенә иғтибар итә. Әммә документты төп нөсхә түгел тип тәнҡитләгән лингвистар был һүҙ неологизм булып тора ти, һәм швед яҙыусыһы Густав Штормдың (Gustav Storm) XIX быуат аҙағында Миннесота штатында таралған норвег гәзиттәрендә викингтар тураһында яҙмалар серияһында йыш ҡулланылған һүҙҙәрен иҫкә төшөрә.

Тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китапта Кенсингтон ташы фотоһы

Табылдыҡ асылғандан һуң, 999 йылда норман диңгеҙ йөҙөүсеһе Ләйф Эриксендың Төньяҡ Америка ярҙарына сәйәхәте менән бәйләй башлайҙар. Табылдыҡ шулай уҡ романтик милләтселек яҡлылар таратҡан викингтар менән ҡыҙыҡһыныуҙы тергеҙә. Биш йылдан һуң Дания археологтары урта быуаттағы судноларының Төньяҡ Америка ярҙарына тиклем барып етә алыуын раҫлай. Норвегияның бойондороҡһоҙлоғон яңы иғлан итеү (1905) арҡаһында Швеция менән Норвегия араһында хатта тартыш барлыҡҡа килде: ҡайһы бер норвегтар, шведтар ташының ялған булыуын раҫланы, ә шведтар норвегтар тураһында шундай уҡ фекер әйтте.

Ҡайһы бер ғалимдар яҙыу боронғо грек телендә яҙылған, тип яңылыш фараз иткәнлектән, табыш Миннесота университетының грек бүлегенә ебәрелгән. Университетта яҙыуҙы скандинавия телдәре һәм әҙәбиәте профессоры Олаус Дж. Бреда (Olaus J. Breda) уҡый һәм тәржемә итә, һуңынан уның рун телен белеүе буйынса бер нисә тикшеренеүсе араһында бәхәс тыуҙыра. Бреда был ялған, тигән һығымта яһаған һәм яҙманың күсермәһен Скандинавиялағы лингвистарға тапшырған. Норвегия археологы Олуф Рюгх (Oluf Rygh), башҡа лингвистар менән бер рәттән, Бреданың хатына таянып, ташты бер ҡасан да күрмәгән булһа ла, был яҙыу — мутлашыу, тигән һығымтаға килгән. Америкаға скандинавтарҙың бик иртә килеүенең археологик таныҡлыҡтарына ярты быуат та булмаған саҡта һәм шул осорҙа Миннесота штатында аҙашып килеп сыҡҡан викингтарҙы асыҡлау идеяһы академиктарҙың күбеһенә кеше ышанмаҫлыҡ булып күренә ине.

Билль 1911 йылда Улофтан алған ташты Миннесота штатының Тарихи йәмғиәтенә 10 долларға тапшыра

Артабан артефакт Чикагоның Төньяҡ-Көнбайыш университетына ебәрелә, ғалимдар уны шаяртыу рәүешендә интерпретациялай, йә тәржемә итә алмай, һуңынан Улофҡа кире ҡайтара. Шунан һуң Улоф, ташты йөҙө менән аҫҡа ҡаратып, амбар ишеге төбөбөнә ҡуя һәм тупһа сифатында ҡулланған (йылдар үткәс, Улофтың улы улай япамағанлыҡты аңлай һәм ташты япма итеп ҡуллана. 1907 йылда таш Мадисондағы Висконсин университетын тамамлаусы Хьялмар Холандҡа (Hjalmar Holand) яҡынса 10 долларға һатыла. Холанд табылдыҡтарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы тергеҙә, һәм артабанғы тикшеренеүҙәрҙе геолог Ньютоном Х. Уинчелл һәм лингвист Джордж Флом (George Flom) алып барған һәм 1910 йылда тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарған.

Уинчелға ярашлы, табыш яһалған һәм ҙурлығы буйынса уға оҡшаш тирәктәрҙең йәше ҡулсалар һаны буйынса яҡынса 40 йәш баһаланған. Тирә-яҡ биләмәгә кешеләр 1858 йылда ғына күсеп ултырғанлыҡтан, был табыш, моғайын, ялған бул алмай. Уитчел, таштың ауышлығы ундағы яҙыуҙың йәше яҡынса 500 йыл булыуы хаҡында һөйләй, тигән һығымтаға килгән. Үҙ сиратында, Флом яҙыуҙа ҡулланылған рундар һәм XIV быуатта ҡулланылған өлгөләр араһындағы айырманы асыҡ күргән. Унан да бигерәк, рундың лингвистик формалары шул ваҡыттан уҡ һаҡланып ҡалған яҙма миҫалдарға тап килмәгән.

Яҙыуҙың төп нөсхәһе хаҡындағы бәхәстәрҙең күбеһе лингвистик һәм физик таныҡлыҡтар араһындағы күренеп торған бәхәскә нигеҙләнгән. Бынан тыш, швед фермеры стеланы викинг мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу артҡан осорҙа тапҡан.

Холанд табышты Европаға алып китә, һәм Миннесота гәзиттәре был табыштың ысын булыуын тикшергән арала, Швеция лингвистары таштың ысынлығын кире ҡаҡҡан.

Артабанғы 40 йылда Холанд был темаға бер нисә мәҡәлә һәм китап яҙып, бар көсөнә йәмәғәтселек фекерен үҙ яғына йүнәлтергә тырышты. Ул 1949 йылда Смитсон институтының Америка музейҙарының комплексында күҙәтеүгә ҡуйылған саҡта бер аҙ уңышҡа өлгәшә. Бынан һуң профессорҙар Уильям Талбитцер (William Thalbitzer) һәм С. Р. Хаген (S. R. Hagen) табышты яҡлап бер нисә мәҡәлә сығара. Әммә Свен Янссон, Эрик Молтк, Гарри Андерсон һәм К. М. Нильсен кеүек Скандинавия лингвистарының (Эрик Вальгрендың (Erik Wahlgren) билдәле китабы менән бергә) ҡапма-ҡаршы фекерҙәре лә табылған.

Вальгрен менән бергә, тарихсы Теодор Блеген (Theodore Blegen), бәлки, Кенсингтондың башҡа кешеләре ярҙамында Эман шаярыу рәүешендә яҙыуҙы үҙе киҫеп алды, тип ҡәтғи раҫлай. 1976 йылда бер нисә йыл элегерәк яҙылған магнитофон яҙмаһында Уолтер Гран атаһы Джондың 1927 йылда Эмандың яҙма яһағанлығын раҫлай. Әммә был таныҡлыҡ өсөнсө ҡулдар аша алынған, йәғни Джон быны башҡа кешеләрҙән ишеткән. Өҫтәүенә, Уолтер Гран бер нисә йыл йәшәгән һәм шунан бирле таш тураһында бер нәмә лә әйтмәгән. Һуңыраҡ, 2005 йылда, Гран Эманға бүленгән иғтибарға көнләшеүе тураһында мәғлүмәттәр барлыҡҡа килде. Нисек кенә булмаһын, таш һаман ялған тип иҫәпләнә.

1982 йылда Корнелл университетынан килгән лингвист Роберт Хол (Robert Hall) китапты баҫтырып сығарғандан һуң, төп нөхсәлекте тәнҡитселәренең алымдарын тикшереп, яҙыуҙың скандинав сығышлы булыу мөмкинлеге тураһында мәсьәлә күтәрә. Ул яҙманың ҡайһы бер филологик проблемалары шул осорҙоң иҫке швед телендәге нормаль диалект тайпылыштары һөҙөмтәһе булыуы ихтимал тигән фекер белдерә. Бынан тыш, ул тәнҡитселәрҙең ул тапҡан ышаныс тыуҙырырлыҡ физик танытмаларҙы ҡарарлыҡ хәлдә түгел тип раҫлаған.

1983 йылда Ричард Нилсен (Richard Nielsen) Хьюстондан инженер һәм тел тикшеренеүсеһе, таштағы руналарҙы һәм осорҙоң лингвистикаһын өйрәнә, документтың ысын булыуын асыҡлай һәм тәнҡитселәрҙең дәлилдәрен кире ҡаға. Мәҫәлән, бер нисә ҡулъяҙмала ғына табылған бик һирәк осраған рун төрө (шул рәүешле ялғанды нигеҙләйҙәр) J хәрефе тип интерпретацияланған XIV быуат ҡулъяҙмаларында ғына табылған L рунаһының һирәк формаһы тип интерпретациялана. Ул шулай уҡ, яҙыу диалекты, шведтарҙың дөйөм диалектынан айырмалы рәүештә, Швецияның көньяғында, Дания менән Норвегия сиктәре янында, Бохуслен өлкәһендә ҡулланылған һәм киҫешкән телдәрҙең диалектик формаһы булып торған, тип билдәләне.

Быуат үткәндән һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рунлы таш табылғас, 1998 йылдың декабрендә, йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үткәс, беренсе тапҡыр 1910 йылдан алып табышҡа ентекле физик анализ яһала. Уға микроскоп ярҙамында фотоға төшөү, матдәне тикшереү һәм электрон микроскоп менән сканерлау инде. 2000 йылдың ноябрендә геолог Скотт Ф. Уолтер (Scott F. Wolter) тикшеренеүҙәрҙең яҡынса һөҙөмтәләрен тәҡдим итте. Уның нигеҙендә таштың ауышлыҡ менән бәйле 50-200 йыллыҡ оҙайлы процессҡа дусар булыуы ята, тип фаразлай ул.

Атап әйткәндә, ул таштың яҙыулы өҫкө йөҙөндә бәлләүер таштың тулыһынса юғалыуына иғтибар итте. Мэн штатындағы 200 йәшлек һәүерташ ҡәбер таштарының шундай уҡ өлгөләре, табыштағын тулыһынса юғалтҡан кеүек түгел, ә пиритты байтаҡҡа юғалтҡандарын күрһәтә. Ошондай шарттарҙа ҡәбер таштары өлгөләренең уңайлы шарттарҙа булыуын иҫәпкә алып, сағыштырыу ташты 1858 йылда тәүге европалылар килеп урынлашҡандан күпкә алдараҡ таштың бында урынлаштырылыуын күҙалларға мөмкинлек биргән.

Шулай ҙа ҡайһы бер тәнҡитселәр, уйылған яҙыуҙарҙың үҙгәреүсән һауа шарттарының быуаттар дауамында ныҡ тороуына ғәжәпләнеп, яҡшы һаҡланғанлығына иғтибар иткән. Ләкин таштың кире яғы боҙлоҡ осоронан ҡалған йәше меңдәрсә йыл менән иҫәпләнгән сыйыҡтары яҡшы һаҡланып ҡалған.

2001 йылда Лос-Анджелестағы Калифорния университетының элекке профессоры Эрик Вальгрен «Викингтар һәм Америка» (The Vikings and America) китабында яҙыуҙағы лингвистик тайпылыштарҙы һүрәтләй һәм уларҙың ялған булыуы фекерен белдерә.

2005 йылда баҫылып сыҡҡан «The Kensington Runestone: Approaching a Research Question Holistically» мәҡәләһендә археолог Алиса Бек Кехо (Alice Beck Kehoe), урындағы халыҡтың ташта күрһәтелгән датанан алдараҡ «килмешәктәр» менән бәйләнеше тураһындағы хәбәрҙәргә һылтанып, европалыларҙың XIV быуатта экспедицияһы килеү мөмкинлеге тураһында һығымта яһаған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Kensington Runestone Museum, Alexandria Minnesota. Дата обращения: 19 декабрь 2008. Архивировано 6 октябрь 2017 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]