Кесе Мишкин
Утар | |||
Кесе Мишкин | |||
---|---|---|---|
47°22′52″ с. ш. 40°04′17″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Ростов өлкәһе | ||
Муниципаль район | Аҡсай | ||
Ауыл биләмәһе | Мишкин | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+3 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | 547[1] кеше (2010) | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Телефон коды | +7 86350 | ||
Почта индексы | 346728 | ||
Автомобиль коды | 61, 161 | ||
ОКАТО коды | 60 202 825 004 | ||
ОКТМО коды | 60 602 425 116 | ||
|
|||
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Кесе Мишкин — Ростов өлкәһенең Аҡсай районындағы утар.
Мишкин ауыл биләмәһе составына инә.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район үҙәге — Аксайҙан 25 км (юл буйлап) төньяҡ-көнсығышта, Новочеркасск ҡала округы сигендә урынлашҡан. Утар Аксай йылғаһының уң ярында урынлашҡан.
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Көнсығыш урамы,
- Яр буйы урамы,
- Подгорная урамы.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Утарҙың исеме — Мишкин, XVI быуаттың икенсе яртыһында ҡырым татарҙары менән көрәш алып барған, Ливония һәм Польша менән һуғышта ҡатнашҡан атаман Михаил Черкашенин исеменән алынған.
1818 йылда вафат булған һәм Новочеркасскта ерләнгән Платов Матвей Иванович, 1875 йылда утарға күсереп ерләнә. 1911 йылда атаман Платовтың һөлдәһе Новочеркасск кафедраль соборҙа ҡайтанан ерләнә.
Кесе Мишкин утарының пейзажы һәм һүрәттәре бөйөк урыҫ рәссамдары Крылов һәм Дубовскийҙың әҫәрҙәрендә осрай.
Утарҙа шулай уҡ 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының иҫтәлеген хөрмәтләп иҫкә алалар: 1942 йылдың 24 июлендә билдәһеҙ ҡыҙылармеец, үҙен фиҙа ҡылып, немецтар аманатҡа алған урындағы кешеләр ғүмерен ҡотҡара.
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡасабала Төньяҡ-Кавказ тимер юлының (код 51352) туҡтау пункты (платформа) 1178 км урынлашҡан.
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кесе Мишкин утары үткәндәр ҡомартҡыларына бай. Бында Бөйөк Дон ғәскәре Атаманы, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы, граф И. М. Платовтың нәҫелдән килгән имениеһы урынлашҡан. Усадьба дәүләт һаҡлауы аҫтында тора[2].
Иғтибарға лайыҡ төҙөлөш булып Пресвятая Богородица Раштыуаһы сиркәүе — атаман Платов кәшәнәһе ҡуйылған 1865 йылғы урыҫ провинциаль төҙөлөш сәнғәте ҡомартҡыһы тора. Ғибәҙәтхана 1855 йылдан алып 1865 йылға тиклем архитектор И. О. Вальпредо проекты буйынса Аҡсай йылғаһы буйында төҙөлә. Төҙөлөүсе ғибәҙәтхана, уйлауҙарынса ярмалы тупраҡ арҡаһында, ике тапҡыр емерелә, төҙөлөштө икенсе урынға күсереү идеяһы ла була. Шуға ҡарамаҫтан, төҙөлөштө тамамлап, сиркәүҙе Пресвятая Богородица Раштыуаһы исеменә изгеләштерәләр.
1874 йылда Пресвятая Богородица Раштыуаһы сиркәүе кәшәнәһендә атаман М. И. Платов ерләнә. Ваҡыт үтеү менән сиркәү емерелә, 1981 йылда Аҡсай район башҡарма комитеты уны реставрациялау тураһында ҡарар сығара, әммә ремонт өсөн аҡса бүлә алмай. 2008 йылда шулай ҙа сиркәү тергеҙелә. Реставрация үткәндән һуң тәүге ғибәҙәт 2009 йылдың 28 июнендә үтә[3].
Утарҙан 600 м көньяҡ-көнбайышта археология ҡомартҡыһы, «Кесе Мишкин-1» ҡурған ҡәбере урынлашҡан, яҡынса шундай уҡ алыҫлыҡта, тик төньяҡ-көнбайышта «Кесе Мишкин-1» икенсе ҡурған комплексы урынлашҡан. Ике археологик ҡомартҡы ла дәүләт һаҡлауы аҫтында тора[4][5].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
- ↑ Усадьба донского атамана М. 2017 йылдың 8 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Церковь Рождества Пресвятой Богородицы в Малом Мишкине
- ↑ Курганный могильник «Малый Мишкин-1» 2017 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Курганный могильник «Малый Мишкин-2» 2017 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мишкинское сельское поселение 2011 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған.