Кешелектең Изге Фәрештәһе
Кешелектең Изге Фәрештәһе | |
Административ-территориаль берәмек | Донецк |
---|---|
Дәүләт | |
Жанр | паблик-арт[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
«Кешелектең Изге Фәрештәһе» скульптураһы — Донецк ҡалаһында Щербаков исемендәге үҙәк ҡала паркында ҡуйылған һәйкәл.
Скульптураның һүрәтләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2008 йылда Донецк ҡалаһында Ҡала көнө уңайынан Щербаков исемендәге үҙәк ҡала паркында «Кешелектең Изге Фәрештәһе» монументы ҡуйыла. Һәйкәлдең уртаһында гранит колонна урынлашҡан, уның өҫтөндә Ерҙе кәүҙәләндереүсе ярымсферала баҫып тороусы фәрештәнең алтын һыны ҡуйылған. Фәрештәнең ҡулында күгәрсен — тыныслыҡ һәм өмөт символы. Гранит һәйкәлдең нигеҙе ҡырҙарында алтын хәрефтәр менән меценаттарҙың исеме яҙылған күпҡыр формаһында яһалған.
- Әхмәтов Ринат Леонидович— «Шахтер» футбол клубы президенты, Донецк ҡалаһының почетлы гражданы, «Украина үҫеше» хәйриә фонды президенты.
- Василий Тарановский (1837—1899) — мәҙәни йәмәғәт эшмәкәре, Чернигов ҡалаһындағы боронғо украин ҡомартҡылары музейына нигеҙ һалыусы (хәҙер тарихи музей), меценат, коллекционер;
- Фадей Рыльский (1841—1902) — иҡтисадсы, этнограф, меценат, фольклорсы, мәҙәни-ағартыу эшмәкәре;
- Никола Терещенко (1819—1903) — дәүләт һәм мәҙәни-ағартыу эшмәкәре, шәкәр сәнәғәтсеһе, меценат. Черниговщинала таҙартыу һәм шәкәр заводтарына нигеҙ һалыусы;
- Богдан Ханенко (1848—1917), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар, сәнғәт белгесе-коллекционер, меценат. Киев художество-сәнәғәт һәм фәнни музейға нигеҙ һалыусы (хәҙер Киевтың ике заманса музейы — милли һынлы сәнғәт музейы һәм Украинаның милли музейы).
Р. Әхмәтов фамилияһы өҫтөндә «„Кешелектең Изге Фәрештәһе“ һәйкәле — Украина һәм Донецк крайы тарихында изге эштәре менән сағыу эҙ ҡалдырғандарға ихтирам йөҙөнән» тип яҙылған.
Композицияның художество концепцияһы авторҙары Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамдары Стронский Петр Тимофеевич һәм Олейник Олег Витальевич.
Проект[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алдан «Комсомольская правда» гәзите төп фәрештә Мәскәүҙә буласаҡ тип хәбәр итә. Проект Рәсәйҙеке булараҡ барлыҡҡа килә — йәмәғәт ойошмалары уны күтәреп алалар һәм патриарх Алексий II фатиха бирә. Әммә ваҡыт үтеү менән ул сит илдәргә тарала башлай. Мәҫәлән, Донецк менән бер рәттән (Украинала Донецк беренсе булып) үҙҙәренең фәрештәләрен Ҡырғыҙстан, Греция һәм Панама ала.
Үткән быуаттың 50-се йылдарына тиклем фәрештә урынында Сталин һәйкәле торған[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Евгений Ясенов. Операция «Трест». Парк Щербакова . donjetsk.com (30 октябрь 2013). — Журналист Ясенов описывает этот факт на своем сайте. Дата обращения: 26 декабрь 2016.