Кизитиринка ҡаласығы
Городище | |
Кизитиринка ҡаласығы
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов |
Беренсе тапҡыр | 1926 йыл |
Кизитиринка ҡаласығы — Дондағы Ростовтың хәҙерге Пролетар районы территорияһында урынлашҡан боронғо тораҡ. Тикшеренеүселәр уны «меот ҡаласығы» категорияһына индерә, уның барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә Рим мәҙәниәте йоғонто яһаған, тип күҙаллай[1]. Шул осорға Ростов һәм Темерник ҡаласыҡтары ла ҡарай[2]. Кизитиринка ҡаласығы Кобяков ҡаласығынан түбәнерәк, Дон һәм Үле Дон йылғаларының уң ярында урынлашҡан[3].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй археологы Александр Александрович Миллер Кизитиринка ҡаласығының барлыҡҡа килеүен Рим дәүере осорона бәйләй[4], был ваҡытта башҡа — Ростов һәм Темерник ҡаласыҡтары ла барлыҡҡа килә. 1926 йылғы тикшеренеүҙәр барышында Кизитиринка ҡаласығында баулы биҙәк төшөрөлгән керамик иәйберҙәр табыла. 1927 йылда объект территорияһында, балсыҡ табыу урынында ҡәберлек, ә уның эсендә юғары сифатлы ҡыҙғылт-һары балсыҡтан эшләнгән амфора табыла. Тикшеренеүселәр уны беҙҙең эраға тиклем беренсе быуат менән билдәләй. Һауыттың һыйҙырышлылығы — 5 литр, бейеклеге 74 сантиметр самаһы. Тар ауыҙлы амфора бөтөн килеш табыла. Башҡа артефактарҙан муйынсаны килтерергә мөмкин. Тап бына улар ҡәберлек табылған, тип фаразлау мөмкинлеге бирә, сөнки шундай үҙенсәлекле формалағы биҙәнеү әйберҙәре бары тик ҡәберлектәрҙә генә осрай. Аҡ быялаға оҡшаш массанан эшләнгән бер мәрйен цилиндр формаһында була, уны дуға формаһындағы ҡара һыҙаттар тирәсләй. Икенсе мәрйен дөрөҫ булмаған оҙонса формала, өсөнсөһө — түңәрәк, дүртенсеһе — ялпаҡ. Шулай уҡ Кизитиринка ҡаласығы территорияһында күкһел мысыр смальтаһы ҡулланылып эшләнгән фигура табыла. Һауыт-һаба ярсыҡтары ла осрай[1]..
Һүрәтләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кизитиринка ҡаласығы территорияһы Кизитиринка йырыны һәм Дондың уң яғында барлыҡҡа килгән моронда урынлашҡан. Тикшеренеүселәр археологик ҡиммәткә эйә был территорияға аҙ иғтибар биргән, шуға күрә ул ентекле тикшерелмәгән. Әммә табылған фрагменттар һәм өлөшсәләр буйынса, Кизитиринка ҡаласығы территорияһында йәшәүселәр Ростов һәм Темерник ҡаласыҡтарында йәщәүселәр менән бәйләнештә торған. Ҡаласыҡ территорияһында әле рәхсәтһеҙ таш һәм кирбес сығарыу бара, быны территориялағы соҡорҙар ҙа раҫлай. Кизитиринка ҡаласығы квадрат формала була һәм 10 000 квадрат метрҙы биләй[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Евграф Савельев.
- ↑ Корпус боспорских надписей. Издательством «Наука», Москва Ленинград, 1965 год, С. 922
- ↑ Танаис и Нижний Дон в первые века нашей эры, Дмитрий Борисович Шелов, Наука, 1972 — Всего страниц: 351 с. — С. 178
- ↑ Государственный Эрмитаж. Отдел истории первобытной культуры. Ėрмитаж, 1941. С. 197