Кирбес цехы (Бөрйән районы)
Кирбес цехы | |
---|---|
Тип | артель |
Нигеҙләнгән йыл | 1940 |
Ябылған йыл | 1960 |
Нигеҙләүселәр | Калайджи Б. М. |
Урынлашыуы | СССР → Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан |
Тармаҡ | Кәсепселек |
Продукция | кирбес етештереү |
Кирбес цехы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы хужалыҡ.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирбес цехы 1940 йылда Иҫке Собханғол ауылында һөргөнгә ебәрелгән эшсе Калайджи Билал Мимиш улы аса. «Марс» артеле тип йөрөтөлә. Тәүге эшселәре һөргөнгә ебәрелгән 5 татар ғаиләһе була. Кирбес ҡул көсө ҡулланып етештерелә.
Ваҡыт үтеү менән, цех киңәйә, эшселәр һаны арта, етештереү технологияһы яҡшыра; ҡул һәм ат көсө ҡулланыу кәмей. Балсыҡты «Беларусь» тракторы ярҙамында иҙәләр. Кирбес бик ныҡ була — икенсе тапҡыр ҡулланғанда ла сифатын юғалтмай.
1956 йылда кирбес цехы район сәнәғәт комбинаты ҡарамағына бирелә. Калайджи Б. М кирбес етештереү мастеры итеп үрләтелә. 1961 йылдың июлендә ул ғаиләһе менән Рыбинск ҡалаһына күсеп китә.
Кирбес цехы (завод та тип йөрөтәләр) 1960 йылдың урталарында эшмәкәрлеген туҡтата.
Етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Калайджи Б. М.
Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Файл:Таң гәзите.jpg 19 сентябрь 2020. Үҙебеҙҙең кирбес заводы булды[1]
- Файл:Таң гәзите.jpg 23 март, Бөрйәндә һөргөндә булған төрөктөң әсе яҙмышы хаҡында….
Мәҡәләне тулыһынса уҡығыҙ: Тыуған ерең, туғандарың булыу – үҙе бәхет!
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирпичный цех // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 277. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.