Кирилл Туровский һәйкәле (Гомель)
Һәйкәл | |
Памятник Кириллу Туровскому
| |
Ил | Белоруссия |
Город | Гомель, Гомельская область |
Координаталар | 52.424722/N/31.013889/E |
Скульптор | Лев Гумилевский, Сергей Гумилевский[1][2] |
Архитектор | Николай Жлоба[1][2] |
Төҙөлгән ваҡыты | 2004 йыл |
Материал | бронза |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Кирилл Туровский һәйкәле — Белоруссияның Гомель өлкәһенең Гомель ҡалаһындағы 12-быуат гуманисы һәм мәғрифәтсеһе[1] Кирилл Туровский һәйкәле
Тасуирлау һәм тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гомель өлкә драма театры янындағы Кирилл Туровский скверында 2004 йылдың 4 апрелендә ”Белорус яҙмаһы көнөндә Кирилл Туровский һәйкәле асыла. Кирилл Туровский — епископ, яҙыусы, философ һәм дингә өндәүсе, фекеренең тәрәнлеге һәм һүҙгә оҫталығы өсөн «Златоуст» исемен алған. Һәйкәлдең авторҙары: скульптор Лев Николаевич Гумилевский һәм уның улы Сергей Гумилевский, Белоруссияның атҡаҙанған архитекторы — Николай Федорович Жлоба[3] .
Кирилл Туровский һыны бронзанан ҡойолған, бейеклеге 3,5 метр, ике метрлы гранит постаментҡа ҡуйылған. Һул ҡулында доға тексы яҙылған төргәк: «О владыко пресвятый, избави господи град сей и страну сею от всякого зла»[1]. Кирилл Туровский һәйкәлен асыу тантанаһында өлкәнең һәм Гомель ҡалаһының министрлыҡтары етәкселәре ҡатнаша. Дражин Владимир Нестерович- Беларусь Республикаһының премьер-министр урынбаҫары, Туровта Белорус яҙмаһы көнөн үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе былай тип әйтә:
Һәйкәлдәр быуаттарға ҡуйыла, һәм был һәйкәл беҙҙең илдең киләһе быуындарына — бүләк[3].
Кирилл Туровский һәйкәлен Гомель һәм Жлобин архиепискобы Аристарх изгеләндерә[3].