Кир кәшәнәһе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Кир кәшәнәһе
Административ-территориаль берәмек Пасаргад[d]
Оҙонлоҡ
  • 13,35 метр[1]
  • 6,4 метр[1]
Дәүләт
Бейеклеге/буйы 11,1 метр[1]
Киңлек 12,3 метр[1] и 5,35 метр[1]
Архитектура стиле Архитектура Ахеменидов[d][1]
Мираҫ статусы Иран милли мираҫы[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән эзбизташ[2]
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 530[1]
Әҫәр заказсыһы Бөйөк Кир II[1]
Рәсем
Урынлашыу
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Кир Цилиндры формаһындағы торт һәм Пасаргадтағы Кир кәшәнәһе формаһындағы бәлеш
Иранлылар Пасаргадта Бөйөк Кир көнөн билдәләй (2016)

Кир кәшәнәһе (фарс. بزرگ آرامگاه کوروش) — б. э. т. VI быуатта төҙөлгән фарсы батшаһы Бөйөк Кир II төрбәһе.

Кир II нигеҙ һалған баш ҡала Пасаргадта (Иран) урынлашҡан. Ул алты баҫҡыслы пирамида түбәһендә төҙөлгән бер ишекле өйҙән ғибәрәт. Б. э. т. IV быуатта Фарсы илен Искәндәр Зөлҡәрнәй баҫып алғандан һуң ҡыйратылған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кир массагеттарға ҡаршы алыштарҙа һәләк булғандан һуң, батша кәүҙәһе бәлзәмләнгән һәм Пасаргад ҡалаһы янында төҙөлгән кәшәнәгә ерләнгән[3].

Боронғо грек тарихсыһы Арриан урынды былай тип тасуирлаған: «Пасаргадта батша баҡсаһында Кирҙың ҡәберлеге урынлашҡан; уның тирәләй — төрлө ағастар ултыртылған, шишмәләр һуғарған сауҡалыҡ һәм бейек үләнле болондар… Бүлмәлә алтын табут урынлашҡан, унда Кирҙың кәүҙәһе, ә табут эргәһендә түшәк ята; уның аяҡтары алтын, сүкелгән; бында вавилон туҡымаһынан эшләнгән келәмдәр һәм ҡыҙғылт төҫтәге тире келәмдәр ята; бында кандис та, Вавилонда тегелгән башҡа кейемдәр ҙә, медия анаксаридтары ла, шәмәхә, ҡуйы ҡыҙыл һәм башҡа төҫтәге кейемдәр ҙә (ризы), муйынсаҡтар ҙа, ҡылыстар ҙа, аҫыл таштар менән биҙәлгән алтын һырғалар ҙа ята. Шунда уҡ өҫтәл тора. Уның уртаһында Кирҙың кәүҙәһе ятҡан табут тора ине. Уның өҫтөндә Кир ҡулланған бик ҡиммәтле ҡорал ята ине…» [4]. Плутарх кәшәнәләге яҙыуҙы телгә ала:[5]:

« Кеше, кем генә булһаң да, ҡайҙан ғына килһәң дә, һинең миңә килереңде мин беләм. Мин - фарсылар батшаһы Кир. Кәүҙәмде уратып алған бәләкәй генә ерҙән дә мәхрүм итмә мине. »

Бында Плутархтың хикәйәһе Аристобулдың тасуирламаһына таянған Страбон менән Арриандың түбәндәге һүҙҙәренә ауаздаш: «Кеше, мин — Кир, Камбиздың улы, фарсылар батшалығын урынлаштырыусы һәм Азия өҫтөнән хакимлыҡ итеүсе Кир. Һәйкәлдән мәхрүм итмә мине» (Арриан); «Кеше, мин — Кир фарсылар өсөн батшалыҡ яулаусы һәм Азия хакимы. Мине һәйкәлдән мәхрүм итмә» (Страбон)[6]. Страбон һәм Аррианға ярашлы ҡәберлектең тасуирламаһы 1960 йылдарҙа Британияның Фарсы иле өйрәнеү институты профессоры Д. Стронах экспедицияһы тапҡан төҙөлөш параметрҙарына тап килә. Кир ҡәберлегенә оҡшаш ҡоролманы төҙөй башлағандар һәм уның улы Камбиз II хакимлығы осоронда тамамланғандар. Аристобул хәбәр итеүенсә, ике грек авторы ҡалдырған мәғлүмәт буйынса, Александр Кир ҡәберенә ике тапҡыр барған: беренсе тапҡыр — б. э. т. 330 йылда Фарсы илен баҫып ингәндә. Аристобул Александрҙың «эскә инеп, ҡәберҙе биҙәргә» тигән бойороғон үтәгән[7].

Кәшәнәне талау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арриан, Курций Руф, Плутарх һәм Страбон исемле антик тарихсылар ҡәберлектең таланғаны тураһында һөйләй. Курций хикәйәһе башҡа өс авторҙың хәбәренән ныҡ айырыла. Курцийға ярашлы, талаусылар ҡәберҙән алтын-көмөш алып сыҡҡан, һәм Искәндәр Зөлҡәрнәй, мәмерйәгә барғанда, «иҫкергән түңәрәк ҡалҡандан, шулай уҡ ике скиф йәйәһенән һәм акинактан (оҙон хәнйәр)» башҡа бер нәмә лә тапмаған[7]. Тау итәгенән һәм табуттан башҡа, бар нәмә лә урланған була; мәйетте алып китеү уңайлы булһын өсөн, табутты емерергә теләгәндәр, һәм унда енәйәтселәр һуғып ватырға маташҡан билдәләр күренә, әммә улар үҙ ниәтен атҡарып өлгөрмәйенсә, уны ҡалдырырға мәжбүр була. Аристобул үҙе Искәндәр Зөлҡәрнәйҙән ҡәберҙе яңынан тергеҙергә рөхсәт һорай. Һәм ул һөйәктәрҙе табут эсенә йыйырға, уны ябырға, зыян күргән ерҙәрен төҙәтергә, аҫҡы яғына келәмдәр түшәргә һәм элекке гүзәллеге менән һоҡланырға, ишеккте таш менән терәтергә һәм унда батша мисәтен ҡалдырырға бойора[8].

Курций буйынса, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең алашары (евнух) Багой үҙенең элекке рәнйетеүсеһе — сатрап Орксинды ғәйепләй. Страбон, Аристобулға һылтанып, «көн һайын туҡланыу өсөн һарыҡ ите, айына бер тапҡыр ат ите алған һаҡсылары (Магтар) булыуына ҡарамаҫтан», кәшәнәнең таланыуын хәбәр итә. Искәндәр Зөлҡәрнәй тылсымсыларҙан «талауҙа ҡатнашҡандарҙы әйттереүҙе теләп, һорау алырға булған. Язаға дусар булыусылар үҙҙәрен дә, башҡаларҙы ла һатманы, башҡаларҙың да фажиғәгә шаһит булыуҙарын белеп булманы. Шунан һуң сихырсыларҙы Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең күҙ алдынан оҙатҡандар»[7].

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәшәнә цитаделдән көнбайышҡа табан һуҙылған юлда урынлашҡан. Ике яҡлы ҡыйыҡлы 3,16 х 2,18 метр ҙурлығындағы ерләү камераһы алты баҫҡыслы 5,5 м бейеклектәге пьедесталға ҡуйылған[9]. 11 м бейеклектәге ҡоролма эзбизташ блоктарынан тора, уларҙың бейеклеге постаментты һалыу рәттәрендә эҙмә-эҙлекле кәмей бара[10]. Кәшәнәнең аҫҡы кәрниздәре һәм уның нигеҙҙәре — грекса бөгөлгән профилле. Кәшәнә — Фарсы илендә фронтонлы берҙән-бер йорт[11]. Түбә аҫтында ике тотош ябыҡ камераһы бар[12]. Ишек уйымы: 1,39 м бейеклектә һәм 0,78 м киңлектә[13]. Мосолмандар һәйкәл янына һарай биләмәһенән йыйылған бер нисә колонна ҡуйған[10].

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Кир II

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бойс, Мэри. Зороастрийцы. Верования и обычаи. — Наука, 1988. — С. 38.
  • Альберти, Л. Б. Десять книг о зодчестве. — М.: Издательство Всесоюзной академии архитектуры, 1987. — Т. 2. — С. 571.
  • Михайлов, А. В. «Дело» об ограблении гробницы Кира // История Древней Греции. — С. 36.
  • Ксенофонт, Ф. А. Киропедия. — СПб, 1837. — С. 522.
  • Аллахи, Хабиб Аллах Айат. История иранского искусства. — СПб: Петербургское Востоковедение, 2007. — С. 86.
  • Ксенофонт, Ф. А. Киропедия. — СПб, 1837. — С. 522.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 1,9 https://iranicaonline.org/articles/cyrus-v-tomb
  2. https://ijm.tums.ac.ir/index.php/ijm/article/view/370
  3. Бойс, Мэри. Зороастрийцы. Верования и обычаи. — Наука, 1988. — С. 38.
  4. Альберти, Л. Б. Десять книг о зодчестве. — М.: Издательство Всесоюзной академии архитектуры, 1987. — Т. 2. — С. 571.
  5. Михайлов, А. В. «Дело» об ограблении гробницы Кира // История Древней Греции. — С. 36.
  6. Михайлов, А. В. «Дело» об ограблении гробницы Кира // История Древней Греции. — С. 37.
  7. 7,0 7,1 7,2 Михайлов, А. В. «Дело» об ограблении гробницы Кира // История Древней Греции. — С. 31—35.
  8. Ксенофонт, Ф. А. Киропедия. — СПб, 1837. — С. 522.
  9. Аллахи, Хабиб Аллах Айат. История иранского искусства. — СПб: Петербургское Востоковедение, 2007. — С. 86.
  10. 10,0 10,1 Архитектура Древнего мира // Всеобщая история архитектуры в 12 томах. — второе. — М.: издательство литературы по строительству, 1970. — Т. 1. — С. 309.
  11. Вёрман, Карл. История искусства всех времён и народов. — СПб: Полигон, 2000. — С. 305.
  12. Аллахи, Хабиб Аллах Айат. История иранского искусства. — СПб: Петербургское Востоковедение, 2007. — С. 87.
  13. Михайлов, А. В. «Дело» об ограблении гробницы Кира // История Древней Греции. — С. 34.