Киссельгоф Иосиф Сергеевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны
Заты ир-ат
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 14 сентябрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Вафат булған урыны
Уҡыу йорто
Вафат булған көнө 19 май 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны

Киссельгоф Иосиф Сергеевич (14 сентябрь 1908 йыл — 19 май 1973 йыл) — совет тарихсы-ғалимы, тарих фәндәре докторы (1967), БДУ профессоры (1968) .

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киссельгоф Иосиф Сергеевич 1908 йылдың 14 сентябрендә Тверь губернаһы Торопец ҡалаһында тыуған.

1927 йылда ул Ушинский исемендәге Ленинград педагогия техникумын тамамлай. Техникумды тамамлағас, 1938 йылға тиклем Ленинград ҡалаһы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.

1938 йылда А. И. Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтының киске бүлеген тамамлай. Институттың аспирантураһында уҡый. ««Общество друзей народа» и республиканское восстание 1832 года в Париже» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1941 йылдан башлап Вологда педагогия институтында доцент һәм тарих факультеты деканы, һуңыраҡ — дөйөм тарих кафедраһы мөдире (1946—1947) булып эшләй.

И. С. Киссельгоф 1947—1951 йылдарҙа А. И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтында яңы һәм иң яңы тарих кафедраһы доценты, ә 1951 йылдың сентябренән (суд ҡарары менән һөргөнгә ебәрелә[1]) — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1957 йылдан — тарих-филология факультеты деканы, 1959 йылдан алып 1973 йылға тиклем — БДУ-ла дөйөм тарих кафедраһы мөдире булып эшләй. Өфөлә Р. Зорге урамы, 25 адресы буйынса йәшәй.

1967 йылда Иосиф Сергеевич «Вишистский режим во Франции в годы второй мировой войны» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ғалимдың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — Икенсе донъя һуғышы осоронда Франция тарихы. И. С. Киссельгоф етәкселегендә БДУ-ның дөйөм тарих кафедраһы, «Франция тарихынан» йыйынтыҡтар сығарыусы, Франция тарихын өйрәнеү буйынса перифериялағы үҙәк булып китә.

1973 йылдың 19 майында вафат була, Өфөлә ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

И. С. Киссельгоф — төрлө баҫмаларҙа, шул иҫәптән «Француз йыллыҡ баҫма»һын да индереп, баҫылып сыҡҡан француз ҡаршылығы тарихы буйынса 100-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы[2]: «Францияның капитуляцияһы һәм 1940—1941 йылдарҙа Виши режимы», «Францияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн милли көрәш фронты барлыҡҡа килеүе», «Правящие круги и народные массы Франции после нападения гитлеровской Германии на СССР» һәм башҡалар.

Һайланма хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Киссельгоф И. С. История Франции в годы Второй мировой войны. — М.: Высшая школа, 1975. — 208 с. — ISBN 978-5-458-39563-2
  • Киссельгоф И. С. Республиканское восстание 5-6 июня 1832 г. в Париже // Французский ежегодник 1974. — М.: Наука. 1976.
  • Киссельгоф И. С. К истории возникновения «Общества прав человека и гражданина» (1830—1833). — Французский ежегодник 1961. — М.: Наука. 1960. — С. 124—140.
  • Киссельгоф И. С. Капитуляция Франции и вишистский режим в 1940—1941 гг. // Из истории Франции. — Уфа, 1961. — С. 93—168.
  • Киссельгоф И. С. Борьба коммунистов Франции за объединение патриотических сил и образование Национального совета Сопротивления (1940—1943 гг.) // Вопросы истории. — 1963. — № 11. — C. 110—111.
  • Из истории Франции: / [Ред. коллегия: доц. И. С. Киссельгоф (отв. ред.) и др.]. — Уфа, 1963. — (Ученые записки / Башкирский гос. ун-т им. 40-летия Октября. Серия исторических наук / Кафедра всеобщей истории; Вып. 12.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]