Князева Лидия Николаевна
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Хәләл ефете | Ролан Антонович Быков[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | актриса, актриса кино, театральный педагог |
Ерләнгән урыны | |
Вафат булған көнө | 22 декабрь 1987[2] (62 йәш) |
Эш урыны | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 9 февраль 1925[1] |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы |
Князева Лидия Николаевна (9 февраль 1925 йыл — 22 декабрь 1987 йыл) — СССР актрисаһы һәм театр педагогы, Мәскәү йәш тамашасылар театры труппаһына инә. СССР-ҙың халыҡ артисы (1970), РСФСР-ҙың Н. К. Крупская исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1975).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Лидия Николаевна Князева 1925 йылдың 9 февралендә Мәскәүҙә тыуа.
1943—1944 йылдарҙа ГИТИС-тың театр факультетында уҡый.
1945 йылда Мәскәү йәш тамашасы театры ҡарамағындағы студияға инә. 1947 йылда ошо уҡ театрҙа уйнай, Самуил Маршактың билдәле «Ун ике ай» пьеса-әкиәтендә Королева ролен башҡара.
1948 йылда студия бөтөү менән Мәскәү йәш тамашасы театрында эшләй. Был сәхнәлә ҡыр ҡылдан ашыу эшләй. Бөтә ғүмере буйына тиерлек малай-ҡыҙҙар, үҫмерҙәрҙе уйнай.
Сәхнәлә актриса үҫмер ролендә күренә, йәш тамашасылар уны хатта үҙ тиҫтерҙәре тип ҡабул итә.Корней Чуковский «Бармалей» әкиәте буйынса ире менән дуэтта уйнай: Быков Ролан Бармалейҙы, ә Князева Лидия — маймыл Чичаны. Ошо уҡ хеҙмәттәшлек Быковтың «Айболит-66» фильмында ҡабатлана[3].
Сперантова Валентина Йәш тамашасы театрының «СССР-ҙың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булған берҙән-бер актрисаһы була. 1954 йылдан КПСС ағзаһы.
Князева 1975 йылдан ГИТИС-та актерлыҡ оҫталығын уҡыта. Уның уҡыусылары араһында Дмитрий Певцов, Корженков Александр, Николай Добрынин була[4].
Һуңғы йылдарҙа һеңлеһе менән бергә йәшәй, үҙенең кәрәкһеҙлеген ауыр кисерә, күп ауырый.
Князева Лидия Николаевна 1987 йылдың 22 декабрендә Мәскәүҙә вафат була[5]. Ролан Быковтың көндәлегенә ярашлы, Князева 1987 йылдың 28 декабрендә Кунцево зыяратында ерләнә[6].
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
15 йыл дауамында актёр, режиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1990) Быков Роланда (1929—1998) кейәүҙә була, уның менән Олег тигән малайҙы уллыҡҡа (Быков Олег Роландович, 1958—2002) ала. Һуңғараҡ ҡабул ителгән улы Князева менән йәнәш ерләнә. Быков менән айырылышҡандан һуң яңғыҙ йәшәй.
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Театрҙағы ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1947 — «Двенадцать месяцев» С. Я. Маршака — Королева
- 1956 — «Место в жизни» М. Ф. Шатрова — Ваня Новиков
- 1957 — «Именем революции» М. Ф. Шатрова — Петька
- «Красная Шапочка» Е. Л. Шварца — Красная Шапочка
- «Отверженные» по произведениям В. Гюго || Теодюль (1951) и Козетта
- «Королевство кривых зеркал» В. Г. Губарева и А. Успенского — Оля
- «Павлик Морозов» по В. Г. Губареву — Федя
- «Девочка ищет отца» Е. С. Рысса — Лена
- «Доктор Айболит» по одноимённой сказке К. И. Чуковского — обезьяна Чичи
- «О чём рассказали волшебники» и «Кукла Надя и другие» В. Н. Коростылева — Пузырёк
- «Будьте готовы, Ваше высочество» Л. А. Кассиля и П. О. Хомского — ДʼЭлихьяр Сурамбук
- «Том Кенти» С. В. Михалкова по М. Твену — принц Эдуард и Том
- «Убить пересмешника» Х. Ли — Глазастик
- «Последние» М. Горький — Федосья
- «Стеклянный зверинец» Т. Уильямса — Аманда
Фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1966 — Айболит-66 — обезьяна Чичи
- 1976 — Том Кенти (фильм-спектакль)— Том Кенти / принц Эдуард
- 1976 — Предательница — эпизод
Йәнһүрәттәр тауышландырыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1946 — Орлиное перо — Зайчиха
- 1948 — Слон и муравей — Лиса / Заяц
Архив кадрҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2006 — Рядом с тобой (документальный)
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1954)[7].
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1966)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1970)
- Н. К. Крупская исемендәге РСФСР дәүләт премияһы. (1975) — «Том Кенти» спектаклендә баш ролде һәм принц Эдуард ролен башҡарған өсөн
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (15 февраль 1985 йыл) — совет театр сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[8]
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Князева Лидия ижадына уҡыусыһы Марина Миронованың «Рядом с тобой» документаль фильмы арналған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Князева Лидия Николаевна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ КНЯЗЕВА // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ Марина Миронова. «Рядом с тобой». Документальный фильм (2007)
- ↑ Мир интересного. Народные артисты СССР. Лидия Николаевна Князева 2013 йылдың 9 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ КНЯЗЕВА • Большая Российская Энциклопедия — электронная версия.
- ↑ Ролан Быков. Я побит – начну сначала! Дневники. — Litres, 2015-04-22. — 1417 с. — ISBN 9785457252578.
- ↑ Театральная Энциклопедия. драма опера балет оперетта цирк эстрада драматург режиссёр
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 15 февраля 1985 года № 1905 «О награждении народной артистки СССР Князевой Л. Н. орденом Дружбы народов»
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Князева, Лидия Николаевна — статья из Большой советской энциклопедии.
- КПСС ағзалары
- Мәскәүҙә тыуғандар
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Кунцево зыяратында ерләнгәндәр
- 22 декабрҙә вафат булғандар
- 1987 йылда вафат булғандар
- ГИТИС-ты тамамлаусылар
- 9 февралдә тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат актрисалары
- Рәсәй актрисалары
- СССР актрисалары
- Алфавит буйынса актрисалар
- 31 декабрҙә вафат булғандар