Ковалёв Сергей Григорьевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 30 октябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (65 йәш)
Һөнәр төрө геолог, геоморфолог
Тыуған урыны
Эш урыны

Ковалёв Сергей Григорьевич (30 октябрь 1958 йыл) — геолог, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре докторы (2005)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Григорьевич Ковалёв 1958 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Шаҡша станцияһы ҡасабаһында (хәҙер Өфө ҡалаһы эсендә) тыуған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын географ, геоморфолог һөнәре буйынса тамамлаған[2]. 1980 йылдан алып Геология институтында эшләй: 1994 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында, 2008 йылдан алып магматизм һәм метаморфизм лабораторияһы етәксеһе, 2012 йылдан — фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары һәм баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 2002—2012 йылдарҙа. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында уҡыта, 2008 йылдан башлап Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй, 2012—2013 йылдарҙа БДУ-ла уҡыта[1]. 1990 йылда «Дифференцированные диабаз-пикритовые комплексы западного склона Южного Урала» темаһы буйынса Мәскәү дәүләт университетында (петрография кафедраһы) кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2005 йылда «Рифтогенные процессы в истории развития Южного Урала (динамика формирования структурно-вещественных комплексов и их геохимическая специализация)» темаһы буйынса Екатеринбургта докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге Уралдың кембрий алды магматик тоҡомдары петрологияһына һәм аҫыл металдар металлогенияһына арналған. С. Г. Ковалев тарафынан Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенең рифейҙағы геодинамик үҫеше моделе төҙөлгән[1].

Нәшер ителгән фәнни эштәренең һаны – 283 (12 монография һәм 5 уҡыу-уҡытыу әсбабы)[2].

Төп ғилми хеҙмәттәре:

Полезные ископаемые Республики Башкортостан (железные руды). Уфа, 2008 (авторҙаш);

Белорецкий метаморфический комплекс. Уфа, 2009 (авторҙаш);

Генезис сульфатов и сульфидов в нижнерифейских отложениях Камско-Бельского авлакогена и Башкирского мегантиклинория. Уфа, 2009 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]