Ковалёв Фёдор Иустинович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Вафат булған урыны
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1898
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы
Һөнәр төрө геолог
Вафат булған көнө 26 март 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Федор Иустинович Ковалев (1898 йыл — 26 март 1954 йыл) — совет геологы, тау инженеры, 1921 йылдан ВКП(б) ағзаһы (1923 йылда троцкизм өсөн сығарыла, ҡабаттан тергеҙелә, 1937 йылда ҡабаттан сығарыла). Көньяҡ Урал битләүҙәрендә баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын, стратиграфияны өйрәнә. Сталин премияһы лауреаты (1949).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Федор Иустинович Ковалев 1898 йылда хәҙерге Курск өлкәһе Любимовка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1935—1937 йылдарҙа партия начальнигы, Төньяҡ-Көнбайыш Ҡытайҙа (Синьцзян) эшләгән СССР Наркомтяжпромының Главникельолово махсус тәғәйенләнештәге экспедицияһының начальник урынбаҫары була. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ғилми тикшеренеүҙәре баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары менән бәйле. Федор Иустинович Ковалев ҡатнашлығында Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы асыла. 1943 йылда Таналыҡ-Баймаҡ районының геологик картаһын төҙөүҙә ҡатнаша (масштабы 1:1000 000). 1943 йылда геология-минералогия фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала. 1944 йылда Ирәндек свитаһынан Баймаҡ-Буребай һәм Ҡарамалышташ свиталарын айыра. 1946 йылда З. И. Иконникова менән бергә Таналыҡ-Баймаҡ районының геология картаһын төҙөй (масштабы 1:100 000). 1949 йылда Сталин премияһына лайыҡ була.

Федор Иустинович Еовалев 1954 йылдың 26 мартында Мәскәүҙә вафат була. Сибай урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ковалёв Ф. И. Генезис колчеданных и золото-баритовых месторождений Баймакского района (Южный Урал) // Советская геология. — 1944. — № 2. — С. 12—23.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]