Козлов Владимир Кириллович
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
---|---|
Эш урыны | |
Заты | ир-ат |
Гражданлығы | |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 10 октябрь 1939 (84 йәш) |
Ғилми исеме | профессор |
Һөнәр төрө | педиатр |
Тыуған урыны |
Козлов Владимир Кириллович (10 октябрь 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй педиатры, Рәсәй медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты (1999), Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (2014).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1939 йылдың 10 октябрендә Приморье крайының Уссурийск ҡалаһында тыуған.
1964 йылда Хабаровск дәүләт медицина институтының педиатрия факультетын тамамлай, унан һуң табип-педиатр (1964—1966), Чита өлкәһенең Чернов район дауаханаһында балалар бүлеге мөдире (1966—1968), Хабаровск ҡалаһында Истомина исемендәге дауаханала балалар бүлексәһе мөдире (1968—1969) булып эшләй.
1975 йылда «Клинико-функциональные параллели при хронической пневмонии у детей» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1981 йылдан 2016 йылға тиклем Хабаровск дәүләт медицина институтының госпиталь педиатрия кафедраһы етәксеһе, һуңынан Алыҫ Көнсығыш дәүләт медицина университетында балалар ауырыуҙары кафедраһы етәксеһе, әлеге ваҡытта — Алыҫ Көнсығыш дәүләт медицина университетының педиатрия, неонатология һәм балалар инфекцияһы кафедраһы профессоры.
1975 йылда «Клинико-иммунологические особенности острых пневмоний у детей в условиях Хабаровского края» темаһына докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай.
1987 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.
1989 йылдан 1999 йылға тиклем Рәсәй медицина фәндәре академияһы Себер бүлегенең Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау институтында директор булып эшләй. 1999 йылда Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау буйынса ғилми-тикшеренеү институтында директор.
1999 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана.
2014 йылда Рәсәй фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
2015 йылдың июленән алып 2019 йылдың мартына тиклем һулыш физиологияһы һәм патологияһының Алыҫ Көнсығыш ғилми-тикшеренеү үҙәге Хабаровск филиалында ғилми етәксе.
2019 йылдың апреленән — һулыш физиологияһы һәм патологияһының Алыҫ Көнсығыш ғилми үҙәге Хабаровск филиалында — әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау буйынса ғилми-тикшеренеү институтында төп ғилми хеҙмәткәр.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алыҫ Көнсығыш төбәге шарттарында ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға, балаларға һәм үҫмерҙәргә махсус ярҙамды ойоштороу өлкәһендә әүҙем эш алып бара; балалар араһында киң таралған ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм профилактика ысулын эшләй, Амур алды экологияһы шарттарында ерле һәм ситтән килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың һаулығы торошонда донозология тайпылыштары концепцияһын билдәләй.
Алыҫ Көнсығыш төбәгенең экология факторҙарын киҫкен һәм хроник пневмония клиник ағышына йоғонтоһо закондарын өйрәнеүҙе һәм ерле һәм ситтән килгән балалар халҡының бронхоупкә патологияларын профилактикалау һәм дауалау буйынса сараларҙың ғилми нигеҙләүен алып бара.
680-дән ашыу баҫма эш авторы, шуларҙың 246-һы рецензиялана торған журналдарҙа, улар медицинаның төрлө бүлектәренә арналған, 20 монография авторҙашы, 9 патенты бар.
«Бюллетень физиологии и патологии дыхания», «Дальневосточный медицинский журнал», «Российский вестник перинатологии и педиатрии» журналдарының мөхәрририәт советы ағзаһы
Уның етәкселегендә 35 кандидатлыҡ һәм 13 докторлыҡ диссертациялары яҡлана.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994)[1]
- Алыҫ Көнсығыш дәүләт медицина университетының почётлы профессоры (2018)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1999)
- Рәсәй медицина фәндәре академияһы Себер бүлексәһенең иҫтәлекле миҙалы
- Рәсәй медицина фәндәре академияһының Себер бүлексәһе Почёт грамоталары (2000, 2006, 2009)
- Хабаровск крайы губернаторының Почёт грамоталары (2000, 2004, 2006)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12.09.1994 № 1863 . kremlin.ru. Дата обращения: 10 ноябрь 2019.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Профиль Владимира Кирилловича Козлова РФА рәсми сайтында
- Козлов Владимир Кириллович (к 75-летию со дня рождения) (неопра.). cyberleninka.ba. 10 ноябрь датаһы 2019 мөрәжәғәте.