Коломбо Бартоломе
Гражданлығы | |
---|---|
Командалағы уйын позицияһы | Ҡапҡасы (шайбалы хоккей) |
Ҡатнашыусы | Чемпионат Южной Америки по футболу 1945[d] |
Заты | ир-ат |
Спорт командаһы ағзаһы | Архентинос Хуниорс[d], Футбол буйынса Аргентина йыйылма командаһы, Сан-Лоренсо де Альмагро[d], Химнасия и Эсгрима[d] и Альмагро[d] |
Тыуған көнө | 24 август 1916 (108 йәш) |
Һөнәр төрө | футболсы |
Спорт төрө | Футбол |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Бартоломе Коломбо (исп. Bartolomé Colombo) — Аргентина футболсыһы, һул һаҡсы.
Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бартоломе Коломбо «Архентинос Хуниорс», «Сан-Лоренсо», «Атланта Архентинос», «Химнасия и Эсгрима» һәм «Альмагро» клубтары өсөн сығыш яһай. Карьераһының иң яҡшы йылдары «Сан-Лоренсо» командаһы составында үтә. Был команда өсөн ул 1937 йылдың 11 апрелендә «Расинг» менән матчта үҙенең дебют уйынын уйнай. «Сан-Лоренсо» өсөн ул 10 йыл сығыш яһай. Барлығы 236 уйын үткәрә, уның составында 1946 йылда Аргентина чемпионаты еңеүсеһе була[1].
Футбол буйынса Аргентина йыйылма командаһы составында Коломбо 17 уйын үткәрә, бер генә гол да индермәй. 1937 йылда ул Аргентина юниорҙар клубы уйынсыһы булараҡ Copa América турнирында ҡатнаша һәм Перу һәм Уругвайға ҡаршы ике матчта уйнай, икеһендә лә Селестино Мартинесҡа алмашҡа сыға. Был турнирҙа Аргентина Көньяҡ Америка чемпионы титулын яулай[2]. 1941 йылда Коломбо «Сан-Лоренцо-де-Альмагро» командаһы уйынсыһы булараҡ Copa América турнирында ҡатнаша һәм 4 уйындың икеһендә — Эквадор менән Уругвайға ҡаршы уйындарҙағына уйнай. Был юлы ла Аргентина Көньяҡ Америка чемпионы титулын яулай[3]. Шул уҡ команда составында 1945 йылда ул тағы ла Copa América турнирында ҡатнаша һәм бөтә алты уйында ла уйнай[4]