Колотова Валентина Максимовна
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 23 ғинуар 1948 |
Вафат булған көнө | 29 март 2002 (54 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны |
Колотова Валентина Максимовна (23 ғинуар 1948 йыл — 29 март 2002 йыл) — СССР-ҙың туҡыу сәнәғәте алдынғыһы, РСФСР Туҡыу сәнәғәте министрлығының Киров ҡалаһындағы «Заря» тегеү берекмәһенең тегенсе-мотористкаһы, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры(1986).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Валентина Максимовна Колотова 1948 йылда Киров өлкәһенең Кирово-Чепецкий районы Ростригино ауылында (хәҙер юҡ) тыуған. 1966 йылда Лянгасово ҡасабаһында 23-сы мәктәпте тамамлағас, Киров ҡалаһындағы «Заря» тегеү берекмәһенең 1-се цехына тегенсе уҡыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Һөнәрен тиҙ арала үҙләштереп, продукцияны сифатлы еьтештерергә , ҡатын-ҡыҙҙарҙың ебәк эске кейемен тегеү буйынса бөтә операциялар комплексын өйрәнә. Смена нормаһын 140-160 %-ҡа еткереп үтәй. Туғыҙынсы биш йыллыҡ планын 4 йыл 2 ай эсендә тамамлай, ә киләһе йыл планын 4 йыл эсендә тамамлай.
1975 йылдың 21 апрелендәге СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы Валентина Максимовна Колотованы III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләйҙәр.
1981 йылдың 17 мартындағы СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы Валентина Максимовна Колотованы II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.
11-се биш йыллыҡта Валентина Максимовна Колотова 4 йыллыҡ эсендә генә һигеҙ йыллыҡ норма үтәп сыға. 1985 йылда яңы машинала эшләп, йыллыҡ норманы 146,6 %-ҡа үтәй.
1986 йылдың 23 майындағы СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы Валентина Максимовна Колотова социалистик йөкләмәләрен һәм планын ваҡытынан алда үтәүе һәм туҡыу сәнәғәтендә яңы технологиялар менән эшләүгә индергән шәхси өлөшө өсөн I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры була.
Первомайский район Советының депутаты итеп һайлана, КПСС-тың XXVII съезына делегат була. 1988 йылда Колотова хеҙмәт коллективы советы рәйесе итеп һайлана. Бер үк ваҡытта төп эшен - тегенсе-мотористлыҡ эшен дә үтәй.
Киров ҡалаһында йәшәй. Оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 2002 йылдың 9 мартында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- I дәрәжә Хеҙмәт даны ордены(23.05.1986);
- II дәрәжә Хеҙмәт даны ордены (17.06.1981);
- III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены (21.04.1975);
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Киров ҡалаһының алтын плеядаһы. - Киров, 2009.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Колотова Валентина Максимовна . «Герои страны» сайты.