Комарова Домна Павловна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Һөнәр төрө сәйәсмән
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d] и КПСС-тың ХХ съезы[d]
Заты ҡатын-ҡыҙ
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 18 октябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Уҡыу йорто
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 31 декабрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны

Комарова Домна Павловна (18 октябрь 1920 йыл — 31 декабрь 1994 йыл) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре. 1967—1988 йылдарҙа РСФСР-ҙың социаль тәьминәт министры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Домна Павловна Комарова 1920 йылдың 18 октябрендә Липецк өлкәһенең Ламская ауылында тыуған. 1955 йылда ситтән тороп КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Комарова Липецк өлкәһендә пионервожатый, комсомолдың район комитеты секретары, район башҡарма комитеты секретары, ВКП(б)-ның район комитеты инструкторы булып эшләй.

— 1944—1954 йй. — ВКП(б)-ның Рогнединский район комитеты секретары, Брянск өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдир урынбаҫары.

— 1954—1960 йылдар — КПСС-тың Брянск ауыл район комитетының беренсе секретары,

— 1960—1967 йылдарҙа — Брянск өлкәһе халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитеты рәйесе (1962—1964 йылдарҙа — ауыл өлкә башҡарма комитеты),

— 1967—1988 йй. — РСФСР социаль тәьминәт министры.

1940 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы, КПСС Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1966—1989).

СССР һәм РСФСР Юғары Советы депутаты, биш КПСС съезы делегаты. Брянск ҡалаһының почетлы гражданы (1967).

1988 йылдың июненән хаҡлы ялда. 1994 йылдың 31 декабрендә Мәскәү ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]