Константинов Николай Николаевич (2 ғинуарҙа1932) — СССР һәм Рәсәйматематигы һәм педагогы. Мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (2008).
Николай Николаевич Константинов 1932 йылдың 2 ғинуарында Мәскәү ҡалаһында тыуған (атаһы — Рәсәйҙең тыумыштан почетлы гражданы, әсәһе — грузин дворяны).
1941—1943 йылдарҙы Николай Николаевич эвакуацияла үткәрә, Татарстан Республикаһының Алабуға ҡалаһында йәшәй һәм уҡый. 1943 йылда Константинов Мәскәүгә тыуған мәктәбенә ҡайта һәм 1949 йылда уны алтын миҙалға тамамлай. 1954 йылдаМ. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын отличие менән тамамлай.
Физика-математика фәндәре кандидаты.
А. Н. Колмогоров, Е. Б. Дынкин, С. И. Шварцбурд һәм башҡалар менән бер рәттән, СССР-ҙа математик мәғрифәтселек хәрәкәтенең күренекле эшмәкәрҙәренең береһе.
1950-сы йылдарҙан Мәскәү дәүләт университетында математика түңәрәге алып бара.
1960-сы йылдарҙан Мәскәүҙең төрлө мәктәптәрендә эшләй башлай, (7-се, 91-се, 57-се, 179-сы мәктәптәр), унда математика кластары булдыра һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн юғары математика нигеҙҙәрен уҡытыу методикаһын эшләй («система листков», йәки «всё — в задачах» тип атала). Хәҙерге ваҡытта Константиновтың методикаһы Мәскәүҙең күп кенә математика мәктәптәрендә ҡулланыла. Хуплаусылар ҙа, ҡаршы килеүселәр ҙә бар.
Н. Н. Константиновтың уҡыусылары Мәскәү, Бөтә Союз (Бөтә Рәсәй), Халыҡ-ара математика олимпиадаларында даими еңеп сығалар.
1978 йылда Ломоносов турниры — күп предметлы олимпиада ойоштора, шунан бирле был турнир Мәскәүҙә йыл һайын үткәрелә.
Уҡыусыларҙың математика буйынса Бөтә Союз олимпиадаһы жюриһынан китергә мәжбүр булғандан һуң 1980 йылда Ҡалалар турниры — математика олимпиадаһын ойоштора, унда әлеге ваҡытта йыл һайын донъяның 25-тән күберәк иленән мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. 1989 йылдан шулай уҡ йыл һайын Ҡалалар турнирының йәйге Конференцияһы үтә.