Конц Жужа
Гражданлығы | |
---|---|
Хәләл ефете | Miklós Boldizsár[d] |
Һөнәр төрө | певица, студийная исполнительница |
Рәсми сайт | konczzsuzsa.hu |
Псевдоним | Jana Koncz |
Заты | ҡатын-ҡыҙ[1] |
Дискография | Zsuzsa Koncz discography[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кошут премияһы[d] (2008) премия Ференца Листа[d] (1977) премия имени Йенё Хуска[d] (1998) премия EMeRTon[d] (1999) Премия «Золотой Жираф» за отечественный альбом года[d] (2000) Prima Primissima[d] (2008) премия Миклоша Радноти за борьбу с расизмом[d] (2015) премия «Гундель» в области искусств[d] (2015) |
Файл:Koncz Zsuzsa.jpg | |
Тыуған көнө | 7 март 1946[2] (78 йәш) |
Исем | Shusha Koncz |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Конц Жужа (мадьярса Koncz Zsuzsa; 7 март 1946 йыл, Пей[hu], Венгрия) — венгр поп-, рок- һәм бит-йырсыһы, актриса.
Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1962 йылда 16 йәшендә Жужа синыфташы Аги менән «Ki mittud?» («Кем нимә белә?») венгр телевизион шоуының беернсе миҙгелендә ҡатнашырға ҡарар итә. Жужанна Конц — Агнеш Гергей дуэты конкурс һөҙөмтәләре буйынса икенсе урын биләй.
Бала сағынан Жужа адвокат теләй һәм хатта университеттың юридик факультетына уҡырға инә. Әммә «Omega», «Illés» һәм «Metro» бит-төркөмдәре менән бик йыш гастролдәргә йөрөү сәбәпле, уҡыуын ташларға тура килә.
70-се йылдар башында Жужа Конц инде Шаролта Залатнай һәм Кати Ковач менән ярышып, венгр хит-парадтарында алда бара. 1970 йыл йомғаҡтары буйынса уның бер юлы биш йылда композицияһы инә Slágerlistá'70 TOP20 исемлегенә инә: «Miért hagytuk, hogy ígyle gyen ?» 1-се була, «Amikor» — 5-се, "Valaki kell, hogy szeressen " — 9-сы, "André Je’taime " — 15-се, «Barbara» — 19-сы, ә «Szerelem» альбомы Slágerlistá'70 альбомдар араһында TOP10 исемлегендә 4-се урында була. Киләһе йылда ла ул үҙенең уңышын ҡабатлай: «Kis herceg» Slágerlistá'71 TOP20 исемлегендә 1-се була, «Valahol egy lány» — 5-се, «Micimackó» — 10-сы, «Kis virág» — 16-сы һәм «Csillag Hajnalka» — 20-се була, ә сираттағы альбомы «Kis virág» альбомы албомдар араһында иң яҡшы 10 исемлегендә 5-се юлды биләй. 1972 йылда композиция Жужаның "Elmúlt egy év " композицияһы 6-сы була,, ә альбомы «Élünk és meghalunk» альбомы — 5-се урында килә.. 1973 йылда «Ha én rózsa volnék» йыры һәм «Jelbeszéd» («Подгузники») альбомы милли хит-парадтың 4-се юлын биләй. Шулай уҡ 1973 йылда Жужа «Tessék választani!» музыкаль радио-конкурсында 1-се урын ала.
1973 йылда Жужа сығыш яһаған «Illés» төркөмө тарҡала, һәм 1976 йылға тиклем ул «Koral» төркөмө оҙатыуында йырлай. 1974 йылда Жужаның сираттағы «Gyerekjátékok» йыл һөҙөмтәләре буйынса 6-сы урында килә, ә 1975 йылда «Az egyes emberek dala együtt» композицияһы менән «Kertész leszek» альбомы йомғаҡлау хит-парадында 3-сө була. Киләһе йылда йырсының туғыҙынсы «Elmondom hát mindenkinek» альбомы 10-сы була ә унынсы «Koncz Zsuzsa X» альбомы 1977 йылда 6-сы була. Шул уҡ йылда Рор-музыкаль күҙәтеү Pop-Meccs Жужа Концты 1977 йылдың иң яҡшы йырсыһы тип атай.
70 йылдар һуңында Жужа Концты яңы поп һәм диско-йондоҙҙар, шул иҫәптән Юдит Сюч һәм Клари Катона ҡыҫырыҡлай, әммә ул венгр музыкаль Олимпында әһәмиәтле фигура булып ҡалыуын дауам итә. 1978 йылда «Mama kérlek» хиты 8-се урында килә, ә 1979 йылда яңы «Valahol» альбомы 9-сы була. «Menetrend» альбомы (1981) 5-се, «Újhold» альбомы (1985) 6-сы була. Шулай уҡ Pop-Meccs музыкаль күҙәтеүе уны өс тапҡыр: 1981, 1984 һәм 1985 йылда йыл йырсыһы тип атай, 1979 йылда, ул — 2-се, ә 1980 йылда 3-сө урын ала.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://sfinbudapest.com/?/archives/103-Hungarian-Yeh-Yeh-Girls.html
- ↑ Zsuzsa Koncz // filmportal.de — 2005.