Коркищенко Алексей Абрамович
Алексей Коркищенко | |||
---|---|---|---|
Файл:Коркищенко Алексей Абрамович.jpg | |||
Исеме: | Коркищенко Алексей Абрамович | ||
Тыуған көнө: | 2.3.1926 | ||
Тыуған урыны: | СССР, РСФСР, Төньяҡ Кавказ крайы, Еремеевский утары | ||
Вафат булған көнө: | 19.10.2009 | ||
Вафат булған урыны: | Рәсәй, Дондағы Ростов | ||
Гражданлығы: |
СССР Рәсәй Федерацияһы |
||
Эшмәкәрлеге: | балалар яҙыусыһы, прозаик, очерксы, журналист | ||
Ижад йылдары: | 1955—2009 | ||
Йүнәлеше: | социалистик реализм | ||
Жанр: | повесть, хикәйә, очерк | ||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | русса | ||
Дебют: | «Вепрь» хикәйәһе(1955 йыл) | ||
Наградалары: |
|
||
Алексе́й Абра́мович Корки́щенко (2 март, 1926 — 19 октябрь, 2009) — рус совет яҙыусыһы-прозаик һәм очерксы, СССР Яҙыусылар союзы, артабан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының аткаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре[1]. Башлыса балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр яҙа.
Тормош юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төньяҡ Кавказ крайының (хәҙер Ростов өлкәһе) Еремеевский утарында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ете йыллыҡ мктәпте тамамлаған буласаҡ яҙыусы колхоздың трактор бригадаһына иҫәпсе, яғыулыҡ материалдары менән тракторҙарҙы тәьмин итеүсе булып эшкә инә. Фашистар Ростов өлкәһен биләгәс, ул оккупация аҫтындағы территорияла тороп ҡала. Утарҙы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткәс, 1943 йылдың апрелендә үҙ теләге менән фронтҡа китә. Уны артиллерияға ебәрәләр һәм ул Көньяҡ Көнбайыш һәм 1-се Украина фронттарында хеҙмәт итә, Украинаны һәм Польшаны[2] фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышты Германияла, Бреслау ҡалаһында, тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Коркищенконы хәрби-диңгеҙ мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Уны Коркищенко 1946 йылда тамамлай, Ҡара диңгеҙ флотында минёр-тралсы булып хеҙмәт итә.
Хәрби-диңгеҙ флотынан 1950 йылда демобилизацияланғас, Коркищенко тыуған утарына әйләнеп ҡайта һәм колхозда эшләй. Артабан Ростов мәҙәни ағартыу мәктәбенә уҡырға инә. 1954 йылда уҡып бөткәс, Развиленский районында мәҙәниәт бүлеге мөдире, Каменск өлкәһенең мәҙәниәт идараһы янындағы Халыҡ ижады һарайында директор булып эшләй.
1955 йылда Советтар Союзы Коммунистар партияһы сафына инә.
Үҙенең булмышы яҙыусылыҡ икәнен аңлап, ул журналист эшенә күсә. 1957 йылдан алып ул «Красное Приазовье» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, «Молот» гәзитенең хәбәрсеһе, Ростов теле-радио тапшырыуҙар комитетында мөхәррир булып эшләй. Уҡыуын камиллаштырыу маҡсатында Мәскәү дәүләт университетының журналистар факультетына һәм Бөтә Союз кинематография институтының сценаристар факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай.
Хикәйәләр яҙа башлай. 1955 йылда Коркищенконың тәүге хикәйәләренең береһе «Вепрь» «Дон» журналында баҫылып сыға. Артабан Ростов нәшриәтендә уның «Похождения деда Хоботьки» (1959) тигән сатирик хикәйәһе баҫыла.
Коркищенко балалар өсөн дә китаптар яҙа. 1962 йылда «За жёлтым ериком» хикәйәләр йыйынтығы, 1965 йылда — «Полосатые чудаки» повесы , артабан фашист оккупанттары менән көрәшкән дон утары балалары тураһында «Внуки красного атамана» (1969) һәм «Старая лошадь Зина» (1973) тигән китаптары баҫыла.
Ул ололар өсөн дә китаптар яҙа, шуларҙың береһе – «Твой светлый дом» (1980) повесы. Ул шулай уҡ Социалистик Хеҙмәт Геройы Ф. Я. Канивец тураһындағы «Золотой круг» документаль повесының авторы.
Ул шулай уҡ байтаҡ гәзит-журналдарҙа баҫылған хәҙерге заман ауыл проблемалары тураһында яҙылған хикәйәләр ҙә яҙа.
Советтар Союзы һәм СССР Яҙыусылар союзы тарҡалғандан һуң ул иң тәүгеләрҙән булып Рәсәй Яҙыусылар союзына инә.
Дондағы Ростовта 2009 йылдың 19 октябрендә 84-се йәше менән барғанда вафат була.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
- миҙалдар
- Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре
Иҫтәлеген мәңгеләштереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Похождение деда Хоботьки. Рассказы. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1959.
- За Жёлтым ериком. Рассказы. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1962.
- Полосатые чудаки... Повесть. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1965.
- Внуки красного атамана. Повесть. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1969, 1984.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Писатели Дона: Биобиблиогр. сб / [Сост. Г. Г. Тягленко]. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1976. — С. 137—139. — 288 с. — 10 000 экз.
- Писатели Дона: Биобиблиогр. указ / [О. И. Кузина и др.]. — изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — С. 188—190. — 416 с. — 20 000 экз.
- Званцев С. Рассказы молодого автора // Молот. — 12 сентября 1959.
- Костоглодова М. Н. Книга о мужании и доброте // Молот. — 4 июня 1972.
- Гарнакерьян А. Г. Творческая удача // Вечерний Ростов. — 15 ноября 1973.
- Сидоров В. С. [Рецензия на повесть «Твой светлый дом»] // Литературное обозрение. — 1981. — № 9. — С. 73.
- Гриценко А. И. Корни любви земной // Дон. — 1982. — № 7. — С. 163—165.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алексей Абрамович Коркищенко в Большой советской энциклопедии
- Алексей Абрамович Коркищенко на сайте «Биография.Ру»
- Алексей Абрамович Коркищенко(недоступная ссылка) на сайте Межпоселенческой центральной библиотеки Красносулинского района
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- СССР яҙыусылары
- Алфавит буйынса Рәсәй яҙыусылары
- Алфавит буйынса рус яҙыусылары
- XX быуат Рәсәй яҙыусылары
- XX быуат рус яҙыусылары
- XXI быуат Рәсәй яҙыусылары
- XXI быуат рус яҙыусылары
- Дондағы Ростов яҙыусылары
- Алфавит буйынса балалар яҙыусылары
- СССР-ҙың балалар яҙыусылары
- Рәсәйҙең балалар яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзалары
- Соцреалист яҙыусылар
- ВГИК тамамлағандар
- МДУ-ның журналистика факультетын тамамлағандар