Корлейс Эргард Иванович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Эргард Иванович Корлейс
Файл:Корлейсы.jpg
Тыуған көнө 1870({{padleft:1870|4|0}})
Тыуған урыны Рославль, Смоленск губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат көнө 1927
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй ФедерацияһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Ғилми даирәһе хирургия
Эшләгән урыны Воскресенский заводы дауаханаһы, Башҡорт АССР-ы
Альма-матер Юрьев университеты (хәҙерге Тарту ҡалаһы)
Ниндәй өлкәлә танылған хирург
Награда һәм премиялары

Эргард Иванович Корлейс (04.01.1870, Рославль ҡалаһы, Смоленск губернаһы, Рәсәй империяһы — 13.08.1927, Воскресенский ауылы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Мәләүез районы), Башҡорт АССР-ы) — табип-хирург. Воскресенский ауылындағы суйын (1897 йылға тиклем баҡыр) иретеү заводы дауаханаһы табибы. Тарту университетының медицина факультетын тамамлаған.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эргард Иванович Корлейстың атаһы Шотландиянан, әсәһе — немец милләтенән. Минскиҙа гимназия тамамлаған, 1896 йылда Тарту университетының медицина факультетын тамамлай. 1897 йылда Рәсәй империяһы подданлығын ала. Коллежский асессор.

1896—1900 йылдарҙа Тарту (Юрьев) университеты хирургия клиникаһында профессор В. Кох ҡулы аҫтында специализация үтә, Петербургта Евангельский һәм Обухов дауаханаларында хирургия бүлектәрендә эшләй.

Юрьевский университет на рубеже XIX—XX веков

1900—1901 йылдарҙа хирург булараҡ Ҡытай походында ҡатнаша. Билдәле булыуынса, 1900 йылда сит илдәрҙең Ҡытайҙа хужа булыуҙарына ҡаршы халыҡ күтәрлеше башлана, ул тарихта « боксёрҙар болаһы» тип атала . Рәсәй , Англия, Германия һәм Япония ғәсҡәрҙәре был боланы баҫтыра.

1902 йылда Воскресенский заводы хужаһы Васиий Пашков саҡырыуы буйынса, Корлейс Воскресенский ауылына килә. Өфө губернаторының Стәрлетамаҡ өйәҙ исправнигына 1902 йылдың 28 авгусында яҙған хатында[1] былай тиелгән:

«С соизволения Августейшей Покровительницы Российского Общества Красного Креста Государыни Императрицы Марии Фёдоровны Главное Управление Общества представило право ношения Высочайше установленного 24 июня 1899 года Знака Красного Креста заводскому врачу в с. Воскресенском, Стерлитамакском уезде Эргарду Корлейсу за его участие в деятельности Общества Красного Креста по оказанию помощи раненым и больным на Дальнем Востоке…».

1908 йылдың 7 октябренән 1912 йылдың майына тиклем Э. И. Корлейс сит илдә дәүләт эштәре буйынса командировкала була. Был командировка Корлейстың (Рәсәйҙә рангтар табеле һаҡланып килә) чин буйынса үҫеүенә йоғонто яһай[2].

1914 йылдың 14 ноябренән 1918 майына тиклем Беренсе донъя һуғышында өлкән табип, Рәсәй Ҡыҙыл Тәре йәмғиәте алдынғы отряды сифатында ҡатнаша.

1918—1921 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла Дондағы Ростовта хирург, Краснодарҙа, Новороссийскийҙа, Одессала баш табип була. Һуңынан демоблизацияланып, «даими йәшәгән еренә, Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Воскресенский заводына ҡайтарыла».

Восресенский эҙәрмәндәре Мәскәүҙә доктор Корлейстың 1923 йылғы ҡыҙы Елена Эргардовнаны тапҡан. Ул — табип-психоневролог, медицина институтын тамамлағас, 1947—1950 йылдарҙа Воскресенскийҙа врач булып эшләп киткән. Уның ҡыҙы Анна Юрьевна ла табип. Эргард Ивановичтың икенсе ҡыҙы — Ольга Эргардовна (1924 йылда тыуған) ла табип, медицина фәндәре кандидаты, доцент. Улар Воскресенский музейына аталарының шәхси әйберҙәрен биргән. Ул әйберҙәр араһында — ҡағыҙ киҫеү өсөн фил һөйәгенән эшләнгән бысаҡ, шырпы өсөн көмөш ҡумта, аталарының фотопортреты һәм башҡа нәмәләр бар.

Табиптың ҡайһы бер туғандары Францияла йәшәй. Улар Эргард Ивановичтың ҡатыны Анна Константиновна Корлейс һәм уның һеңлеләре Эрна менән Эмма тураһында материалдар тупларға ярҙам итә.

Анна Константиновна,ҡыҙ фамилияһы Амелунг, 1890 йылда Саратов губернаһында тыуған. Ул Ҡырым һуғышы ваҡытындағы (1853—1856) Севастополь обороналаһы геройы хәрби инженер Юлиус Карлович Амелунг ҡыҙы, әсәһе яғынан адмирал Моластар нәҫеленән. Уның әсәһе Елена Павловна — тулы исеме Хелена Нарцисса Генриетта Анна Амелунг (Молас). Еленаның туғаны Михаил Павлович Молас Порт-Артурҙа «Петропавловск» броненосецы шартлағанда һәләк булған. Ҡыҙҙары Нина менән Лукия Амелунг революция йылдарында Францияға китә.


1914 йылда Петербургта Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсын тамамлаған, гинеколог. 1914 йылда үҙе теләп фронтаҡа китә, "Рус уҡытыусылары исемендәге күсмә отряд"тың кесе табибы була. Изге Георгий медалдәре (4 һәм 3 дәрәжәле), Ҡыҙыл Тәре билдәһе менән бүләкләнгән. 1920-се йылдарҙа Воскресенский ауылында йәшәгән. Һуңынан Мәскәүгә күсеп китә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 −1945 йылдарҙа яңынан Воскресенскийға килә. Мәскәүҙә Ваганьково зыяратында ерләгән.

Эргард Ивановичтың һеңлеләре Эрна Ивановна Гейнце менән Эмма Ивановна Корлейс ғүмер буйы Воскресенскийҙа фельдшер булып эшләй[3]. Ошо ауылда ерләнгәндәр.

Е.Баранова — М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество галереяһының Воскресенский филиалы хеҙмәткәре табип Корлейс тураһында материалдарҙы ентекләп йыйып барыусыларҙың береһе. Воскресенский дауаханаһының элекке хеҙмәткәре Николай Иванович Елистратов музейға Корлейс ғаиләһенең ҡиммәтле фотографияларын тапшыра. Уларҙы дауахана мейестәренең береһендә осраҡлы рәүештә генә табып алыуҙары тураһында һөйләй.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батша Эргард Ивановичтың ғәсҡәргә Ҡытай походы ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеүен баһалап (1900—1901 йй.), Ҡыҙыл Тәре Билдәһе менән бүләкләй.

Бынан тыш Беренсе донъя һуғышы осорондағы хеҙмәттәре өсөн ул ордендар менән бүләкләнә.

1915 йыл — 2 дәрәжәләге Изге Анна; 4 дәрәжәләге Изге Владимир; 2 дәрәжәләге Изге Станислав 1918 йыл — 3 дәрәжәләге Изге Анна;

Уға Һуғыш осоронда зыян күргәндәр комитетының рәхмәт ҡағыҙы бирелә(1915 й.).

Былар барыһы ла «яралылырҙы һуғыш барышында ҡараған өсөн, тырыш фиҙакәр хеҙмәт һәм һуғыш хәрәкәттәре барышындағы хеҙмәттәре өсөн» бирелгән наградаларҙан тыш.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Доктор Корлейс 1927 йылдың 13 авгусында Воскресенский ауылында вафат була. ул көндө табип көндәгесә дауахана эштәре менән була, дауаханаға ремонт яһатыр өсөн эштәрҙең сметаһын төҙөй. Табиптың вафаты ауыл халҡы өсөн көтөлмәгән хәл була.

Эргард Ивановичты ерләгә бөтә ауыл килә. «Похороны были 16 августа, в 3 часа дня. К этому времени прибыли представители Стерлитамакского КИКа (Кантонного исполнительного комитета), отдела здравоохранения, профсоюзных организаций из ближайших волостей, — тип яҙа 1927 йылда был ваҡиғаның шаһиты булған ауыл корреспонденты — Толпы крестьян полонили улицу. Картина была потрясающая, плакали крестьяне, крестьянки, ибо нет человека, который бы не обращался за помощью к покойному. Под двукратный прощальный салют территориальной роты гроб oпустили в могилу».

1927 йылда «Красная Башкирия» гәзитендә халыҡҡа хеҙмәт иткән табип Э. И. Корлейстың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында һүҙ ҡуҙғатыла. Ләкин был эш башҡарылмай ҡала. Бөгөн инде Воскресенский ауылы дауаханаһы бинаһы янындағы яңғыҙ ҡәберҙең өҫтәндә хатта иҫтәлекле таш та юҡ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. srgazeta.ru/2013/01/doktor-korlejs/
  2. https://dic.academic.ru/dic.nsf/brokgauz_efron/113865/Чинопроизводство
  3. voskresenskoe.ucoz.ru › Статьи › Исторические статьи о Воскресенске

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]