Королькова Анна Николаевна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Һөнәр төрө писательница
Вафат булған көнө 2 ғинуар 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (91 йәш)
Заты ҡатын-ҡыҙ
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Тыуған көнө 3 февраль 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Вафат булған урыны
Тыуған урыны

Королькова Анна Николаевна (ҡыҙ фамилияһы Глазкова; 3 февраль 1892 йыл2 ғинуар 1984 йыл) — СССР-ҙың яҙыусы-әкиәтсеһе. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1972).

Уның әкиәттәре СССР-ҙа ғына түгел, сит илдәрҙә лә — немец телендә (1970) һәм япон телендә (1976) баҫылып сыға.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анна Николаевна Королькова 1892 йылдың 3 февралендә Старая Тойда ауылында (хәҙер — Воронеж өлкәһе Анна районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Ул 9 йәшенән бала ҡараусы, ялсы, хеҙмәтсе булып эшләй. 20 йәшендә ҡыҙҙы ҙур ғаиләгә кейәүгә бирәләр, бында ул иҫәп буйынса унынсы килен була. Ярлы йәшәйҙәр, бигерәк тә 19201921 йылдарҙағы аслыҡ осоронда ауырға тура килә. Анна крәҫтиән хеҙмәте һәм үҙенең балаларын тәрбиәләү менән шөғөлләнә, ғаиләһендә алты бала була. 1933 йылда Анна Николаевнаның ғаиләһе Воронежға күсә, унда ире заводта эшләй, ә Анна балаларҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнә[1].

1937 йылда Анна Королькова үҙенең әкиәттәрен яҙа башлай. 1941 йылда Воронежда уның беренсе әкиәттәр йыйынтығы сыға. Аҙаҡ китаптары Мәскәүҙә һәм Воронежда күп тапҡырҙар баҫыла. Әкиәтсенең әҫәрҙәрен баҫмаға әҙерләүҙә фольклорсылар һәм яҙыусылар В. А. Тонков, А. И. Шубин, М. М. Сергеенко, Г. Г. Воловик ҡатнаша. Фольклорсы Э. В. Померанцева 1969 йылда Мәскәүҙә, СССР Фәндәр академияһы нәшриәтендә әҙиптең әкиәттәрен нәшер итә.

Анна Королькова 1957 йылда СССР Яҙыусылар союзына алына.

Яҙыусы 1984 йылдың 2 ғинуарында Воронеж ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (18.02.1972)
  • миҙалдар

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Старая Тойда ауылы урамдарының береһе Королькова исемен йөрөтә. Шулай уҡ 1997 йылда Воронеж ҡалаһының Левобережный районындағы урам уның исеме менән аталған.
  • Анна районының Старая Тойда урта мәктәбендә материалдар йыйылған һәм А. Н. Королькова музейы асылған.
  • Воронеждың 39-сы ғаилә менән уҡыу китапханаһы шулай уҡ уның исемен йөрөтә (Цимлян урамы, 6), ә ундағы Анна Николаевна йәшәгән йортҡа (Ленин проспекты, 12) әкиәтсенең йөҙ йәшенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Һәм тағы ла бер мемориаль таҡтаташ Королькова исеме менән бәйле булған Прохладный тыҡрығы, 14 адресы буйынса йортҡа ҡуйылған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Легенды Воронежа. Фотоальбом, Воронеж, 1999.
  • Новичихин Е. Г. Добрым молодцам урок: Документальное повествование // Подъём. — 2014. — № 1. — С. 56-126.
  • Кононов В. Воронеж. История города в памятниках и мемориальных досках. — Воронеж: Центр духовного возрожд. Черноземн. края, 2005. — С. 229—230.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]