Корольченко Анатолий Филиппович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Корольченко Анатолий Филиппович
Тыуған көнө: 12.04.1922
Тыуған урыны: Ростов өлкәһе Дондағы Ростов ҡалаһы
Гражданлығы: Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Эшмәкәрлеге: яҙыусы, журналист
Жанр: проза
Әҫәрҙәре яҙылған тел: русса

Анатолий Филиппович Корольченко (12 апрель 1922) — яҙыусы, журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы (1963).

Тормошо һәм ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анатолий Филиппович Корольченко 1922 йылдың 12 апрелендә Дондағы Ростовта тыуған. Үҫмер сағында сыҡҡан беренсе баҫмаһы «Ленинские внучата» гәзитендә 1936 йылда була. Ун йыллыҡ мәктәпте 1940 йылда тамамлағас, Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Һалдат хеҙмәтен Монголияла үтә.

1941 йылдың ноябрендә тиҙ арала ваҡытынан алда пехота училищеһен лейтенант званиеһында тамамлай. Сталинградҡа, һауа-десант ғәскәренә, хеҙмәт итергә ебәрелә. Хәрби рота, батальон менән командалыҡ итә, һалдаттарҙы Карел, 3-сө һәм 2-се Украин фронттарында атакаға алып бара. Свирско-Петрозаводской, Балатон, Вена, Прага операцияларында ҡатнаша. Анатолий Филиппович Корольченко дүрт хәрби орден, күп миҙалдар менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Хәрби педагогия институтын тамамлай. Анатолий Филиппович армияла төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итә. Һуңғы вазифаһы — Африка илдәренең береһендә армия Генштабының хәрби кәңәшсеһе.

Армияла хеҙмәт итеүҙән сыҡҡас, ул әҙәби эш менән шөғөлләнә башлай. «Красная звезда», «Красное знамя», «Комсомольская правда» гәзиттәрендә хеҙмәттәшлек иткән сағында, 1963 йылдың майында СССР Журналистар союзына ҡабул ителә.

1969 йылда «Звезда» журналының ике һанында уның беренсе документаль повесы баҫыла. Шунда уҡ хикәйәләр йыйылмаһы һәм юл очерктары ла нәшер ителә.

1986 йылда Корольченко Анатолий_Филипповичтың 1812 йылғы Ватан һуғышы легендар геройы, дон атаманы тураһындағы «Атаман Платов» повесы баҫылып сыға.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Миусские рубежи (1971)
  • В стране большой Джериги (1976)
  • Сокрушение Миус-фронта (1978)
  • Десантники атакуют с неба (М., 1980)
  • И умер в Таганроге (1995)
  • Жуков. Фрагменты жизни полководца (1995)
  • Жуков приказал (1996)
  • Маршал Рокоссовский (1997)
  • Генерал Скобелев (1997)
  • Выбитый генералитет (2000)
  • Нaд стaрой кaртой (2001)
  • Генерал Платов (2002)
  • Битва за Кавказ (2005)
  • Освобождение Вены (2005)
  • Маршалы победы (2006)
  • Неистовый Жуков (2007)
  • Раевский (2007)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]