Косово Фән һәм сәнғәт академияһы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Косово Фән һәм сәнғәт академияһы
Административ-территориаль берәмек Косово
Дәүләт
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1975
Ойошма ағзаһы InterAcademy Partnership[d][1] и All European Academies[d][2]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы
Рәсми сайт ashak.org
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Косово Фән һәм сәнғәт академияһы (алб. Akademia e Shkencave e Arteve e Kosovës; лат. Academia Scientiarum et Artium Kosoviensis; серб. Академија наука и уметности Косова) — Косово Республикаһының юғары ғилми учреждениеһы.

Тарихы һәм ойошоуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1950 йылдарҙа Косовола юғары кимәлдә ойошторолған ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү мәсьәләһе күтәрелә башлай. 1953 йылда Албанология институты ойошторола, әммә ул ике йылдан һуң Югославия властары баҫымы һөҙөмтәһендә ябыла[3]. 1967 йылда институт ҡабаттан тергеҙелә һәм шул ваҡыттан алып төбәктең ғилми һәм мәҙәни тормошона әүҙем йәлеп ителә.

1970 йылдарҙа Косовола крайға Югославияның башҡа республикалары менән бер рәттән азатлыҡ талап иткән милли хәрәкәт көсәйә. Косовола юғары ғилми учреждение ойоштороу мәсьәләһе киҫкен тора. 1974 йылда Косово Ассамблеяһы уны төҙөү буйынса комиссия ойошторола. 1975 йылдың 20 декабрендә Косово фән һәм сәнғәт академияһына нигеҙ һалына. Уның беренсе президенты элекке Югославиятерриторияһында хәҙерге албан шиғриәтенә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнгән Эсад Мекули була[4]. Академия составына дүрт бүлек инә: лингвистика һәм әҙәбиәт бүлеге, социаль фәндәр бүлеге, тәбиғи фәндәр һәм сәнғәт бүлектәре.

Ағзалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Косово Фән һәм сәнғәт академияһының иҫке бинаһы

Косовоның Фән һәм сәнғәт академияһында 24 штатлы һәм 11 ассоциацияланған ағза эшләй. Ғилми учреждениеның хәҙерге президенты — профессор Хивзи Ислами, вице-президенты —профессор Паязит Нуши. Исуф Красники — генераль секретарь. Лингвистика һәм әҙәбиәте бүлегенә шағирҙары һәм яҙыусы Экрем Баша етәкселек итә, социаль фәндәр бүлегенә — тарихсы Йософ Байрактари, тәбиғәт фәндәре бүлегенә — Фейзулах Красники, сәнғәт бүлегенә — скульптор Люан Мулики. Албан-Америка Нобель премияһы лауреаты Ферид Мурад һәм Тереза Әсә кеүек билдәле шәъестәр уның почетлы ағзаһы була һәм шулай булып ҡала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://www.interacademies.org/network/member-academies
  2. https://allea.org/members
  3. Historiku (алб.). Akademia e Shkencave dhe e Arteve e Kosovës. Дата обращения: 21 март 2017.
  4. Elsie, Robert. Historical dictionary of Kosova. — Scarecrow Press (инг.)баш., 2004. — С. 118. — ISBN 978-0-8108-5309-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]