Костиндың май һығыу заводы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Костиндың май һығыу заводы
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов ҡалаһы, Суворов урамы, 25

Костиндың май һығыу заводы — XIX быуат аҙағы-XX быуат башында Дондағы Ростов ҡалаһында Суворов урамы, 25 адресы буйынса урынлашҡан предприятие. Завод сауҙагәр Ефим Яковлевич Костиндың милке була[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуат аҙағы-XX быуат башында Суворов урамындағы 25-се йорттоң адресы икенсе була — Кесе Баҡса урамы, 33. Уның билдәле булған беренсе эйәһе сауҙагәр Пахомов була. 1880-се йылдарҙа был бинаны сауҙагәр Костин арендалай һәм 1887 йылда унда кондитер фабрикаһы аса. 1895 йылда ул ҡала думаһына үҙе ҡуртымға алған бинала пар менән май һығыу заводы асырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә. 1897 йылдың ноябрендә уның һорауы предприятиенең әйләнә-тирәләге мөхиткә зарары минималь булырға тейеш тигән шарт менән ҡәнәғәтләндерелә. 1912 йылдың декабрендә «Приазовский край» гәзитенең битендә заводтың эшләй башлауы тураһында мәғлүмәт баҫылып сыға. Был мәҡәләлә май һығыу заводының эше барыбер әйләнә-тирәләге мөхиткә тиҫкәре тәьҫир яһай тигән белдереү була. Был махсус комиссияның тикшеренеү эше үткәреүенә сәбәп була. Комиссия предприятие ҡулланған технология һәм ысулдар ҡаланы бысрата тигән һығымтаға килә.

Заводтың хужаһы Костин булһа ла, өй Пахомовтарҙың вариҫтарының милке була. Аҙағыраҡ Пахомовтар йортто Костиндарҙың ғаиләһенә һата. Сауҙагәр Костиндың ҡатыны Домна Ивановна, ул көнбағыш майы етештергән предприятиегә ире менән милектәш була. Заводтың штаты 23 кешенән тора. Етәксеһе сауҙагәрҙең улы Степан Ефимович Костин. Предприятиенең етештергән тауары ҡалала халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Беренсе бөтә донъя һуғышы йылдарында Костиндың заводы майҙы башҡа етештереүселәрҙән күпкә кәмерәк хаҡ менән һата. Билдәле бер шарттарҙа ул ваҡытлыса монополист булып китә һәм һатыуға шарттар ҡуя — Ростов гражданины икәнен раҫлаусы документы булмаһа, майҙы 800 граммдан артыҡ бирмәҫкә[1]. Етештереү эшмәкәрлегенән тыш, Ефим Костин ҡала думаһының гласныйы була, был вазифаға уны ҡабат-ҡабат һайлайҙар[2]. Сауҙагәр Костиндың милкендә шулай уҡ Иҫке баҙарҙа карамелдәр һәм керәндилдәр менән һатыу иткән кибет[3], һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған табыш йорто була.

1917 йылдан һуң Свирскийҙәрҙең милке булып китә, аҙаҡ предприятие национализациялана һәм 8-се һанлы май һығыу заводы тип йөрөтөлә. Уны «Донснабторг» Дон пайсылар ширҡәте арендалай. Завод XX быуаттың икенсе яртыһына тиклем эшләй. XXI быуатта был йортта ҡунаҡхана урынлашҡан[1].

Һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йорттоң үҙенсәлекле фасады һаҡланмаған. Ҡайһы бер элементтары ғына тороп ҡалған, айырып әйткәндә, икенсе ҡаттағы тәҙрә уйымдары[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Маслобойный завод суеверного купца//Хроники Ростова 2017 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған.
  2. Энциклопедия старого Ростова и Нахичевани-на-Дону: Герович-Коцебу. Дополнения, с.48
  3. Дом суеверного купца 2017 йылдың 11 февраль көнөндә архивланған.