Кочубей Елизавета Васильевна
Хәләл ефете | Лев Викторович Кочубей[d] |
---|---|
Һөнәр төрө | композитор |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Пневмония |
Вафат булған урыны | |
Нәҫеле | Кочубеи[d] |
Атаһы | Василий Васильевич Кочубей[d] |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 8 (20) ноябрь 1821[1] |
Гражданлығы | |
Вафат булған көнө | 30 ғинуар (11 февраль) 1897[1] (75 йәш) |
Княгиня Елизавета Васильевна Кочубей (20 ноябрҙә 1821 (202 йәш)—30 ғинуар (11 февраль) 1897[2], Ницца) — Кочубейҙар нәҫеленән һәүәҫкәр композитор
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Елизавета Васильевна йәшерен советник Кочубей Василий Васильевичтың һәм Варвара Николевна, ҡыҙ фамилияһы буйынса Рахманованың өс ҡыҙының береһе (1845 йылда үлгән). Уның һеңлеләре Екатерина (һуңыраҡ Григорий Павлович Галагандың ҡатыны) һәм Елена.[3].
1839 йылдың 1 (13) ноябрендә кенәз Лев Викторович, Кочубейҙың һәм Мария Васильевнаның улы кенәз Виктор Павловичҡа кейәүгә сыға[2]. Туйы кейәү имениеһында, ябай ғаилә даирәһендә Диканькала үтә[4].
Диканькала ирле-ҡатынлылар хужалыҡ менән шөғөлләнеп бер нисә йыл йәшәй. 1846 йылда улар Петербургҡа күсенә, унда Елизавета Васильевна отошло урын ала. Йыш ҡына ул батша һарайында балдарҙа, бөйөк кенәз Михаил Николаевичтың бәләкәй балдарында була, йәмғиәттә юғары тора һәм һәр ваҡыт батша ғаиләһе ағзалары менән генә бейей.
Музыка менән мауыға, романстар ижад итә. Уның Ф.Тютчев һүҙҙәренә яҙған «Я очи знал», «Когда б он знал» һәм Е Ростопчина һүҙҙәренә яҙылған «Скажите ей» романстары 1850—1880 йылдарҙа Рәсәйҙә бик популяр була, йыш ҡына Тамберлик Санкт-Петербургта йырлай
Замандаштары фекере буйынса, княгиня Кочубей сибәр булмаған һәм мәңге турһайып йөрөгән сырайға эйә булған. Ире һәм уның араһындағы мөнәсәбәттәр һалҡын булған, быны уларҙың Петербургта улар айырым күренеүе дәлилләй[5]. Ире уға тантаналы мадам де Кочубей тип өндәшкән һәм йыш ҡына юлға сығып китә, ҡатыны бик оҙаҡ Батша ауылында йәшәй.
Никахта бала булмай, әммә кенәз Кочубейҙың никахтан тыш улы була. Елизавета Васильевна һуңғы йылдарҙа Францияла йәшәй. Ниццала зиннәтле йорт төҙөргә тотона, хәҙер бинаны Нәфис сәнғәттәр музейы биләй. Үпкә шешеүенән шунда вафат була, Урыҫ зыяратында ерләнә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Yelizaveta Kochubey // International Music Score Library Project — 2006.
- ↑ 2,0 2,1 Кочубеи // Большая российская энциклопедия / С.Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2010. — Т. 15. — С. 534. — 767 с. — 60 000 экз. — ISBN 978-5-85270-346-0.
- ↑ Петров П.Н. История родов русского дворянства. Князья и дворяне Кочубеи // История российской геральдики. — М: Эксмо, 2010. — С. 549. — 576 с. — (Российская императорская библиотека). — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-33485-8.
- ↑ Записки А. В. Кочубея. Семейная хроника. — СПб., 1890.
- ↑ Записки В. А. Инсарского // Русская Старина. 1894. Т. 5. — С. 35.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кочубей, Елизавета Васильевна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Текст и ноты романсов «Я очи знал»(недоступная ссылка) и «Когда б он знал»(недоступная ссылка).