Кривая (Чир ҡушылдығы)
Кривая | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 56 км |
Бассейн | 509 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Чир |
· Урынлашыуы | йылға тамағынан 221 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 49°13′05″ с. ш. 41°51′33″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Чир → Дон → Азов диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Волгоград өлкәһе,Ростов өлкәһе |
Район | Серафимович районы, Шолохов районы, Боков районы |
РДҺР | 05010300812107000009702 |
Кривая — Рәсәйҙең Волгоград һәм Ростов өлкәһе биләмәләрендә ағыусы Чир йылғаһының ҡушылдығы. Чир йылғаһы тамағынан 221 км өҫтәрәк уң яғынан килеп ҡоя. Йылға оҙонлоғо 56 км, һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 509 км2.
Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йылға Волгоград өлкәһендәге Серафимович районының Ягодное (Еләкле) утары янында башлана. Волгоград һәм Ростов өлкәһе сиге буйынса аҫҡа табан аға. Ростов өлкәһендә Шолохов районы Криушинский утарынан көнсығыштараҡ , унан — Волгоград өлкәһе Серафимович районының Рубашка утарынан көнбайыштараҡ аға һәм Ростов өлкәһе Боков районының Дубовый (Имәнле) утары янынан ағып үтә. Артабан Ростов өлкәһе Горбатов утарынан көнсығыштараҡ, Белавин һәм Астахов утарҙары аша үтеп, уларҙан көньяҡ-көнбайыштараҡ күл хасил итә. Һуңынан Дуленков утарын үткәс, ул Боковская станицаһынан көнсығыштараҡ Чир йылғаһына ҡоя.
Боков районында Кривая йылғаһы "Обливская ст.— Совет ст. — Боков ст. — Ҡарғын ст.— Боков ст. — Белавин утары — Имәнле утары " автомобиль юлын киҫеп үтә. Йылға аша йәйәүлеләр йөрөү өсөн тротуарлы ҙур күпер һалынған[1].
Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса йылға Дон һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Чир йылғаһы. Йылғаның бассейны — Дон йылғаһы (һыу бассейнының Рәсәйҙәге өлөшө)[2].
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Непростая речка Чир 2017 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
- Серафимовичский муниципальный район