Кронштадт тарихы музейы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Кронштадт тарихы музейы
Рәсәйҙең мәҙәни марыҫы объекты федераль әһәмиәтендәге рег. № 781721213600006 (ЕГРОКН) объект № 7810274000 (БД Викигида)
Нигеҙләнгән 1836
Асылған 1991
Нигеҙләүсе Ю. И. Спиридонов
Урынлашҡан
Директор Е. Г. Гришко
Сайт visitkronshtadt.ru
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Кронштадт тарихы музейыКронштадт музейы. 1991 йылдан бирле ғәмәлдә. 2006 йылдан алып ҡала тарихи һыу үткәргесе манараһы урынлашҡан (водокачка), 1836-1839 йылда төҙөлгән, федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора.[1] Адресы: Ленинград урамы, 2-се йорт. 2014 йылдан алып музей бинаһына Якорь майҙанындағы 2а йорто ҡушылған.

Манара бинаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кронштадт һыу үткәргесен реконструкциялау программаһы 1827 йылда ҡабул ителә. Бина 1837-1839 йылдарҙа инженер В. П. Лебедев проекты буйынса һыу күтәреүсе машиналар өсөн һалынған. Унда һәр береһенең ҡеүәте 8 ат көслө ике пар машинаһы урынлаштырылған. Һыуҙы икенсе ҡаттағы резервуарға машина күтәрә, артабан һыу ҡала селтәренә ебәрелә. Һыу сығанағы булып бина артындағы Фин ҡултығы менән тоташҡан һыу ятҡылығы тора. 1870-се йылдарҙа һәм 1887 йылда башня бинаһы өҫтәп төҙөлә.[2]

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Манара бинаһы классицизм стилендә төҙөлгән. Ҡаршыһында торған изге Елизавета кирхаһы менән бинаның алты бағаналы портигы фиғылы менән яраҡлашырға тейеш була. Был бинаны үҙгәртеп ҡороу барышында бинанәң көмбәҙе тәүге фиғылын юғалта, уның урынына аркалы тәҙрәләр ҡуйылған өҫкө ҡат төҙөлә.[2]

Музейҙың тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музей 1991 йылдың 15 апрелендәге Ленинград ҡала советының № 273 ҡарарына ярашлы тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы инициативаһы буйынса төҙөлә. Музей экспозицияһының нигеҙен Ю. И. Спиридонов, Т. Н. Лапина, Ю, С. Мисоченко, В. М. Пирогов, В. Ф. Ключников, Л. Н. Сергеева һәм Кронштадт ҡалаһының башҡа кешеләре биргән предметтар һәм документтар тәшкил итә. Спиридонов Юрий Иванович музейға нигеҙ һалған тип иҫәпләнә (1931-1998).[3]

Экспозиция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Якорь майҙанындағы элекке кафе бинаһында «Өс быуатлыҡ Кронштадт тарихы», ә Ленинград урамында булған манара бинаһында — һыу аҫты археологияһына арналған «Һыуға батҡан караптарҙың сере» экспозицияһы тора. Һуңғыһында һыу аҫтынан күтәртелгән караптарҙың предметтары күрһәтелгән Был экспозиция 2009 йыл башындағы «Рәсәй һыу аҫты мираҫы» проекты буйынса эҙләнеү материалдары буйынса йыйыла башлаған.[4]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Постановление Правительства РФ от 10.07.2001 № 527 о Перечне объектов исторического и культурного наследия Федерального (Общероссийского) значения, находящиеся в г. СПб.
  2. 2,0 2,1 Башня городского водопровода с флигелем - Музей истории Кронштадта. Дата обращения: 18 июнь 2018.
  3. Музей истории Кронштадта. museum.ru. Дата обращения: 19 июнь 2018.
  4. Музей истории Кронштадта, Якорная площадь, 2А. Музей истории Кронштадта. Дата обращения: 21 июнь 2018.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]