Крупин Владимир Павлович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Владимир Павлович Крупин
Файл:Крупин Владимир Павлович.png
Тыуған көнө 25 июль 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Тәтеш ҡалаһы, Тәтеш районы, Татар АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 6 октябрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Казан, Россия
Гражданлығы Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Эшмәкәрлеге Хирург 5-й городскую клинической больницы города Казань
Наградалары һәм премиялары

Крупин Владимир Павлович (21 июль 1925 йыл — 6 октябрь 2006 йыл) — совет табибы, хирург, СССР-ҙың халыҡ табибы (1980)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1925 йылдың 21 июлендә РСФСР-ҙың Татар АССР-ы Тәтеш районы Тәтеш ҡалаһында тыуған.

Ситтән тороп мәктәпте, шулай уҡ ситтән тороп Ҡазан авиация техник техникумын (әлеге ваҡытта П. В. Дементьев исемендәге Ҡазан авиация техник техникумы) тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡазан авиазаводында эшләй. Һуңынан Ҡазан дәүләт медицина институтына уҡырға инә, уны 1952 йылда тамамлай.

Диплом алғандан һуң Беловольжскаяла хирург, ә һуңынан Корнуховская дауаханаһында эшләй башлай, унда баш табип булып китә. Бынан һуң Ҡазан тимер юлының Юдино станцияһының үҙәк дауаханаһында хирург булып эшләй. 1958 йылда Ҡазандың 5-се ҡала клиник дауаханаһына эшкә күсә, унда Ҡазан дәүләт табиптар әҙерләү институтының ашығыс хирургия кафедраһы урынлаша.

Крупин 30 йылдан ашыу 5-се ҡала клиник дауаханаһының дөйөм хирургия бүлеген етәкләй. Татарстан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл һайын 300-гә яҡын операция яһаған.

1980 йылда халыҡ һаулыҡ өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, юғары әхлаҡи сифаттары һәм һөнәри эшмәкәрлеге өсөн Крупин Владимир Павловичҡа «СССР-ҙың халыҡ табибы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Татарстанда һаулыҡ һаҡлау тарихында был исемде ике табип ҡына ала.

2000 йылда «Татфлот» суднолар йөрөтөү компанияһының медицина бүлеге хирургы булып эшләй башлай. Хирург булып эшләгән йылдарында бөтәһе 9 меңгә яҡын операция яһай. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

2006 йылдың 3 октябрендә Ҡазанда вафат була, Ар зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2017 йылдың 14 июлендә Ҡазан дәүләт медицина университетының (элекке 5-се ҡала дауаханаһы) хирургия клиникаһына Крупин Владимир Павлович исеме бирелә[2].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]