Крыловтың йорт-музейы
Крыловтың йорт-музейы | |
Административ-территориаль берәмек | Новочеркасск |
---|---|
Дәүләт | |
Нигеҙләү датаһы | 1979 |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Крыловтың йорт-музейы |
Крыловтың йорт-музейы — федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объект иҫәбенә инә. Унда урыҫ рәссамы һәм театр рәссамы Крылов Иван Иванович йәшәгән.
Музейҙың адресы: Ростов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы, Буденновская урамы, 54.
Тарихы һәм һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәссам Иван Иванович Крыловтың мемориаль йорт-музейы 1979 йылдың 1 июнендә Новочеркасск ҡалаһында, ул 1900 йылдан 1936 йылға тиклем йәшәгән йортта асыла.
Рәссам 1860 йылда Елизаветинская станицаһындағы Дон казагы ғаиләһендә тыуа. Петербург сәнғәт академияһында уҡый. Уҡыуын тамамлағас, Петербургта, Сиверская станицаһында, Мәскәүҙә йәшәй. Был ваҡыт эсендә пейзаж оҫтаһы булараҡ билдәлелек яулай. Уның «Төньяҡ циклы» ҡышҡы пейзаж һүрәтләнгән «Невала боҙ», «Вид Москвы с Воробьевых гор» картиналарын Бөйөк Кенәз Сергей Александрович ала. Был эштең варианты әлеге ваҡытта музейҙа һаҡлана.
Уның Кавказ һәм Ҡырым буйлап сәйәхәте тәьҫораттары «Көньяҡ цикл» картиналарында сағылыш таба.
Бик күп эштәре Дон крайына арналған. Уларҙа Дон далаһын, йылғалар ташыуын, гөл-сәскәләр күрергә мөмкин. И. И. Крыловты йыш ҡына «Дон далаларын маҡтап йырлаусы» тип атайҙар.
Рәссам бер нисә эшен Таганрог ҡалаһына арнай. Ул картиналар: «Таганрогта диңгеҙ яры», «Таганрог — мол», «Маяҡ төндә», «Таганрог баҫҡыстары».
ХХ быуат башында рәссам Донға әйләнеп ҡайта, Троицк сиркәүе псаломсыһынан йорт һатып ала. Шунда ул ҡатыны Елизавета Ивановна Крылова (Бурхгардт) һәм ҡыҙы Елизавета Ивановна менән йәшәй.
Йорт сама менән XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән. Шул заманға хас архитектуралы казак йорто булып тора.
Ошо өйҙә йәшәп, рәссам Политехник институтта уҡытыусы булып эшләй. Художестволы күргәҙмәләр ойоштора.
Иван Иванович Крылов Новочеркасск ҡалаһына үҙенең яҡынса 900 рәсемен васыят итеп ҡалдыра. Музей экспозицияһында уның ғүмеренең ошо осоро тураһында һөйләнә[1].
Музей ҡала халҡының урта ҡатламының көнкүрешен күрһәтә. Ул верандалы ағас төкәтмәнән, соландан һәм дүрт бүлмәле торлаҡ өлөшөнән тора. Йортта рәссам тормошо менән бәйле мемориаль предметтарҙың 70%-тан күберәге һаҡлана. Стеналарҙа уның һүрәттәре, автопортреты эленеп тора.
Залда уның шахмат өҫтәле, кресло-бәүелсәк, граммофон, мандолина урын алған. Ашханала- самауырҙар, ҡайнатма өсөн баҡыр тас, һөт көршәге һәм башҡалар урынлашҡан.
Йорт Новочеркассктың мәҙәни тормошоноң тупланышы булып тора. Бында яҙыусылар Куприн Александр Иванович, Серафимов Александр Серафимович, К. А. Тренев һәм башҡалар булғандар.
Йорт менән йәнәш Күргәҙмәләр залы төҙөлгән, унда рәссамдың оҫтаханаһы тергеҙелгән. Күргәҙмәләр залында Новочеркасск рәссамдарының ҡала художество күргәҙмәләре үткәрелә.
Рәссам Иван Иванович Крыловтың мемориаль йорт-музейы федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ булып тора.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мемориальный дом-музей художника Ивана Ивановича Крылова 2017 йылдың 23 ғинуар көнөндә архивланған.
- Дом-музей И. И. Крылова
- Дом-музей И. И. Крылова 2017 йылдың 18 ғинуар көнөндә архивланған.