Крымская Вера Петровна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Ерләнгән урыны
Эш урыны
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 23 март 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Вафат булған көнө 29 сентябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Уҡыу йорто
Тыуған урыны

Крымская Вера Петровна (11 март (23 март) 1896 йыл — 29 сентябрь 1963 йыл) — СССР-ҙың ғалим-методисы, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1947), РСФСР педагогия фәндәре академияһы ағза-корреспонденты (1950); педагогия фәндәре кандидаты[1].

Мәктәптә урыҫ телен уҡытыу методикаһы буйынса 20-нән ашыу хеҙмәт һәм өс монография авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вера Петровна Крымская 1896 йылдың 11 мартында (яңы стиль буйынса 23 мартта) Киев ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

Могилёвта үҫә һәм уҡый, бында 1914 йылда гимназияны тамамлай. 14 йәшенән репетиторлыҡ менән шөғөлләнә, уҡытыусы булырға хыяллана. 1916 йылда Уҡытыусылар институтын тамамлай. Кейәүгә сыҡҡас, 1916 йылдан алып 1930 йылға тиклем ғаиләһе менән Рудня ҡалаһында йәшәй. 1933 йылда уларҙың ғаиләһе Златоуст ҡалаһына күсә. Вера Петровна 1933—1937 йылдарҙа белем алыуын Пермь дәүләт педагогия институтында дауам итә һәм 1936 йылда Свердловск ҡалаһына күсә[1].

Свердловскиҙа урта мәктәптә эшләй башлай, бында урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. 1938 йылдан башлап ғүмеренең аҙағына тиклем Свердловск дәүләт педагогия институтында уҡыта. 1952 йылда Мәскәүҙә, РСФСР педагогия фәндәре академияһының уҡытыу алымдары ғилми-тикшеренеү институтында, «Работа по русскому языку в 10 классе средней школы на материале программы произведений по литературе» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

В. П. Крымская шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — Свердловск ҡала советы депутаты (1947) һәм РСФСР Юғары Советы депутаты итеп һайлана (1951, 1955)[2][3].

1963 йылдың 29 сентябрендә Свердловск ҡалаһында вафат була. Широкая Речка зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1947
  • «Халыҡ мәғарифы алдынғыһы» тамғаһы (1944),
  • ике Ленин ордены,
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • «1941-45 йылда Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы,
  • башҡа миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]