Курашкевич Кирилл Владимирович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Һөнәр төрө шағир, прозаик
Ойошма ағзаһы Q12093356?, Национальный союз журналистов Украины[d] и Национальный союз писателей Украины[d]
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 8 ноябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 16 ғинуар 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны
Эш урыны

Курашкевич Кирилл Владимирови (8 ноябрь 1920 йыл16 ғинуар 2010 йыл) — Украина шағиры һәм прозаигы, хәрби хеҙмәткәр, полковник. 1967 йылдан Украина яһыусыларының милли берекмәһе ағзаһы[1] Украина журналистары милли берекмәһе ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың 8 ноябрендә Винница өлкәһенең Трочтянец ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.

«Пресса кадрҙары» тип аталған Олесь Гончар мөхәррирлек иткән студенттар гәзитендә баҫтырыла башлай. Артабан ул Тульчин уҡытыусылар институтында уҡыуын дауам итә һәм «Ҡыҙыл Тульчинщина» гәзите редакцияһында эшләй. 1940 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм бер үк ваҡытта, Киев элемтә училищеһында ла уҡый. Икенсе донъя һуғышында ҡатнаша. Бик күп хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

1952 йылда Мәскәү ҡалаһындағы Хәрби-сәйәси академияны тамамлай. Хәрби хеҙмәтен Ровно ҡалаһында дауам итә. Һуңғы алған хәрби дәрәжәһе — полковник. Хәрби хеҙмәтен тамамлағас, 1960 йылда Винницаға күсеп ҡайта. Шунда уҡ журналистика һәм яҙыусылыҡ эшмәкәрлегенә әүҙем тотоноп китә. «Днепр» һәм «Совет яҙыусыһы» нәшриәттәрендә йәмәғәт пропагандалаусыһы бурыстарын атҡара, «Винница хәҡиҡәте» тип аталған Винница өлкә гәзитендә лә эшләй. 1971 йылда ойошторолған НСПУ Винница ойошмаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була.

1974 йылда Николаевҡа күсеп килә, бында ла ул әҙәби берекмә менән етәкселек итә, өлкә китап яратыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе вазифаһын да үҙ өҫтөнә ала. Уның артабанғы өс йыл ғүмере Киев өлкәһендәге Фастов ҡалаһы менән бәйле. 1984 йылдан алып Киевта йәшәй — Подольск районының Приорка тигән ерендә, бында ла ул Украинаның художестволы-социаль әҙәбиәтенең яҙыусы-авторҙар ассоциацияһы вице-премьеры булараҡ, мәҙәни-әҙәби тормошта ҡайнап йәшәй, 1995 йылдан — Халыҡ-ара яҙыусы-баталистар һәм маринистар ассоциацияһы ағзаһы, «Күк һағында» хәрби гәзите редколлегияһы ағзаһы, «Азимут — Украина» нәшриәтенең баш мөхәррире.

1967 йылда — Бөтә Союз ябыҡ конкурсы лауреаты, был конкурста меңдән ашыу әҙәбиәтсе ҡатнашҡан була. Курашкевич һуғыш тураһындағы иң яҡшы әҫәре -«Үлемһеҙлек тураһында баллада» («Балладу о бессмертии») тигән әҫәре өсөн икенсе тапҡыр премияға лайыҡ була. (1974 йылдан был баллада өсөнсө кластарҙың зрестоматияһына индерелә). Кирилл Курашкевич оло әҙәбиәткә сағыштырмаса һуң килһә лә, ул әҙәбиәттә үҙ урынын тапты — украин поэзияһын уның шиғриәтенән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай.

Әҙәби эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ул һуғышҡа тиклем үк яҙыша башлаған була. Әммә әҙәбиәт өлкәһендә ең һыҙғанып эшкә тотоноуы 1960 йылдарға, уның армия сафтарынан запасҡа китеү мәленә тура килә. Ул - егерменән ашыу поэтик һәм прозаик әҫәрҙәр авторы. Беренсе шиғри йыйынтығы «Яҙғы күкрәүҙәр» («Весенние грозы» (1961)тип атала. Артабан бер-бер артлы «Бәрхәт сәскәһе» («Бархатцы») (1966), «Апрель иртәһе» («Апрельская рань») (1967), «Балан муйынсаҡ» («Калиновое ожерелье)(1969), «Йомарт йәй» («Щедрое лето») (1970), «Февраль ҡояшы» («Солнце в феврале») (1973), «Алма яҡтылығы» («Яблоневый рассвет») (1977), «Сентябрҙәге осрашыу» («Встреча в сентябре» (1980), «Март бураны» («Мартовская метель» (1983), «Монолог» (1988), «Минең тура атым» («Мой коричневый конь» (1995), «Һыуғояр күҙҙәре менән» («Глазами Водолея» (1998),«Ике томлыҡ һайланма әҫәрҙәр» («Избранное в 2-х томах») (2002), «Юлдар киҫелеше» («Перекресток» (2002), «Яҙ артынан» («Вдогонку за весной» әҫәрҙәре донъя күрә (2003)[2].

Файл:Курашкевич Яҙ артынан.jpg
«Яҙ артынан» китабының тышы, 2003

Авторҙың әҫәрҙәре түбәндәге китаптарға тупланған:«Көҙгө төтөндәр» («Осенние дымы» (1986), «Паролдәр үҙгәрә» («Пороли меняются» (1995). Ваҡытлы матбуғат баҫмаларында уның Икенсе донъя һуғышы мәлендәге разведчиктар тураһында яҙылған «Борсоулы төндәр» («Тревожные ночи») һәм «Һуңғы сигнал «Тюльпан» («Последний сигнал «Тюльпан») исемле повестары, күп һанлы новеллалары — «Ильков шыршыһы» («Илькова елка»), «Юл» («Дорога»), «Йәшел икеле» («Зеленая двойка»), «Һуңғы көн» («Последний день») (Ивана Франко тураһында) һ.б. нәшер ителә Айырым әҫәрҙәре рус, белорус һәм молдаван телдәренә тәржемә ителгән.

Хәрби-патриотик темаларға яҙылған әҫәрҙәрҙең Бөтә Союз конкурсы дауреаты (1967), «Алтын каштана ботағы премияһы лауреаты».

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Інтернет-портал міста Фастів 2016 йылдың 7 октябрь көнөндә архивланған.
  2. З-над Божої ріки. Літературний біобібліографічний словник Вінниччини / Упорядкування і загальна редакція Подолинний Анатолій Мусійович А. М.;— Вінниця: Континент-ПРИМ, 2001. — С. 182–183.

Сығанаҡтар һәм әҙәбит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Библиографик мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]