Куэста Луиза

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
исп. María Luisa Cuesta Vila
Гражданлығы
Балалары Nebio Ariel Melo Cuesta[d]
Заты ҡатын-ҡыҙ
Һөнәр төрө правозащитница
Рәсем
Тыуған көнө 26 май 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Место содержания под стражей Infantry Battalion No. 5.[d]
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 21 ноябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2] (98 йәш)
Тыуған урыны
Бер туғандары Gerardo Cuesta[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Мария Луиза Куэста Вила (исп. Maria Luisa Cuesta Vila; 26 май 1920 йыл — 21 ноябрь 2018 йыл) — Уругвай хоҡуҡ яҡлаусыһы. Ғүмерен Уругвай хәрби диктатураһы ваҡытында хәбәрһеҙ юғалыусыларҙы эҙләүгә бағышлай. Улы Небио Мело Куэста тап ошо хәрби диктатура осоронда ююҡа сыға һәм бөгөнгәсә хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Луиза Куэста 1920 йылдың 26 майында Сорианола тыуа. 1973 йылдың июненә тиклем ҡағыҙҙар һәм буяуҙар етештереү оҫтаханаһында эшләй. Һуңынан ҡулға алына һәм 1973 йылдың 28 июненән 1974 йылдың 31 ғинуарына тиклем 5-се пехота батаьоны төрмәһендә тотола[3].

Улы Небио Мело Куэста ҡатыны һәм ҡыҙы менән Аргенинаға ҡыуыла. ҡатыны менән 1976 йылда уны урлайҙар һәм шунан алып уның тураһында бер ниндәй хәбәо-хәтер булмай. Луиза Куэста улын үҙе эҙләй башлай.[4][5]

1985 йылда «Ҡулға алынған хәбәрһең юғалыусы уругвайҙарҙың әсәләре һәм ғаиләләре» (ингл. Family of formed Uruguayans Disappeared Detained was) төркөмө ойошторола[6]. 2018 йылдың 21 ноябрендә Монтевидеола вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың 30 авгусында Республика университеты Луиза Куэстаға ҡиммәттәрҙе формалаштырыу һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлауға индергән өлөшө өсөн доктор Гонорис Кауза исемен бирә[4][7][8].

2014 йылдың 7 мартында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө сиктәрендә Уругвай почта бүлексәһе Луиза Куэста иҫтәлеген мәңгеләштереү, уның образын Уругвай йәмғиәтендә һаҡлау маҡсатынан марка сығара[9]

2015 йылдың 20 апрелендә Монтевидео муниципалитеты 1694/15 һанлы ҡарары менән элекке Казавалль поликлиникаһы бинаһында урынлашҡан D муниципалитеты йәмәғәт үҙәгенә Куэста Луиза хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуя[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]