Алексей Валерьевич Кыласов 1968 йылдың 9 майында Пермь өлкәһенең Краснокамск ҡалаһында тыуа.
1998—2008 йылдар — Пермь дәүләт педагогия университетының тарих факультетында уҡый, магистр.
2009—2011 йылдар — Славян мәҙәниәте дәүләт академияһының культурология кафедраһы соискателе, хәҙерге спорт һәм традицион уйындар институттары араһындағы бәйләнеште өйрәнә; «Глобалләшеү дәүерендә социомәҙәни феномен булараҡ спорт» темаһына диссертация яҡлай (етәксеһе — Расторгуев Валерий Николаевич).
2010—2011 йылдар — Бөтә Рәсәй физик культура ғилми-тикшеренеү институтының (ВНИИФК) спорт антропологияһы лабораторияһында ғилми хеҙмәткәр; Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Спорт индустрияһы юғары мәктәбенең өлкән уҡытыусыһы.
2011—2014 йылдар — Саха Республикаһының (Яҡутстан) Чурапчин дәүләт Спорт һәм физик культура институты проректоры.
2012 йыл — Мәскәү дәүләт физик культура академияһының философия һәм социология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
2013 йыл — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Тармаҡ менеджменты институтында спорт һәм туристик индустрия менеджменты кафедраһы доценты; Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Спорт индустрияһы менеджменты һәм маркетингы кафедраһы доценты[1].
Монография: Кыласов А. В. Окольцованный спорт. Истоки и смысл современного олимпизма. — М.: АИРО XXI, 2010. — 328 С.
Кыласов А. В., Гавров С. Н. Этнокультурное многообразие — новая парадигма в развитии спорта // V Международный конгресс «Человек, спорт, здоровье» 21-23 апреля 2011 года, Санкт-Петербург, Россия: Материалы конгресса / под ред. В. А. Таймазова. — СПб: Олимп-СПб, 2011. — С. 161—163.
Кыласов А. В., Гарсес Д. С. Интеллектуальные игры // Энциклопедия систем жизнеобеспечения (EOLSS). Наука о спорте. — ЮНЕСКО/EOLSS, Магистр-пресс, 2011. — С. 727—743.
Кыласов А. В., Нестеров П. В. Олимпизм и культурная преемственность игр: пересмотр ключевого момента в истории спорта // Вестник славянских культур, 2016, № 2 (40). С. 107—122.