Көнсығыш-Себер дәүләт мәҙәниәт институты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Көнсығыш-Себер дәүләт мәҙәниәт институты
Административ-территориаль берәмек Улан-Удэ ҡалаһы
Урынлашыу
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 1960
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт vsgaki.ru
Указания, как добраться улица Терешковой, 1
Рәсем
Уҡыусылар һаны 3732
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27600927?
Штаб-фатирҙың урынлашыуы
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Көнсығыш-Себер дәүләт мәҙәниәт институты (бүр. Зүүн Сибиириин гүрэнэй соёлой дээдэ һургуули) — Улан-Удэ ҡалаһындағы (Бүрәт Республикаһы) юғары уҡыу йорто.

Институт составына 4 факультет инә, улар иҫәбендә 27 кафедра эшләй. Институттың ғилми китапханаһында яҡынса 500 мең экземпляр иҫәпләнә,шул иҫәптән 300 ваҡытлы баҫма. Институттың уҡытыусылары составына яҡынса 300 кеше инә[1]. Институт фольклорҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошма (ЮНЕСКО) ағзаһы булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР Министрҙар Советының 1960 йылдағы 1008-се ҡарары менән Көнсығыш-Себер дәүләт китапхана институты (ВСГБИ) ойошторола. 1964 йылда институт Көнсығыш-Себер дәүләт мәҙәниәт институты (ВСГИК) тип үҙгәртелә.

1970-се −1980-се йылдарҙа институтты артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар үткәрелә. Улар иҫәбенә фәнни эштәр (уҡытыуҙың яңы йүнәлештәрен, проекттарын һәм концепцияларын эшләү, профессор-уҡытыусылар составы һанын арттырыу, университеттың ғилми фонды формалашыу), шулай уҡ матди-техник тәьмин итеү (яңы уҡыу корпусын, ятаҡтар һәм Байкал күлендә спорт-һауыҡтырыу лагерын төҙөү) инә.

1995 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының 406-сы бойороғо менән ВСГИК Көнсығыш-Себер дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы (ВСГАКИ) тип үҙгәртеп ҡорола.

2014 йылда ВСГАКИ яңынан Көнсығыш-Себер дәүләт мәҙәниәт институты (ВСГИК) тип үҙгәртелә, был финанслау күләменә һәм белем биреү программаһының дөйөм һанына йоғонто яһамай.

Институттың структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Факультеттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институт составына 6 факультет һәм 27 кафедра инә[2]:

Факультет Кафедралары
Гуманитар-культурология Сит телдәр һәм дөйөм лингвистика кафедраһы



Тарих кафедраһы



Культурология кафедраһы



Педагогика һәм психология кафедраһы



Сәнғәт һәм әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы кафедраһы



Физик тәрбиә кафедраһы



Философия кафедраһы



Халыҡ художество мәҙәниәте һәм этнология кафедраһы
Мәҙәни-мираҫ һәм мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә IT-технологиялар Китапхана-мәғлүмәт ресурстары кафедраһы



Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары кафедраһы



Музей технологиялары һәм мираҫын һаҡлау кафедраһы
Музыка факультеты Вокаль һәм инструменталь башҡарыу кафедраһы



Тарих, музыка теорияһы һәм дөйөм фортепиано музыкаһы кафедраһы



Халыҡ инструменттары кафедраһы



Хор дирижеры, музыкаль белем һәм тауыш режиссураһы кафедраһы
Режиссура, актерлыҡ һәм һынлы сәнғәт факультеты Дизайн кафедраһы



Эстрада һәм театрлаштырылған тамашалар режиссураһы кафедраһы



Сәхнә телмәре кафедраһы



Театр сәнғәте кафедраһы
Бейеү факультеты «Балет педагогикаһы» кафедраһы



Хореография кафедраһы
Мәҙәниәт иҡтисады, менеджмент һәм продюсерлыҡ факультеты Менеджмент һәм маркетинг кафедраһы



Сервис, туризм һәм рекреация кафедраһы



Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек кафедраһы



Мәҙәниәттә эшҡыуарлыҡ һәм рухи эшҡыуарлыҡ иҡтисады кафедраһы

Аспирантура һәм докторантура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аспиранттарҙы һәм докторанттарҙы әҙерләү 6 йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла[3]:

Шифр Һөнәри
07.00.02 Ватан тарихы
07.00.07 Этнография, этнология һәм антропология
17.00.01 Театр сәнғәте
17.00.02 Музыка сәнғәте
24.00.01 Мәҙәниәт теорияһы һәм тарихы
24.00.03 Музей ғилеме, тарихи-мәҙәни объекттарҙы консервациялау һәм реставрациялау

Ғилми бүлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институтта шулай уҡ 9 ғилми бүлек эшләй:

Мәғлүмәт технологиялары үҙәге

Фәнни китапхана

Аспирантура һәм докторантура бүлеге

Өҫтәмә белем биреү һәм инновация үҙәге

Уҡытыу-методик идара

Ғилми-тикшеренеү секторы

Уҡыу процесын ойоштороу һәм технологик тәьмин итеү үҙәге

Фольклор һәм этнография ғилми үҙәге

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ятаҡтар

Студенттар профкомы

Психологик хеҙмәт

Спорт-һауыҡтырыу лагеры «ОСЛиК»

Йәмәғәт туҡланыуы бүлеге

Медицина пункты

Эске хеҙмәт тәртибен күҙәтеү

Белем биреү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөгөнгө көндә университетта 39 һөнәр буйынса уҡыу процесы алып барыла

Фәнни тикшеренеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тикшеренеү йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институтта бөгөнгө көндә ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла: Себерҙең һәм Рәсәй төньяғының этномәҙәниәте.

Байкал төбәгенең мәҙәни ресурстарының капиталлаштырыу процесы.

Халыҡтың художество ижады һәм төбәктең профессиональ сәнғәте.

Көнсығыш Себерҙең һәм Монголияның музей, клуб һәм китапхана эштәрендә инновацион процестар.

Көнсығыш Себерҙә һәм Монголияла рекреация, мәҙәни сервис һәм туризм.

Бүрәт Республикаһында туристик кластерҙар формалаштырыуҙа мәҙәни ресурстары.

Шулай уҡ университетта рецензияланыусы «Вестник ВСГАКИ» журналы баҫыла, унда тарих фәндәре, сәнғәт белеме һәм культурология буйынса мәҡәләләр инә. Журналда фәнни тикшеренеүҙәр тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ конференция материалдары баҫыла.

Диссертацион советтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шифр Һөнәри
ДМ 210.002.01 24.00.01 — мәҙәниәт теорияһы һәм тарихы (культурология)



24.00.03 — Ғилем, консервациялау, реставрациялау һәм тарихи-мәҙәни объекттар (культурология)
Д 210.002.02 07.00.07 — Этнография, этнология һәм антопология (тарих фәндәре)



24.00.01 — мәҙәниәт теорияһы һәм тарихы (тарих фәндәре)

Халыҡ-ара эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төбәк-ара һәм халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу университет эшмәкәрлеге йүнәлештәренең береһе булып тора. Бөгөнгө көндә академия 30 ил (Германия, Ҡытай, Корея һәм башҡалар.), шулай уҡ сит ил университеттары (Варшава университеты, Үҙәк Европа университеты, Оксфорд университеты, Огайо Дәүләт университеты) менән бәйләнеш тота. Артабан АҠШ, Италия һәм Төркиә менән хеҙмәттәшлек планлаштырылған. Сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлек өс йүнәлеш буйынса башҡарыла:

- студенттар менән алмашыу,

- уҡытыусыларҙың һәм аспиранттарҙың стажировкалары,

- ғилми программаларҙа ҡатнашыу,

- халыҡ-ара конференциялар һәм симпозиумдар ойоштороу һәм үткәреү, шулай уҡ төрлө ижади саралар ойоштороу.

2002 йылдан университетта «Көнсығыш Себер һәм Монголияның мәҙәни киңлектәре» исеме аҫтында конференциялар үтә, унда мәҙәниәт һәм белем биреү проблемалары, социаль-педагогик технологиялар, мәҙәниәт, белем һәм ял өлкәһендәге эшмәкәрлек, шулай уҡ Монголия һәм Байкал төбәге үҫеше һәм тарихы тикшерелә. Шулай уҡ 2004-2011 йылдар араһында бер нисә халыҡ-ара конференциялар үткәрелә («Азиа-Тымыҡ океан төбәге халыҡтары илдәренең тарихы һәм мәҙәниәте көнүҙәк мәсьәләләре», «Себерҙең театр сәнғәте: традициялар һәм хәҙерге заман», «Рәсәй–Монголия: Мәҙәни оҡшашлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр»)[4]. .

Ректорҙары исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Жалсабон, Дашидондок Жалсапович (1960—1968)
  2. Никифоров Сергей Иванович (1968—1990)
  3. Балханов, Гавриил Иванович (1990—1995)
  4. Пшеничникова, Раиса Ивановна (1995—2015)
  5. Перова, Елена Юрьевна (2019 йылдың ноябренән)

Билдәле уҡытыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Баторова, Ирина Валерьевна — Рәсәй Бүрәт балетмейстеры, Бүрәт дәүләт милли йыр һәм бейеү театры «Байкал» солисы, Бүрәт Республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы[5].

- Лыгденов, Солбон Дондокович — Рәсәй Бүрәт кинорежиссеры[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]