Көн менән төн тигеҙләнеше
Ҡояш торошо һәм көн менән төн тигеҙләнеше даталары һәм ваҡыты UTC-0 ваҡыты буйынса | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
год | Яҙғы көн менән төн тигеҙлеге Март[1] |
Йәйге көн торошо Июнь[2] |
Көҙгә көн менән төн тигеҙлеге Сентябрь[3] |
Ҡышҡы көн торошо Декабрь[4] | ||||
число | ваҡыт | число | ваҡыт | число | ваҡыт | число | ваҡыт | |
2010 | 20 | 17:32:13 | 21 | 11:28:25 | 23 | 03:09:02 | 21 | 23:38:28 |
2011 | 20 | 23:21:44 | 21 | 17:16:30 | 23 | 09:04:38 | 22 | 05:30:03 |
2012 | 20 | 05:14:25 | 20 | 23:09:49 | 22 | 14:49:59 | 21 | 11:12:37 |
2013 | 20 | 11:02:55 | 21 | 05:04:57 | 22 | 20:44:08 | 21 | 17:11:00 |
2014 | 20 | 16:57:05 | 21 | 10:51:14 | 23 | 02:29:05 | 21 | 23:03:01 |
2015 | 20 | 22:45:09 | 21 | 16:38:55 | 23 | 08:20:33 | 22 | 04:48:57 |
2016 | 20 | 04:30:11 | 20 | 22:34:11 | 22 | 14:21:07 | 21 | 10:44:10 |
2017 | 20 | 10:28:38 | 21 | 04:24:09 | 22 | 20:02:48 | 21 | 16:28:57 |
2018 | 20 | 16:15:27 | 21 | 10:07:18 | 23 | 01:54:05 | 21 | 22:23:44 |
2019 | 20 | 21:58:25 | 21 | 15:54:14 | 23 | 07:50:10 | 22 | 04:19:25 |
2020 | 20 | 03:50:36 | 20 | 21:44:40 | 22 | 13:31:38 | 21 | 10:02:19 |
2021 | 20 | 09:37:27 | 21 | 03:32:08 | 22 | 19:21:03 | 21 | 15:59:16 |
2022 | 20 | 15:33:23 | 21 | 09:13:49 | 23 | 01:03:40 | 21 | 21:48:10 |
2023 | 20 | 21:24:24 | 21 | 14:57:47 | 23 | 06:49:56 | 22 | 03:27:19 |
2024 | 20 | 03:06:21 | 20 | 20:50:56 | 22 | 12:43:36 | 21 | 09:20:30 |
2025 | 20 | 09:01:25 | 21 | 02:42:11 | 22 | 18:19:16 | 21 | 15:03:01 |
2026 | 20 | 14:45:53 | 21 | 08:24:26 | 23 | 00:05:08 | 21 | 20:50:09 |
2027 | 20 | 20:24:36 | 21 | 14:10:45 | 23 | 06:01:38 | 22 | 02:42:04 |
2028 | 20 | 02:17:02 | 20 | 20:01:54 | 22 | 11:45:12 | 21 | 08:19:33 |
2029 | 20 | 08:01:52 | 21 | 01:48:11 | 22 | 17:38:23 | 21 | 14:13:59 |
2030 | 20 | 13:51:58 | 21 | 07:31:11 | 22 | 23:26:46 | 21 | 20:09:30 |
2031 | 20 | 19:40:51 | 21 | 13:17:00 | 23 | 05:15:10 | 22 | 01:55:25 |
2032 | 20 | 01:21:45 | 20 | 19:08:38 | 22 | 11:10:44 | 21 | 07:55:48 |
2033 | 20 | 07:22:35 | 21 | 01:00:59 | 22 | 16:51:31 | 21 | 13:45:51 |
2034 | 20 | 13:17:20 | 21 | 06:44:02 | 22 | 22:39:25 | 21 | 19:33:50 |
2035 | 20 | 19:02:34 | 21 | 12:32:58 | 23 | 04:38:46 | 22 | 01:30:42 |
2036 | 20 | 01:02:40 | 20 | 18:32:03 | 22 | 10:23:09 | 21 | 07:12:42 |
2037 | 20 | 06:50:05 | 21 | 00:22:16 | 22 | 16:12:54 | 21 | 13:07:33 |
2038 | 20 | 12:40:27 | 21 | 06:09:12 | 22 | 22:02:05 | 21 | 19:02:08 |
2039 | 20 | 18:31:50 | 21 | 11:57:14 | 23 | 03:49:25 | 22 | 00:40:23 |
2040 | 20 | 00:11:29 | 20 | 17:46:11 | 22 | 09:44:43 | 21 | 06:32:38 |
2041 | 20 | 06:06:36 | 20 | 23:35:39 | 22 | 15:26:21 | 21 | 12:18:07 |
2042 | 20 | 11:53:06 | 21 | 05:15:38 | 22 | 21:11:20 | 21 | 18:03:51 |
2043 | 20 | 17:27:34 | 21 | 10:58:09 | 23 | 03:06:43 | 22 | 00:01:01 |
2044 | 19 | 23:20:20 | 20 | 16:50:55 | 22 | 08:47:39 | 21 | 05:43:22 |
2045 | 20 | 05:07:24 | 20 | 22:33:41 | 22 | 14:32:42 | 21 | 11:34:54 |
2046 | 20 | 10:57:38 | 21 | 04:14:26 | 22 | 20:21:31 | 21 | 17:28:16 |
2047 | 20 | 16:52:26 | 21 | 10:03:16 | 23 | 02:07:52 | 21 | 23:07:01 |
2048 | 19 | 22:33:37 | 20 | 15:53:43 | 22 | 08:00:26 | 21 | 05:02:03 |
2049 | 20 | 04:28:24 | 20 | 21:47:06 | 22 | 13:42:24 | 21 | 10:51:57 |
2050 | 20 | 10:19:22 | 21 | 03:32:48 | 22 | 19:28:18 | 21 | 16:38:29 |
Көн менән төн тигеҙләнеше — астрономик күренеш, был мәлдә Ҡояш үҙенең эклиптика буйынса күренгән хәрәкәтендә күк экваторын киҫеп үтә.
Көн менән төн тигеҙләнгәндә Ерҙе космостан күҙәтһәң, терминаторҙың Ерҙең географик полюстары буйлап үткәне, ә экваторға перпиндикуляр булыуы күренә.
Тасуирлау
Көн-төн тигеҙләнеше яҙғы һәм көҙгө була. Бөтә донъя ваҡыты буйынса (башҡа сәғәт бүлкәттәрендә был даталар араһында тәүлек айырмаһы булыуы мөмкин) төньяҡ ярымшарҙа яҙғы көн һәм төн оҙонлоғо 20 мартта, Ҡояш көньяҡ ярымшарҙан төньяғына күскәндә, тигеҙләнә. Көҙгө тигеҙләнеш 22 һәм 23 сентябрҙә, Ҡояш төньяҡ ярымшарҙан көньяғына күскән мәлдә, күҙәтелә. Көньяҡ ярымшарҙа, киреһенсә, мартта - көҙгө, сентябрь айында яҙғы көн-төн тигеҙләнеше була[5][6].
Көн менән төн тигеҙләнгәндә Ерҙең барлыҡ урындарында (ер ҡотоптарынан башҡа) көн оҙонлоғо төн менән тиң була. Был мәлдәрҙә Ҡояш тап көнсығышта (бер аҙ төньяҡҡараҡ) ҡалҡа һәм, тап көнбайышта (бер аҙ төньяҡҡараҡ) байый.
Көн төндән оҙонораҡ булғанда, яҙғы тигеҙләнештән көҙгө көн-төн тигеҙлегенә тиклем, Ҡояш иртән көнсығыштан төньяҡтараҡ ҡалҡа һәм кисен көнбайыштан төньяҡтараҡ байый (был осор яҙғы тигеҙләнештән көҙгө мәлгә тиклем дауам итә). Көн төндән ҡыҫҡараҡ булған мәлдә иһә Ҡояш көнсығыштан көньяҡтараҡ ҡалҡа һәм көнбайыштан көньяҡтараҡ байый (был осор көҙҙән яҙғы тигеҙләнешкә тиклем була)[7][8]
Күк экваторы менән эклиптика киҫешкән урын көн менән төн тигеҙләнеше нөктәһе тип атала. Ерҙең орбитаһы эллиптик булыу сәбәпле, ул көҙгө көн-төн тигеҙләнешенән яҙғы нөктәһенә тиҙерәк күсә, яҙҙан көҙгә боролғанда иһә оҙағыраҡ бара. Ошоға бәйле экватор менән эклиптика ятышы бер-беренә ҡарата үҙгәрә. Йыл буйына экватор үҙгәреүе арҡаһында Ҡояш көн менән төндөң тигеҙләнеше нөктәһен Ер үҙ орбитаһында тулыһынса әйләнеп сыҡҡанға тиклем 20 минут 24 секундҡа иртәрәк үтеп китә. Һөҙөмтәлә, күктәге был нөктәнең урыны үҙгәрә.
Көн-төн тигеҙлеге мәлдәре
Хәҙерге григориан календаре көн менән төндөң тигеҙләнеү мәле бер үк даталарға тура килтереп эшләнгән. Шулай ҙа улар үҙгәреп тора. Иң иртә мәл кәбисә йылына тура килә, иң һуңғыһы кәбисә йылынан алдағыһында була.
Григориан календаре дә-ерендә көн менән төндөң тигеҙләнешендә иң иртә мәл 1696 йылға тура килә: 19 мартта 15 сәғәт 5 минут - яҙғы, 22 сентябрҙә 3 сәғәт 8 минут - көҙгө; иң һуңғы 1903 йылда: 21 мартта 19 сәғәт 15 минут — яҙғы һәм 24 сентябрҙә 5 сәғәт 45 минут — көҙгө.
Григориан календаре буйынса яҙғы көн менән төн тигеҙләнешенең "рәсми" датаһы 21 мартҡа тап килә.
Был мәл XXI быуатта һуңғы тапҡыр 2007 йылдың 21 мартында теркәлде, артабан ул 20 йәки 19 мартҡа тап киләсәк.
Көн менән төн тигеҙләнеше мәлендә Яңы йыл башлаған халыҡтар
- Ирандар. Иран календаре
- Афғандар
- Тажиктар
- Үзбәктәр
- Төркмәндәр
- Ҡырғыҙҙар
- Бахай — Наурыз
- Азербайжандар
- Ҡаҙаҡтар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Équinoxe de printemps entre 1583 et 2999 (фр.). Дата обращения: 26 сентябрь 2022.
- ↑ Solstice d’été de 1583 à 2999 (фр.). Дата обращения: 26 сентябрь 2022.
- ↑ Équinoxe d’automne de 1583 à 2999 (фр.). Дата обращения: 26 сентябрь 2022.
- ↑ Solstice d’hiver (фр.). Дата обращения: 26 сентябрь 2022.
- ↑ James Bonwick. Astronomy for young Australians. — Melbourne: Thomas Harwood, 1864. — С. 37.
- ↑ Статья о весеннем равноденствии 2008 года 2015 йылдың 26 ноябрь көнөндә архивланған. на сайте Сиднейской обсерватории. (инг.)
- ↑ Воронцов-Вельяминов Б.А. Эклиптика. Видимое движение Солнца и Луны // Астрономия: Учеб. для 10 кл. сред. шк. — 17-е изд., перераб. — М.: Просвещение, 1987. — С. 20. — 159 с.
- ↑ Астронет > Равноденствие + 1