Лабанорас
Лабанорас | |
лит. Labanoras | |
Герб | |
Административ-территориаль берәмек | Швенчёнское районное самоуправление[d] |
---|---|
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] и UTC+3 |
Рәсми тел | Литва теле |
Дәүләт | |
Халыҡ һаны |
|
Рәсми атамаһы | лит. Labanoras |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Лабанорас (лит. Labanoras) — Литваның Вильнюс өйәҙе Швенченский районы тораҡ пункты, Лабанорс старосталығының административ үҙәге. Был тораҡ пункты Лабанорас күле янында һәм Литваның иң ҙур Лабанорас төбәк паркы янында урынлашҡан. Лабанорас парк үҙәге булараҡ, туристарҙы үҙенә йәлеп итеп тора. 2003 йылда элекке мәктәп бинаһында ресторан һәм отель асыла. 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса был тораҡ пунктында 59 кеше йәшәгән.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Альтернатив исемдәре: Лабонары, Лабаноро, пол. Łabonary һәм идиш Labanore.
1373 йылдарҙан алып ауыл билдәле. 1386 йылда бөйөк кенәз Ягайло Лабанорасты һәм тирә ү-йүндәге ауылдарҙы яңы барлыҡҡа килгән Вильнюс епархияһына бүләк иткән[1]. 1965 йылда ҡала янындағы зыяратта 470 тәңкә табылған. Хазиналар араһында Карл IV (1316—1378) һәм Вацлав IV (1361—1419) заманында һуғылған Прага грошы, шулай уҡ Витовт (1350—1430) һәм IV Казимир (1427—1492) ваҡытындағы Бөйөк Литва кенәзлегенең боронғо тәңкәләре табыла. Хазина, фараз ителеүенсә, 1470-сы йылдарға ҡарай. 1522 йылда беренсе сиркәү телгә алынған, фольварк — 1539 йылда, 1568 йылда — йорт, 1781 йылда мәхәллә мәктәбе иҫкә алына.
Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында, 1941 йылдың йәйендә, айнзатц төркөмдәре һәм литва коллаборационистары урындағы йәһүд халҡын үлтерә[2][3][4].
Лабанорас гербы Литва Республикаһы Президенты Д. Грибаускайтның 2011 йылдың 12 ғинуарындағы № 1К-585 Декреты менән раҫланған[5].
Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ динамикаһы 1846 буйынса 2011 | ||||||
1846 | 1866 | 1867*[6] | 1923пер | 1959пер.[7] | 1970пер | 1978[8] |
---|---|---|---|---|---|---|
132 | 196 | 224 | 443 | 270 | 253 | 223 |
1979пер | 1985[9] | 1989пер | 2001пер | 2005 | 2011пер | - |
186 | 171 | 134 | 75 | 74 | 59 | - |
| ||||||
Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөғжиҙәле Божья Матерь иконаһы 1655 йылда беренсе тапҡыр телгә алына. 1820 йылда ағастан католик сиркәү төҙөлә, 2009 йылдың декабрендә ул яна. Янғындан зыянланған миһраб аҫтында 1017 немец, литва һәм рәсәй тәңкәләре табыла. Шәхси иғәнәләр һәм дәүләттең бюджеты финанслау иҫәбенә әлеге ваҡытта сиркәү тергеҙелгән. Ғибәҙәтхана эргәһендә XIX быуатта төҙөлгән ҡыңғырауҙар манараһы бар, унда сиркәүҙең ҙур булмаған музейы урынлашҡан[10].
Төбәк паркы үҙәгендә Лабанорас урманының тәбиғи һәм мәҙәни ҡиммәттәре тураһында экспозиция ҡуйылған[10].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ .
- ↑ http://www.holocaustatlas.lt/EN/#a_atlas/search//page/1/item/114/
- ↑ http://www.holocaustatlas.lt/EN/#a_atlas/search//page/1/item/247/
- ↑ http://www.holocaustatlas.lt/EN/#a_atlas/search//page/1/item/246/
- ↑ Герб местечка Лабанорас
- ↑ Лабонары 2018 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.. Географическо-статистический словарь Российской Империи, T. 3 (Лаарсъ — Оятъ). СПб, 1867, C. 2
- ↑ Labanoras. Mažoji lietuviškoji tarybinė enciklopedija, T. 2 (K — P). Vilnius, Vyriausioji enciklopedijų redakcija, 1968, 274 psl. (лит.)
- ↑ Labanoras. Lietuviškoji tarybinė enciklopedija, VI t. Vilnius: Mokslo ir enciklopedijų leidybos institutas, 1980. T.VI: Kombinacija-Lietuvos, 309 psl. (лит.)
- ↑ Vincas Brazauskas, Kazys Misius ir kt. Labanoras 2. Tarybų Lietuvos enciklopedija, T. 2 (Grūdas-Marvelės). Vilnius, Vyriausioji enciklopedijų redakcija, 1986, 462 psl. (лит.)
- ↑ 10,0 10,1 Labanoras // Администрация Аукштайтийского национального парка и Лабанорского регионального парка